6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Хәлде үҙ ҡулыбыҙға алыу талап ителә
17.10.05


       Йәш быуын йыш ҡына милиция, мәктәп һәм ата - әсәләр иғтибарынан ситтә ҡала. Барыһы ла түгел, әлбиттә, ниндәйҙер өлөшө. Әммә үҫмерҙәр араһында енәйәт осраҡтарын иҫкәртеүгә й үнәлтелгән закондың үтәлешен тикшереүгә арналған ведомство -
       ара кәңәшмәлә яңғыраған һандар хәүеф уята. Был проблеманы т икшереүҙә республика прокуроры һәм БР эске эштәр министры, ҡала һәм райондарҙың мәғариф бүлектәре һәм идаралыҡ начальниктары, дөйөм белем биреү учреждениелары директорҙары ҡатнашты. Һүҙ бында тик балалар тураһында ғына барҙы тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, сарала тышҡы социаль мөхиттең һәм өлкәндәрҙең үҫмерҙәргә кире йоғонтоһон булдырмау тураһында ла һорау ҡуйылды.
       БР прокуроры Владимир Коновалов һандарҙы һәм факттарҙы
       тыңлау ғына түгел, алынған мәғлүмәттәргә таянып балиғ
       булмағандар енәйәтселегенә ҡаршы көрәштең һөҙөмтә бирерлек юлдарын билдәләргә саҡырҙы.
       Ә факттар бер ҙә шатланырлыҡ түгел. Мәҫәлән, һуңғы биш
       йылда үҫмерҙәр һәм балалар араһында наркотик матдәләр ҡулланыу 2,5 тапҡыр артҡан. Быйылғы йылдың һигеҙ айында 2 139 енәйәт теркәлгән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 91 - гә күберәк. Һәм, БР прокуроры билдәләүенс ә, хатта был мәғлүмәттәр ҙә "мәкерле, сөнки балиғ булмағанда р араһындағы енәйәтселектең тулы картинаһын бирмәй... Был латент, йәғни йәшерен төр". Кәңәшмәлә мәғариф органдарының к иҫкен хәле билдәләнде, улар "йәмғиәттең криминаллашыуы шарттарында хәл итеүе ауыр булған проблемалар һаҙлығына
       ташланған". Һәм һәр докладсы уңышлы эштең мотлаҡ шарты булып барлыҡ хеҙмәт һәм ведомстволарҙың берҙәм хеҙмәттәшлек итеүе тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был борсоулы м әсьәлә, бәлки, 100 процент уңышҡа өлгәшеү мөмкин дә түгелдер. Әммә эште үҙ ағышына ебәреү - үҙ - үҙеңде үлтереү
       менән бер. Балалар өсөн уҡытыусыларҙың, класс етәксеһенең мөһим роль уйнауы шик тыуҙырмай. Уларҙың һәр бер балаға күрһәткән иғтибары балалар тарафынан йәки уларға ҡарата ҡылған енәйәттәрҙе иҫкәртеүҙә ҙур урын биләй. Кәңәшмәлә бөгөнгө үҙгәрештәр кисергән шарттар мәктәп хеҙмәткәрҙәренең дә үҙгәреүен талап итә тигән фекер яңғыраны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркопосттар етмәй. Лабораториялар менән дә шул уҡ
       хәл (әлегә ул берәү - Өфөлә). Уҡытыусыларҙың махсус белеме лә етерлек түгел: баланың наркотик ҡулланамы, юҡмы икәнлеген нисек билдәләргә
       Кәңәшмә барышында "бәхетле 70 - 80 се йылдар" бер нисә тапҡыр иҫкә алынып үтте, ул саҡта үҫмерҙәр менән эш яҡшы ҡуйылғайны, тине докладсылар. "Әммә, - тине Владимир
       Коновалов, - беҙҙең төбәктә, әйтәйек, Рәсәйҙең үҙәгендә
       урынлашҡан төбәктәр менән сағыштырғанда, һөҙөмтәле эшләү
       өсөн мөмкинселектәр күберәк. Бөгөнгө заманда приоритеттар, маҡсаттар алмашынғанын танымау мөмкин түгел... Тимәк, беҙгә лә үҙгәрергә, үҫмерҙәр енәйәселегенә ҡағылышлы хәлде үҙ
       ҡулыбыҙға алырға кәрәк. Сөнки тиҙҙән - биш - ете йылдан - у лар беҙҙең йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы граждандарына әйләнәсәк".
       Хөкүмәттең ярҙамын көтөп ултырырға ярамай. Күп кенә конструктив тәҡдимдәр яңғыраған кәңәшмә ошондай фекергә килтерҙе.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал