6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"БАШвесттың" тыуған көнөнә беҙ "Персонал" бешерҙек
12.10.05


       Бына, ниһәйәт, көтөп алынған көндәр үтеп тә китте. Башҡо ртостанда йәшәүсе һәр кем өсөн ҡәҙерле булған Республика кө нө шаулап - гөрләп артта ҡалды.
       Беҙҙең гәзит өсөн 11 октябрь көнө - икеләтә байрам. Өс йы л элек нәҡ ошо көндә, ҡалабыҙ милли байраҡтарға күмелгәндә, интернет киңлег ендә "БАШвестЪ" электрон гәзите, Башҡортостан Республикаһының тә үге интернет - баҫмаһы, уңайһыҙланып ҡына үҙенең тәүге аҙымы н эшләне. Ул саҡта беҙ үҙ
       уҡыусыларыбыҙҙы яңы саҡ өйрәнә, эш кимәлен самалай ғына ине к әле. Аҡрынлап яңы проекттар барлыҡҡа килә башланы, республиканың интернет - берекмәһендә тотҡан урыныбыҙ ҙа нығыны. Гәзит өсөн өс йыл - аҙ ваҡыт түгел, шуға күрә ҙур ғорурлыҡ менән беҙ үҫтек һәм үҫәбеҙ тип әйтә алабыҙ. Һәм әгәр ҙә бөгөн һеҙ беҙҙең ресурст а тәүге тапҡыр икән, махсус һеҙҙең өсөн - иҫбатлауҙар студияла!
       1. Беҙҙе бөгөн ҙур теләк менән республикала ғына түгел, с ит илдәрҙә лә уҡыйҙар.
       2. Һәм быны бер юлы өс телдә эшләргә була - һәләтлек кенә
       булһын.
       3 . Һуғыштан һуң йоҙроҡ болғамайбыҙ. Баш ҡала һәм республ ика яңылыҡтары - факт буйынса сайтҡа урынлаштырыла. Нисек ке нә булмаһын, "БАШвестЪ"
       хәбәрселәренең тиҙ эшләүен, мәғлүмәттәренең һәр саҡ ысынбар лыҡҡа тап
       килеүен, "ҡулдарының оҙон булыуын" танырға тура килә.
       4. Уҡыусыларыбыҙға бар көсөбөҙгә ярарға тырышабыҙ, шуға к үрә улар өсөн
       мәғлүмәттәрҙән башҡа мауыҡтырғыс һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы
       ла материалдар әҙерләнә.
       5. Айырыуса ялҡауҙар өсөн эҙләү системаһы бик уңай урынла шҡан, уҡып туя
       алмаусылар өсөн мәҡәләләр архивы эшләй, әүҙемдәр өсөн көн ҡаҙағында
       мәсьәләләр буйынса һорау алыуҙар, приз яратыусылар өсөн - к онкурс һәм
       викториналар һәр саҡ әҙер.
       Шулай... Тағы ла 95 пункт бар. Дауам итергә була, әлбиттә , тик кәрәкме һуң
       Камиллашыуҙың юҡтыр сиктәре, тигән аҡыл эйәләре. Был һүҙҙ әр аҫтына үҙ ҡултамғабыҙҙы ҡуйып, беҙ үҙебеҙгә хөкөм сығарҙыҡ - һәм тағы  ла үҫергә,
       уҡыусыларыбыҙ рәтенә компьютер менән файҙаланыусыларҙы тағы
       ла күберәк йәлеп итергә тырышып ятҡан көнөбөҙ. Был шаяртыу,
       әлбиттә, bashvest. ru - ға улар үҙҙәре килә, сайтҡа инеүселәр статистикаһын ҡарап үҙеге ҙ ҙә быға инана алаһығыҙ. Сәбәп - "Башинформ" агентлығы интернет - гәзитенең
       бер урында тормауында. Йыл башынан беҙҙең төҫ - ҡиәфәтебеҙ үҙгәрә төштө , сайтҡа яңы төҫтәр өҫтәлде. Быны уҡыусыларыбыҙҙан тыш, белгестәр ҙә баһа ланы: быйылғы йылдың июнь айында "БАШвестЪ" гәзитенең глобал ь селтәргә индергән өлөшөн баш ҡаланың "Интернет - Өфө" конкурсында "Йәмғиәт, фә н һәм
       мәҙәниәт" номинацияһында беренсе урын менән билдәләне. Еңеү ҙән алған хис - тойғолар бер аҙ һыуына төшкәс, федераль кимә лгә сығып ҡарарға булдыҡ. Тиҙҙән "Рәсәй рунеты" тип исемләнгән Рәсәй конкурсына йомға ҡ яһаласаҡ, тын да алмай уның һөҙөмтәләрен көтәбеҙ.
       Тағы ла, гәзиттә яңы тәртип бите донъя күрҙе, хәҙер матер иалдан
       сыҡмайынса ғына "Бүлектәрҙәге яңылыҡтар" менән танышырға м өмкин.
       Бөгөн, тыуған көнөн билдәләгәндә, "БАШвестЪ" маскаларҙы с исергә ҡарар итте, "Персонал" бүлегендә уҡыусылар әлегә тиклем фамилиялар ы аша ғына
       белгән ижади төркөм менән таныша аласаҡ. Осрашҡанға тиклем.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал