6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бай кешеләр йәмғиәтен төҙөйбөҙ
17.10.05


       Юҡсыллыҡҡа ҡаршы көрәш темаһына фекер йөрөтөүҙәр заманы ар тта ҡалды, буғай, - Башҡортостан Республикаһында иҡтисадтың бюджеттан тыш тармағы һәм бюджет өлкәһе
       ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү буйынса саралар программаһы донъя күрҙе. Билдәләнгән сараларҙы 2008 йылдың аҙағына тиклем үтәү планлаштырыла.
       Программаға ярашлы, "Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында" Законға үҙгәрештәр
       индереләсәк. Был проблеманы бөтөрөү маҡсатында министрлыҡ һ әм ведомстволар алдында йыл һайын эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ике тапҡыр ҡыҫҡартыу бурысы ҡуйылды. Акцияларҙың контроль пакетына дәүләт хужа булған
       предприятие етәкселәре үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләмәһә, улар менән килешеү ваҡытынан алда юҡҡа с ығарыласаҡ. Эш хаҡының реаль күләмен һалым түләү һәм статистик отчеттан йәшергән етәкселәргә ҡарата ла һорау ҡат ы буласаҡ.
       Бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡын түләү системаһын камиллаштырыу йәһәтенән ярайһы уҡ әһәмиәтле саралар планлаштырыла. 2008 йылға был категория хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле кәм тигәндә 1,5 тапҡыр күтәрелергә тейеш. Был бер көндә эшләнә торған эш түгел, әлбиттә: 2006 йылдың 1 майынан алып уларҙың килеме 37,5 процентҡа, 2008 йылдың 1 ғинуарынан - туғыҙ процентҡа артаса ҡ. Ошо уҡ йылда дәүләттең һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт , халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында эшләүселәрҙең эш хаҡы тураһында положениелар раҫланырға тейеш.
       Иҡтисадтың бюджеттан тыш тармағына ҡараған ойошмаларҙа эшләүселәрҙең эш хаҡын көйләү йәһәтенән дә саралар билдәләнә. Мәҫәлән, 2005 йылда "Башҡортостан Республикаһында социаль партнерлыҡ органдары тураһында" закон проекты өҫтөндә эш башлау планлаштырыла. Шулай уҡ килемһеҙ эшләүсе предприятиелар өлөшөн кәметеү буйынса эш да уам итәсәк. Перспективалы һәм үҫешкән ойошмалар дәүләттең те хник йыһазландырыуға бюджет кредиттары һәм сеймал һатып алыу
       кеүек ярҙамына өмөт итә ала. Эш биреүселәр һәм хеҙмәт коллективтары араһында эш хаҡын түләү буйынса төҙөлгән килешеүҙәрҙе үтәүҙе контролдә тотоу көсәйтелә. Беренсе разрядлы эшселәрҙең айлыҡ тариф ставкаларының күләмен индексациялау принциптары индереләсәк. Килем иҫәбенә бүләкләү суммаһының күләменә ҡағылған норматив акттарҙы һәм тағы ҡайһы бер положениеларҙы яңынан ҡарау, "күләгәләге" эш хаҡын легалләштереү буйынса саралар үткәреү планлаштырыла.
       Был программа ярҙамында хәл ителергә тейешле мәсьәләләр бик ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Улар барыһы ла республиканың a`x:`pl` власть органдары, урындағы үҙидара органдары, предприятие һәм ойошма етәкселәре, профсоюз комитеттарының тығыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хәл ителер тип өмөтләнергә ҡала.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал