6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ҡон ҡайтарыусылар
08.10.05


       1942 йылдың 7 октябрендә "Ҡыҙыл йондоҙ" гәзитендә "Тризна"
       тип исемләнгән очерк баҫылып сыға. Унда Башҡорт кавалерия
       дивизияһы яугирҙарының батырлығы тураһында бәйән ителә.
       Был очерк күптәр өсөн билдәһеҙ. Уны Тур фамилияһын йөрөтөүсе ағалы - ҡустылы ике яҙыусы баҫтырып сығара. Был авторҙарҙы белеүселәр ҙә һирәктер. Хәтергә төшөрөп үтәйек, Тур псевдонимы аҫтында яҙыусылар Петр Рыжей һәм Леонид Тибельский эшләй.
       Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгән йылда уҡыусыларыбыҙҙы был очерк менән таныштырып үтеү кәрәктер тип һанайым.
       "Саф мөхәббәт, изге әсәлек бәхете, дуҫлыҡ тойғоларына һуғыш тағы бер: үс алыу тойғоһон өҫтәне.
       Ҡон ҡайтарыуҙың да төрлөһө: мөхәббәт кеүек таҙаһы, әсәлек
       бәхете кеүек гүзәле һәм ғәҙеллек кеүек яҡтыһы була.
       Башҡорт кавалерия дивизияһының алты һыбайлыһы төндә
       дошман тылына разведкаға йүнәлә. Улар төрлө йәштә була: Ауы л хужалығы күргәҙмәһендә көмөш миҙал менән бүләкләнгән сал
       һаҡаллы Юлтанан алып күптән түгел генә Өфөнөң педагогия институтында уҡыған студент Салауат Ғәбитовҡа тиклем. Улар
       бейектәге дала йондоҙҙары аҫтында тәбиғәт менән аралашып
       үҫкән тәжрибәле, оҫта разведчиктар. Ҡыуаҡлыҡтар эргәһенән
       ышаныслы атлайҙар, бик һаҡ баҫалар, хатта улар яҡынайғанда
       һаҙлыҡтан төнгө ҡоштар ҙа сығып осмай. Әммә боронғо мәҡәлдә
       әйтелгәнсә: йүләр осраҡлыҡ аҡһаҡалдан аҡыллыраҡ. Алты разведчиктың нисек һәләк булыуын инде беҙгә бер кем дә һөйләй алмаҫ, әммә икенсе көн иртә менән беҙҙең позицияны дошмандан айырып торған яланға немец окоптарынан алты
       яланғас мәйет ырғытыла.
       Туҡтауһыҙ яуған ут аҫтында уларҙың ҡыйыу дуҫтары мәйеттәр
       янына шыуышып килә һәм хөрмәтләп ерләү өсөн һөйрәп үҙ яғына алып сыға.
       Разведчиктарҙың яланғас кәүҙәләре ҡот осҡос яза эҙҙәрен
       һаҡлай. Юлтаның сал һаҡалы янған, ә Ауыл хужалығы
       күргәҙмәһендә алған миҙалы күкрәгенә ҡаҙалған. Яңаҡтарында
       ҡыҙыл түңәрәктәр - "көньяҡ рыцарҙәре" әсирҙәренең йөҙөнә тәмәкеләрен баҫып һүндергән, күрәһең. Емерелгән ирендәре һәм
       ҡырҡып алынған телдәре разведчиктарҙың дошман алдында бер һ үҙ ҙә өндәшмәүе тураһында һөйләй... Тик буш күҙ соҡорҙары
       ғына дуҫтарына үҙҙәре өсөн үс алыуҙарын ялбарып баҡҡандай.. .
       Эскадрон бер нисә минут буйына мәсхәрәләнгән кәүҙәләрҙе уратып тын ҡала... Уларҙы урман ситендә, рус ҡайындары янынд а буркаларға урап, йүгәндәрен баш аҫтына һалып ер ҡуйынына тапшыралар...
       Ҡараңғы төшкәс, егерме башҡорт һыбайлыһы полктан
       айырылып сыға. Тояҡтары сепрәккә уралған аттар шым баҫа. Оҙаҡ бара һыбайлылар. Төн уртаһында ниһәйәт алыҫҡа атыусы немец батареяларына барып етә. Тылда үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойоусы фашистар йоҡо һимертә. Бер аҙ ситтәрәк аттар утлап йөрөй.
       Һаҡта тороусыларҙы тиҙ арала зарарһыҙландырып, башҡорттар
       шым ғына немецтар янына шыуышып килә. Һирәк - һаяҡ ҡына
       болоттар артынан ҡараған ай яҡтыһында улар оҙон һунарсы бысаҡтары менән эш башлай. Тәкәббер немецтарҙың уларҙы кешегә һанамауын белә һалдаттар, шуға күрә уларҙың үҙҙәрен д ә кешесә түгел, ә далала һарыҡ салған кеүек юҡ итәләр...
       Утыҙ һигеҙ немецты ҡырып һалына, уларҙың погондары йолҡоп
       ырғытыла, пушкаларҙы кипсәлдергәс, илле алты атты ла үҙҙәре менән алып, башҡорттар ҡайтыу юлына сыға...
       Иртә менән ҡон ҡайтарыусылар полкка барып етә. Аттарҙың иллеһен улар полк интендантына тапшыра, ә алты атты салып
       яңы ҡәберҙәр өҫтөнә һала. Далала һыбайлыларҙы шулай ерләйҙәр. Ҡайындар ҡорбандарҙы хәтерләп илағандай, ҡәберҙәр өҫтөнә үҙҙәренең һары япраҡтарын ҡоя.
       Алты башҡорт батырының ҡаны йәшәү көсө биргән һут булып ҡайындар тамырына һеңгәндәй, егерме үс алыусының даны ла
       рус халҡының хәтерендә ҡала. Боронғо дала халҡының изге йөрәге алдында тын ҡалып, баш эйәйексе!
       Ағалы - энеле Тур" ... 1942 йылдың йәйе һәм көҙөндә Башҡорт кавалерия дивизияһ ы Брянск фронтында Тербуны - 2 тимер юл станцияһы районында оборона тота. Беҙҙең яугирҙарҙың бер нисәүһе әсиргә төшә. Фа шистар уларҙы мәсхәрәләп, язалап үлтерә. "Тризна" очеркының нигеҙенә лә ошо ваҡиға һалынғандыр, моғайын.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал