6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Рәсәй чемпионын артта ҡалдырҙыҡ
13.10.05


       "Салауат Юлаев" Мәскәүҙә Рәсәй чемпионы "Динамоны" артта
       ҡалдырҙы. Еңеү голын Азат Шәрипов индерҙе - һәм өфөлөләр,
       матч барышында 0 : 1 иҫәбе менән еңелеп килеүҙәренә
       ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлә миҙгелдә дүртенсе еңеүгә өлгәште, иҫә п - 3 : 2.
       Ниңә икәнлеге билдәһеҙ, әммә Азат Мәскәүҙең "Динамо" клубын яратмағас яратмай инде. Үткән миҙгелде хәтерләйһегеҙме Был коллективҡа ҡаршы уйында Азат майҙан
       буйлап осоп йөрөнө. Ул саҡта Азат гол индерә алманы - хужаларҙың ҡапҡа һаҡсыһы бик көслө булып сыҡты, әммә Шәриповты барыбер билдәләп үттеләр. Матч аҙағында комментатор уны "Салауат Юлаев" составында иң яҡшы уйынсы тип таныуҙары тураһында иғлан итте. "Башҡорт Дацюгы" был
       юлы ла үҙен аҡланы һәм командаһына еңеү алып килде. Бәлки
       аҡлы - күклеләрҙең баш тренеры Владимир Крикунов уны Рәсәйҙең йыйылма командаһы һәм "Динамоға" алыр Рәсәй Дацюгы океан артына осто бит инде. Шәриповты бөтөнләйгә алһалар, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки "Салауат Юлаетың" башҡа осрашыуҙарында ул әллә ниндәй шәп уйын күрһәтә тип әйтеп булмай - көсөн "Динамо" өсөн һаҡлай, күрәһең.
       Ишмәтовҡа килгәндә, ул тағы ла барыһын да ғәжәпкә ҡалдырҙ ы. Уйынсыларҙы тағы ла үҙгәртелгән составта сығарҙы - хатта Макаровтар, Зюзин һәм Беляевҡа ла урын табылды. Запастағы таланттар үҙҙәрен герой итеп күрһәтмәне, уның ҡарауы команд а еңде бит! Ҡапҡасы Сергей Николаев та был миҙгелдә тәүге
       тапҡыр боҙ өҫтөнә сыҡты - һәм һынатманы. Рафаил Ишмәтов "БАШвестЪ" гәзитенә өҫтә һанап үтелгән егеттәрҙең барыһы ла ҡәнәғәтләнерлек уйнаны тип хәбәр итте.
       Матчтың үҙен триллер менән сағыштырырға мөмкин. Башланып китеүе ғәҙәттәгесә булды - "динамолар" еңел генә гол индерә. Артабан хужалар өсөн иң ҡурҡынысы башлана - Өфөнөң оҫта снайперҙары Мелешко ( дүртенсе шайба) һәм Сидякиндан
       ( етенсе) ике гол. Буласаҡ ҡорбандар иҫәпте тигеҙләп
       бирешмәҫкә тырыша, әммә диверсант Шәрипов - еңеү шайбаһын, был чемпионатта үҙенең тәүге голын индерә. Өсөнсө период аҙағына мәскәүҙәрҙең бөгөнгө көнгә иң яҡшы уйынсыһы В адим Шахрайчук Андрей Кутейкин менән уҫмаҡлаша. Шаһиттар бил дәләүенсә, бында ла өфөлө еңеүсе.
       Команда Мәскәүҙә булғанда, "өйҙәге" боҙҙа фарм - клуб сығыш яһай. Уларға ҡаршы уйнаусылар Ҡаҙағстандың иң көслө
       командаларының береһе - Рудный ҡалаһынан "Горняк" коллективы. Был төркөм Рәсәйҙең юғары лигаһында ла уйнай алыр ине, тик аҡса юҡлығы бәкәлгә һуға.
       Ҡаршы яҡта көслө команда уйнауы бик яҡшы, ошондай матчтарҙа ғына лайыҡлы егеттәрҙе билдәләргә мөмкин. Әммә әлегә фарм - клубта ундайҙар күренмәне. Был матчта "Салауат
       Юлаев - 2" командаһы 2 : 4 иҫәбе менән еңелеү кисерҙе. Уларҙың өлкән тренеры Константин Полозов уйындан һуң түбәндәгеләрҙе әйтте:
       - Егеттәрҙең төп проблемаһы уларҙың фарм - клубтың лидер булырға мөмкинселек биргән урын икәнлеген аңламауҙа. Артабан
       инде ошо урынды беренсе командала ла биләргә кәрәк. Күп кенә таланттар фарм - клуб менән генә ҡәнәғәтләнеп, үҫештәре н туҡтата.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал