6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Киләһе йылға бюджет проекты ҡаралды
14.10.05


       Республика парламенты депутаттары киләһе йылға бюдже т проектын тикшереүгә ныҡлап тотондо. Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышының барлыҡ даими комитеттары төп проект сифатында Башҡортостан Республикаһының төп финанс
       документы проектын ҡараны. Депутаттарҙың барлыҡ иҫкәрмәләре һәм төҙәтмәләрен иҫәпкә алып, бюджет, һалым, финанс һәм милек һорауҙары буйынса комитет һығымта яһарға
       тейеш.
       Һәр парламент комитетының закондар сығарыу буйынса үҙ эш планы булыуы аңлашыла. Һәм уларҙың һәр береһе ултырышта бюджетҡа ҡағылышлы закон проекттарынан тыш башҡа норматив акттарҙы ла тикшерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көҙг ө сессияның әлеге этабында уртаҡ урын да бар. 2006 йылға республика бюджеты проектын хөкүмәт исеменән финанс министры урынбаҫарҙарының береһе тәҡдим итә, ул депутаттарҙы 2004 йылға бюджеттың үтәлешенә "йомғаҡтар яһаусы" закон проекты менән дә таныштыра. Артабан иҡтисади
       үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫарҙарының береһе Башҡортостан Республикаһының 2006 йылға һәм 2008 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫешен күҙаллау проекттары тураһында һөйләй. Һәр парламент комитетының ултырышында
       өсөнсө булып Республика мотлаҡ медицина страховкалау фонды етәкселәренең фондтың 2004 йылға бюджет үтәлешенә йомғаҡ яһау һәм 2006 йылға яңы бюджет тураһында доклады килә.
       Закондар сығарыу, дәүләт төҙөлөшө һәм суд - хоҡуҡ һорауҙа ры буйынса Дәүләт Йыйылышы Комитетында үткән ултырышта ла
       депутаттар өҫтә килтерелгән сценарийҙан тайпылманы. Финанстар министры урынбаҫары Рида Собханғолованың
       отчеты буйынса, Башҡортостан бюджетының параметрҙары закон проекты ике аҙна элек парламентҡа индерелгәндән һуң бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр кисермәгән. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең социаль - иҡтисади тикшеренеүҙәр институты тарафынан бюджет проектына һығымта бирелгән дә инде, республика территорияһында бюджетҡа ингән аҡсаның ҙур өлөшө федераль үҙәккә йүнәлтеләсәген ишеткәс, депутаттар
       бары баш сайҡап ҡына ҡуйҙы ( 69 процент, 2000 йылда - 31 процент). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, парламентарийҙарҙың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре битараф ҡалдырмай: беренсенән, республика табышының үҫеше ағымдағынан байтаҡҡа артығыраҡ кө төлә, икенсенән, һалымға индерелгән үҙгәрештәрҙән ҡаҙна биш ярым миллиард һумдан артығыраҡ өҫтәмә килем аласаҡ.
       Бюджет тураһындағы закон проекттарында граждандарҙың социаль юҫыҡтағы өмөттәре лә иҫәпкә алына: бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәләренә сығымды арттырыу. Урындағы үҙидара бюджеттарының тәьмин ителешен тигеҙләүгә алты миллиард һум ҡ аралған. Был республиканың буласаҡ төп финанс документының ү ҙенсәлегелер, моғайын: унда дәүләт тарафынан дауам ителәсәк иң мөһим реформаларҙы финанслау тураһында белдерелә. Парламентарийҙарҙы борсоған берҙән - бер әйбер - 2005 йылғы
       республика бюджеты дефициты һаҡланыуы, киләһе йыл ул өс
       миллиард һум тәшкил итәсәк. Әммә комитет башлығы Марат Харисов, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, бюджет концепцияһын хупланы һ әм уны беренсе уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим итте.
       Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары Марат
       Минасов Башҡортостандың алдағы өс йылда социаль - иҡтисади үҫешен күҙалланы. Ул үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәр РФ Хөкүмәте тарафынан хупланған федераль иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы мәғлүмәттәренә таяныуы тураһында
       белдергәс, депутаттар беҙҙең республиканың үҫеш үҙенсәлектәре иҫәпкә алыныуына һылтанма яңғырауын көттө. Һәм ундай һылтанма яңғыраны, ул ғына ла түгел, күҙаллауҙа Башҡортостан Республикаһы Президентының Хатындағы мөһим
       мәлдәр сағылыш табыуы тураһында ла әйтелде.
       Депутаттар Республика мотлаҡ медицина страховкалау фондының башҡарма директоры Алексей Меньшиковтың докладын да иғтибар менән тыңланы. Республикала фондҡа индерелеүсе страховкалау взностары күләме йыл һайын 5,9 миллиардҡа баһалана. Эшһеҙҙәргә иҫәпләнгән взностар етди
       дотациялана. Һуңғы йылдарҙа картина үҙгәрмәй тиерлек, һәм
       дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһында реформа үтәрергә
       ашыҡмаһа, фондтарҙа дефицит төплө урын аласаҡ.
       БР юстиция министры Владимир Спеле Башҡортостан ҡала һәм райондарының айырым участкаларында мировой судья
       вазифаларына кандидатураларҙы ҡарарға тәҡдим итте. Депутаттар киләсәктә Фемидаға хеҙмәт итеүселәр менән күҙгә -
       күҙ ҡарашып һөйләшеү һәм баһалау мөмкинселегенә эйә булды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал