6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Һайлау алды көрәше дауам итә
10.11.03


       Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында сәйәси партия һәм һай лау блоктарының 7 декабрь көнө һайлау бюллетенендә ниндә й һандар буйынса күрһәтелеүен асыҡлау буйынса йәрәбә һалы у үтте.
       Унда Дәүләт Думаһы депутатлығына кандидаттарҙың федерал ь списоктары РФ Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан теркәл гән 23 партия һәм һайлау блоктары вәкилдәре ҡатнашты. Әл биттә, уларҙың һәр береһе беренсе булырға теләй ине. Әммә
       Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Александр Вешняков барыһы нда бер аҙ тынысландырғандай булды: -Беҙҙә бөтә һандар ҙа бәхетле! Шулай итеп, тәүге номер "Концептуальная партия "Единение" ға, икенсесеһе - "Союз правых сил" бәхетенә төштө. "Берҙә м Рәсәй" партияһы вәкиле лототрондан 20 - се шарҙы сығарҙ ы. Ун өсөнсө номер Рәсәйҙең демократик партияһы вәкилен ә төштө. Башҡаларға төшкән номерҙар ҙа уларҙың хужаларына
       көйөнөс килтермәне, буғай.
       Оло эш тамамланғандан һуң, Александр Вешняков матбуғат
       конференцияһын башланы. Ул РФ Һалымдар һәм йыйымдар минс итрлығынан Дәүләт Думаһы депутатлығына кандидаттарҙың мө лкәте тураһында мәғлүмәттәр алынды, тип белдерҙе. Әммә бө тә кандидаттар ҙа дөрөҫ мәғлүмәт бирергә ашыҡмай икән. Мә ҫәлән, Коммунистар партияһы, "Рәсәйҙең ысын патриоттары" һәм "Тыныслыҡ һәм берҙәмлек" партиялары вәкилдәре мөлкәт
       тураһында тапшырған мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй . Әммә яңы законға ярашлы дөрөҫ мәғлүмәттәр бирмәү кандид атты теркәмәҫкә хоҡуҡ бирмәй. Вешняков, тап килмәгән мәғл үмәттәрҙең барыһы ла тауыш биреү көнөндә һайлау участкал арында плакат рәүешенлдә эленәсәк, тип вәғәҙә бирҙе. Һай лаусылар кемдәргә тауыш биргәндәрен, кемдең күрһәтелмәгән
       килемдәре, иҫәпләнмәгән Мерседестары барлығын асыҡ күҙ а лдына килтерһен, ти ул.
       Һайлау берләшмәләре, дөйөм алғанда, һайлаусыларҙың 5 м иллион 354 мең ҡултамғаһын тапшырған. Үҙәк һайлау комисс ияһы партия һәм блоктар тапшырған 200 мең документты тик шерҙе лә инде.
       Вешняков белдереүенсә, әле партиялар иҫәбедә 902 ми ллион һумдан ашыу аҡса иҫәпләнә. Уларҙың күпселек өлөшө-
       219 миллионы "Берҙәм Рәсәй" иҫәбендә, 121 -е -"Яблоко"ла , 107 -һе - СПС иҫәбендә. "Тыныслыҡ һәм берҙәмлек партияһ ы" иҫәбендә ни бары 8900 һум аҡса бар. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Рәсәйҙәге һәр парламент һайлауҙарында деп утат мандатына көрәшеүселәр һаны кәмей бара. Мәҫәлән, 19 99 йылды Дәүләт Думаһына үткән һайлауҙарҙа партияларҙың һ аны 26 ине, ә бына 1995 йылда улар 43-кә барып еткәйне. Б ыйылғый һайлауҙар иһә, тине Вешняков, Үҙәк һайлау комисси яһына бер генә лә ялыу булмауы менән айырылып тора. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы һәм РФ Матбуғат министрлығы бул ышлығында әҙерләне.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал