6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Төп тамашасы - профсоюздар үҙе
17.10.05


       Профсоюздар халыҡ алдында отчет бирҙе. Унан файҙа сығырм ы, юҡмы тип бәхәсләшеүҙәр сикһеҙ булырға мөмкин, әммә сара
       Рәсәй күләмендә шаңдау булдырҙы. Шау - шыу туҡтағас "хеҙмәт
       мәнфәғәттәре һаҡсыларының" төп тамашасыһы - улар үҙҙәре икәнлеге асыҡланды.
       РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы БР буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленең төбәк ижтимағи ҡабул итеү бүлмәһе тәҙрәләренән 12 октябрь көнө иҫ китерлек картина күрергә мөмкин ине. "Лайыҡлы эш хаҡы талап итәбеҙ!", "Министрҙың эш хаҡын - уҡытыусыға, уҡытыусыныҡын - министрға!", "Депутат әфәнделәр, тәрбиәсенең эш хаҡына йәшәп
       ҡарағығыҙ килмәйме" Республика уҡытыусылары, врачтар һәм м әҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошондай лозунгылар менән пикетҡа
       сыҡты. Ошондай уҡ хәл республиканың дүрт ҡалаһында ҡабатланды, 14 ҡала һәм районда митингылар үтте, 45 районда
       бюджет өлкәһендә эшләүселәр хакимиәт вәкилдәре
       ҡатнашлығында хеҙмәт коллективтары йыйылышы үтәреү менән си кләнде. Бөтә Рәсәй буйынса профсоюз коллективтары ойошторған ҡаршылыҡ акцияларының өсөнсө этабы шулай үтте.
       Социаль ҡаршылыҡ билдәле йырҙың тәүге юлын хәтерләтә: "Беҙ КВН - ды башлайбыҙ. Кем өсөн Нимә өсөн" Бер йыл элек ҡаршылыҡтың беренсе этабын үткәреү Рәсәй Хөкүмәтенә "илдә мә ғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең льготаларын һәм хеҙмәт һәм социаль - иҡтисади гарантия системаһын юҡҡа сығарыу" буйынса пландарын тормошҡа ашырырға мөмкинселек бирмәүендә шикләнмәй. Йәнәһе йәмәғәтселек баҫымы арҡаһында РФ Дәүләт Думаһы
       депутаттары хөкүмәттең закон проекттарына төҙәтмәләр индерҙе. Шул уҡ ваҡытта профсоюздар хөкүмәттең 2004 йылда
       хеҙмәткәрҙәрҙең ставкаларын индексациялауға, 2005 йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡын ике тапҡыр
       күтәреүгә ҡағылышлы төп талаптарына битараф ҡалыуын таный.
       2004 йылдың октябрь айында профсоюздар Бөтә Рәсәй забастовкаһы ойошторорға саҡырҙы. Башҡортостанда быны 706 бе лем биреү учреждениеһынан 23 273 хеҙмәткәр хуплап ҡаршы алды.
       Сараға тиклем ике аҙна алдан БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов бюджет өлкәһе учреждениеларының профсоюз активы менән осрашты. Ул профсоюздарҙың 12 октябрҙә ҡуйылған талаптары менән тулыһынса ризалашты, һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә бөгөнгө ҡараш менән килешеү мөмкин түгел тип белдерҙе. Профсоюздарҙың фекере буйынса, беҙҙең республикала уҡытыусы, врачтар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең социаль - иҡтисади хәле күрше төбәктәге коллегаларыныҡан бер ҙә яҡшыраҡ түгел. Мәҫәлән, 1 сентябрь
       көнө хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын 11 процентҡа индексациялау мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең хәлен үҙгәртмәне. Ғәжәп, закондар сығарыу власының иң абруйлы органы - федераль парламент та хөкүмәткә йоғонто яһай алмағанда, был профсоюздарҙың ҡулынан килә алырмы икән Иң ҡыҙығы шунда: пр офсоюздар тарафынан тәҡдим ителгән үҙгәрештәр рецебы бөтөнләй сөсө, диетик аҙыҡ рецебына бәрәбәр. "Әгәр Рәсәй
       хөкүмәте педагогтарға ҡарашын үҙгәртмәһә, әгәр ҙә эш хаҡы лайыҡлы тормошҡа гарантия бирерлек булмаһа, яҡын арала балаларҙы уҡытырлыҡ кеше лә ҡалмаясаҡ", - ти профсоюздар. Маҡтауға лайыҡ сәйәси әҙәплелек. Тимәк, профсоюздар акциялары кем һәм нимә өсөн үткәрелә
       Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар Федерацияһының бишенсе си раттан тыш йыйыны Мәскәүҙә ЮКОСтың сираттағы "эшенән" һуң, б елем биреү һәм медицинаның ҙур армияһына ҡарата билдәһеҙлек фонында, "иҫке режим" буйынса Уҡытыусы көнөнән һ уң өс көн үткәс булды. Делегациялар иҫәбендә Башҡортостан Р еспубликаһының профсоюздар Федерацияһы вәкилдәре лә
       ҡатнашты. Унда ФНПР етәкселегенең үҙенең төбәктәге коллегаларына төп дәғүәһе бер нисә тапҡыр яңғыраны, уларҙы . .. һүлпәнлектә ғәйепләйҙәр. Ул ғына ла түгел, төп профлидер Михаил Шмаков төбәк профсоюздарының үҙәктәге етәкселектең ҡ арарҙарына битараф булыуы тураһында әйтеп ысҡындырҙы.
       Юғарыла ҙур акциялар тураһында (митингылар, забастовкалар) иғлан ителә, төбәктәрҙә уларҙы һиҙҙермәй үткәреп ебәреүҙе ху п күрәләр. Сәбәп - йә урындағы власть менән "халыҡты ярһытма у тураһында" килешеү, йә был акцияларҙы ойошторорға һәм үткәрергә һәләтлек етмәүе. Һөҙөмтәлә профсоюздарҙың үҙәк
       органдары Рәсәй урамдарына йөҙәрсә мең кеше сығарыу менән я най, ысынында иһә күп тигәндә унлаған мең кеше сыға. Үткән
       акцияла профсоюздар 36 миллион кеше ҡатнашасаҡ тип вәғәҙә и тә ине - килеүселәр ике миллион тирәһе булды, хәйер,
       ысынбарлыҡта унан да аҙыраҡ - бер миллион самаһы кеше булған тигән хәбәрҙәр йөрөй.
       Рәсәйҙә профсоюздар хәрәкәтенә яңы йүнәлештәр эҙләргә кәрәк. Хәрәкәткә - 100 йәш, иң йәш ойошма - Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар Федерацияһына 15 йәш тулды. Уйланырға ваҡыттыр, моғайын. Өҫтәүенә йәмәғәтселек фекере лә профсоюздар эшмәкәрлегенә һоҡланыуҙан алыҫ. Улар совет
       ваҡыттарынан бирелгән ышаныс кредитының төбөнә төштө. Уҡытыусы, доктор һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен митингыларға
       сығарыуы уңайлы. "Митинг тыныс, шау - шыуһыҙ, хатта интеллигенттарса үтте", - тип белдерҙе сираттағы пикеттан һу ң бер милиционер.
       "Йәмәғәтселек фекере" Фондының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса рәсәйлеләрҙең 40 проценты профсоюз эшмәкәре хеҙмәткәрҙең хәленә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, тип һанай. 42 процент иһә уларҙың предприятиеһында профсоюздар бөтөнләй булмауын белдерә. Һәм бары тик 9 проценты ғына был ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәр тормошонда әһәмиәтле роль уйнауын билдәләй. Ҙур ҡалаларҙа профсоюздарҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге тураһында тағы ла аҙыраҡ - һәр егерменсе кеше белдерә. Предприятиеларҙа эшләүселәрҙең араһынан һәр
       өсөнсө кеше, ойошманың һөҙөмтә бирмәүен күрһә лә, уның ағзаһы булып иҫәпләнеүен дауам итә, был да үҙ сиратында
       профсоюздарҙы тамам юҡҡа сығыуҙан ҡотҡара.
       Профсоюздарҙы бер минутҡа онотоп торайыҡ: хеҙмәткәрҙәрҙең 41 проценты бөгөн предприятиела эшләүселәрҙең мәнфәғәтен яҡлаусы көс юҡ тип һанай. Улар өсөн эш урынында килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү буйынса төп инстанция - предприятие етәкселеге, үҙҙәренең эш хоҡуҡтарын яҡлау өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең 60 проценты нәҡ уға мөрәжәғәт итә. Һәр алтынсы кеше был маҡсатта танышлығын файҙалана.
       Иң мөһиме, аҡрынлап социаль - хеҙмәт мөнәсәбәттәрен профсоюздар ярҙамында көйләү моделе хеҙмәткәрҙәрҙең аңынан юйыла бара. Әле бер йыл элек кенә эшләүсе рәсәйлеләрҙең дүрттән бер өлөшө профсоюзға мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрһә, быйыл уларҙың һаны ни бары 13 процент тәшкил итә.
       Тимәк, профсоюздарҙың уйланырға урыны бар. Әгәр ҙә улар 100
       йыллыҡ юбилей датаһы менән бергә алыҫ тарихта ҡалырға теләмәһә, беренсе сиратта үҙ өҫтәрендә эшләү мотлаҡ. Театрлаштырылған ҡаршылыҡ акциялары иһә халыҡта аптырауҙан б ашҡа бер ниндәй тойғо ла уятмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал