6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәштәрҙе яңы типтағы ойошма тәрбиәләйәсәк
14.10.05


       Һуңғы социологик тикшереүҙәргә ярашлы, йәштәрҙең 15 - 20 процентының хәле ябайҙан түгел ( был хулигандар, наркомандар , ауыр холоҡло үҫмерҙәр һ. б.). 10 - 15 процент тирәһе - лид ерҙар. Уларҙың тормошта үҙ маҡсаты бар, ҡуйылған маҡсатҡа ир ешеү юлдарын да күҙаллай улар һәм йыш ҡына теләгәненә өлгәшәләр ҙ ә. Ҡалған 70 проценты - "уртасалар". Уларҙың "күсәре", тимәк ҡиммәттәр системаһы, тормшта аныҡ ҡына йүнәлештәре лә юҡ.
       Һуңғылары "һулға боролоп китергә лә", йәмғиәттең тулы ҡанлы тормош менән йәшәүсеһенә лә әйләнергә мөмкин: йәғни "юл ҡайҙа алып барып сыға, ул да шунда".
       - Беҙ йәштәрҙең нәҡ ошо төркөмө менән эшләйбеҙ, сөнки үҙ бурысыбыҙҙы "етешһеҙлектәрҙе профилактикалауҙа", тимәк
       "дөрөҫ юлға баҫтырыуҙа" күрәбеҙ тип әйтергә була, - ти БР
       йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов.
       Юлай Талха улының фекере буйынса, һуңғы арала "уртасалар"
       менән "системалы эш" алып барыу өсөн "яңы типтағы йәштәр ойошмаһы" кәрәклеге үҙен һиҙҙерә.
       - Ни өсөн бик күп йәштәр бөгөнгө тормошта үҙен тапмай, аяҡтарында ышаныслы баҫып тора алмай Йәш егет һәм ҡыҙҙарҙың үҙ мөмкинселектәренә ышанысы булмаған кеүек, тормошта аныҡ ҡына йүнәлештәре лә юҡ. Был һуңғы тиҫтә йылда Рәсәй йәштәренең хәле ҡырҡа хөртәйеүенә килтерҙе. Йәш граждандарҙың йәшәү сифаты һәм сәләмәтлеге насарайыуы, төплө белем алыу, эш менән тәьмин итеү өсөн шарттар булмауы,
       наркотик ҡулланыусылар, тәртип боҙоу һәм енәйәт ҡылыу һаны артыуы йәштәрҙең йәмәғәтселек тормошонда ҡатнашыу процесын ҡатмарлаштыра.
       "Ауыр холоҡло үҫмерҙәргә" әүҙем ял һәм тәртипкә ҡоролған
       профилле лагерҙар бик яҡшы йоғонто яһай, тип белдерә Юлай Ильясов. Башҡортостанда быйыл 72 профилле лагерь 4063 баланы ҡабул итте, был дәүләткә 4 735 400 һумға төштө. Республиканың ҡала һәм райондарында барлығы 107 профилле лагерь эшләй. Беҙ һәр лагерҙың ниндәйҙер үҙенсәлеге булырға
       тейеш тигән фекерҙәбеҙ. Әйтәйек, "Наркотиктарһыҙ йәй". Хәйе р, лагерҙарҙың профиле төрлө булыуы мөмкин. Мәҫәлән,
       лингвистик йәки мәҙәни йүнәлеш. Йәки оборона - спорт һәм хәрби - патриотик лагерҙар. Ҡаты тәртип һәм муштра барыһына
       ла оҡшап етмәй, әлбиттә, әммә балаларҙың күпселегенә
       лагерҙағы берҙәмлек мөхите тәьҫир итмәй ҡалмай, һәм һуңынан
       ул был ваҡыт тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай. Психологтар,
       педагогтарҙың эше, усаҡ янында йырланған йырҙар, тәртип - былар барыһы ла йәшәйешең тураһында уйланырға, үҙеңде өлкәнерәк итеп тойорға, яуаплылыҡҡа өйрәтә.
       Быйыл Башҡортостан шифаханаларында Төнъяҡ Кавказ - Осетия һәм Дағстандан килгән балалар ял итеүе тураһында һөйләп китмәксемен. Улар һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, башта ҡаты, йомоҡ, асыулылар ине. Әммә аҡрынлап
       шифаханалағы иғтибар, хәстәрлелек уларҙың үҙ ҡайғыларын оноторға ярҙам итте, үҙҙәренә ҡайтыр алдынан был балалар
       башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылмай ине инде. Педагогтарҙың маҡсаты - балалар күңеленә һуғыш һалған йәрәхәттәрҙе дауалау.
       Юлай Ильясовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, "яңы типтағы йәштәр
       ойошмаһы" барлыҡ негатив күренештәрҙе ( шул иҫәптән
       наркотиктар ҡулланыу, алкоголизм, башҡа насар ғәҙәттәрҙе)
       еңергә ярҙам итәсәк. Ул әлеге ваҡытта БР Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты инициативаһы менән формаль булмаған йәштәр ойошмаһы булдырыуҙың ғилми концепцияһы
       өҫтөндә эшләүсе ғалимдар төркөмө төҙөлөүен белдерҙе. Был концепция буйынса эш ошо айҙа тамамланасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал