6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ярһыу самбанан боҙҙар иремәҫме
13.10.05


       Үткән ял көндәре Спорт һарайында үткән Башҡортостан
       Республикаһы Президенты приздарына спорт бейеүҙәре буйынса унынсы Асыҡ Башҡортостан Кубогында ҡатнашыусылар һәр
       йәһәттән дә ҡәнәғәт ҡалды. Ойоштороу ҙа, тамашасылар иғтибары ла юғары кимәлдә булды. Был юлы өфөлөләр
       илебеҙҙең 16 төбәгенән килеүселәрҙең оҫталығына шаһит
       булды. Улар араһында Мәскәү, Ҡазан, Санкт - Петербург, Һама р, Түбәнге Новгород, Пермь, Екатеринбург һәм башҡа урындарҙа н килгән бейеүселәр ҡатнашты.
       Сығыштарҙы халыҡ - ара, юғары һәм беренсе категория судьялары баһаланы, был эште башҡарыуҙа төп урын Нижегородка бейеү спорты федерацияһы президенты Юрий Сиверсҡа бирелде. Асыҡ Кубокта спорт бейеүҙәрен
       конкурсанттар федерация тарафынан ҡабул ителгән төрҙә башҡарҙы. Амальгамация ( алдан билдәләнгән, аҙым һәм позалар
       теүәл регламентланған фигуралар) башҡарыу мотлаҡ булды. Хәрәкәттәр музыка ритмы һәм характерына тап килергә тейеш, әйткәндәй, көйҙө бейеүселәр паркетҡа сыҡҡанда тәү тапҡыр
       ишетә. Беренселек йола буйынса төрлө йәш категорияларында
       Европа һәм Латин Америкаһы программалары буйынса
       билдәләнде.
       Уңышҡа өлгәшер өсөн парға техник башҡарыуҙың барлыҡ талаптарын да үтәп, өҫтәүенә импровизацияға ла һәләтле булыуҙарын күрһәтергә кәрәк. Техниканан тыш судьялар
       артислыҡ һәләтенә һәм музыкаль интерпретацияға ла иғтибар бирҙе. Майҙанда бер юлы алты - ете пар бейеүен, һәр береһене ң үҙ интерпретацияһын күрһәтеүен иҫәпкә алғанда, партнерҙарҙың бурысы ҡатмарлы икәнлеге аңлашыла.
       Европа программаһында иң өлкәндәр араһында - "Йәштәр + өлкәндәр" йәш категорияһында Өфө клубының "Телемарк" клубында шөғөлләнеүсе яҡташтарыбыҙ Артем Михайлов һәм Евгения Черкасова еңде. Бейеүҙең дүрт төрөндә улар беренсе, тағы бер төрөндә икенсе урын яуланы. Латин Америкаһы программаһын Дмитрий Жуков һәм Мария Бобкова
       һоҡландырғыс башҡарҙы һәм уларҙы судьялар ҙа, тамашасылар ҙ а тейешенсә баһаланы. Алтын призерҙар Өфөгә Түбәнге
       Новгородтан килгән. Спорт бейеүҙәре менән 11 йәштән шөғөлләнәләр, ошо ваҡыттан уҡ Дмитрий менән Мария бейеүҙә лә, тормошта ла айырылмай - был спорт төрөнөң йолаһы шундай.
       Хис - тойғолар булмағанда, ҡоро техника менән генә башҡарыу
       матурлығын һәм бейеүҙең ысынбарлығын асыу мөмкин түгел. Әйтәйек, ярһыу "Самба" йәки "ҡыҙыу климат" бейеүе - "Румба" ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра, хәрәкәттәр мөхәббәт тойғоһо менән һуғарыла.
       - Бейеү партнерға һүҙ менән әйтә алмағанды аңлатырға мөмкинселек бирә, - ти геройҙар. - Бөгөн ул беҙгә еңеү шатлы ғын да алып килде, һәм был икеләтә ҡыуаныслы.
       - Һеҙҙең өсөн иң мөһим еңеү
       - Рәсәй чемпионатында унынсы урын - ярымфинал.
       - Конкурсанттар тураһында нимә әйтерһегеҙ
       - Состав ярайһы уҡ көслө, әммә үтә көслө тип әйтеүе ҡыйын .
       Уңайлы осраҡтан файҙаланып сараның яҡшы ойошторолоуын да билдәләп үтергә кәрәк. Беҙҙе вокзалда ҡаршы алдылар һәм
       Спорт һарайына алып барҙылар. Мәскәүҙә ундай мөнәсәбәт юҡ, үҙеңә йөрөргә тура килә. Бер аҙ һыуыҡ булыуын иҫәпкә алмағанда, барыһы ла яҡшы. "Бер аҙ һыуыҡ" тип ҡунаҡтар баҫалҡылыҡ күрһәтте, әлбиттә, куртка кейеп барған мин дә өшөнөм. Ярар әле эшем ултырып башҡара торған түгел, шуға күрә һорауҙарға яуап эҙләп БР бейеү спорты Федерацияһы президенты Владимир Кондусовҡа ашыҡтым.
       Баҡһаң, "һыуыҡ" проблема унынсы йыл, турнир үтәрелә башлаған ваҡыттан килә икән. Уның артынан икенсеһе - ҡатнашыусылар һанының артмауы баш күтәрә.
       - Барыһы ла көйләнгән, командалар әҙер, бер генә уңайһыҙл ыҡ - ярышта ҡатнашыусыларға өшөргә тура килә. Балаларға һалҡ ын тейә, һәм был беҙҙең ярышты бер ҙә биҙәмәй, әлбиттә, - ти Владимир Леонидович. - Саҡырыу ебәрәһең, "тағы ла боҙ өҫтөндә үтәсәкме" - тип һорайҙар. Һәм күптәр ошо сәбәп арҡаһында ярышҡа килеүҙән баш тарта. Быйыл конкурсанттар
       һаны аҙ тип әйтә алмайым: үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә тип 25 0 пар - 500 кеше килгән. Әммә һыуыҡ булмаһа, улар ике тапҡыр күберәк булыр ине.
       Проблеманы хәл итеү - һәр спорт төрөнә яраҡлы булған һәм тамашасыларҙың талаптарына яуап биргән универсаль Һарай төҙөүҙә. Әлегә иһә тамашасылар туңа, ә спортсылар боҙ
       өҫтөндәге паркет менән ҡәнәғәтләнә. Һәм уларҙы ысын геройҙа р тип атарға була.
       Республиканың иң яҡшы бейеүсе парҙары йыл һайын төрлө
       йәш төркөмдәре буйынса милли чемпионаттарҙа һәм Рәсәй беренселектәрендә, шулай уҡ Халыҡ - ара ярыштарҙа ҡатнаша.
       Рәсәй чемпионаттары йомғаҡтары күрһәтеүенсә спорт бейеүҙәре буйынса ун Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән, 56 кеше
       спорт мастеры кандидаты исеменә эйә. БР бейеү спорты Федерацияһы спортсылары төрлө йәш категорияларында Бөйөк Бри тания, Германия, Италия, Австрия, Испания, Дания, Норвегия һ әм башҡа илдәрҙә үткән Халыҡ - ара турнирҙарҙа еңеүсе, призер һәм финалист исемдәрен яуланы. Быйыл "Балалар - 2" (10 - 11 йәш) категорияһында Артем Лазарев һәм Яна Грищенко Германия асыҡ чемпионатында көмөш призерҙар исеменә лайыҡ бу лды. Унда 39 илдән килгән спортсылар ҡатнашты.
       - Владимир Леонидович, спортсыларҙың төп йәш категорияһы
       ниндәй
       - Төп категория - 7 - 15 йәшлек балалар һәм 16 - 20 йәшле к йәштәр. Тотош республика буйынса спортсылар һаны 3750 кеше.
       - Һуңғы ун йыл эсендә ниндәй үҙгәрештәр булды
       - Ун йыл эсендә спорт бал бейеүҙәре художество үҙешмәкәр түңәрәктәренән халыҡты физик тәрбиәләү буйынса камиллашҡан с истемаһы булған йәмәғәтселек ойошмаһына әүерелде. Был бейеү спорты һәм юғары спорт оҫталығының үҫешенә килтерҙе.
       - Һеҙ үҙегеҙ спорт бейеүҙәре менән ҡасан шөғөлләнә башланығыҙ
       - Хәҙер хәтерләмәйем дә инде. Бишенсе кластарҙа, бал бейеүҙәре буржуаз идеология ҡалдығы тип һаналған ваҡытта уҡ.
       Хәтеремдә, беҙ - йәш егеттәр - ярышҡа Ярославль ҡалаһына
       килдек. Унда беҙҙе ҡаланың партия комитеты секретаре "Был ниндәй смокингтар, был ниндәй күбәләктәр" - тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алғайны.
       - Һеҙҙең өсөн бейеү нимә ул
       - Минең тормошом.
       Һәм, хикәйәләү аҙағында, ҡалған еңеүселәрҙе лә - кесе йәш
       категорияларында алға сығыусыларҙы - һанап үтәйек. Беренсе көндә Кубокка эйә булыусылар: "Балалар - 1Е класы" төркөмөнд ә Олег Суфиев һәм Полина Шипигузова ( Пермь), "Балалар - 2" - Андрей Макаров һәм Алина Тәхәүетдинова ( Магнитогорск), "Юниорҙар - 1" латин программаһында - Ян Атавин һәм Полина
       Елховская ( Силәбе), "Юниорҙар - 2" Европа программаһында - Александр Алехов һәм Светлана Хрычева ( Екатеринбург). "Йәштәр" категорияһында латин программаһы буйынса Екатеринбургтан килгән пар - Денис Тагинцев һәм Светлана
       Борисова еңеү яуланы.
       Икенсе көндә "Балалар - 1 (туғыҙ йәшкә тиклем) категорияһында беренселек Мария Ямщикова һәм Никита Кадниковҡа (Екатеринбург) эләкте. "Балалар - 2 Е класы" (10 - 11 йәш) категорияһында беренсе урында Өфөнән Максим Суколе нко һәм Анна Мәхмүтова. Юниорҙар араһында Европа
       программаһында Ян Атавин һәм Полина Елховская беренсе урынды биләне, латин программаһында Александр Алехов һәм Светлана Хрычева алға сыҡты. "Йәштәр" ( 16 - 18 йәш) категорияһында Силәбенән килгән пар - Дмитрий Бердинский
       һәм Яна Неустроева алтын миҙалға эйә булды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал