6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Һыра йылғаһы үҙ ярҙарына кире ҡайта
08.10.05


       Рәсәй закондары һыра яратыусыларға талаптарын арттырыуын дауам итә. Бына Башҡортостан Хөкүмәте лә һыра һатыу һәм эсеү
       тыйылған тамаҡ ялғау урындарын билдәләүсе Тәртипте раҫланы.
       Күптән түгел ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, урындағы үҙидара
       органдары 7 ноябргә тиклем ошондай махсус урындарҙың исемлеген төҙөргә тейеш.
       Һыра һатыусыларға иһә был ваҡытҡа тиклем әүҙемлектәрен сикләргә тура киләсәк, сөнки уларҙың эшмәкәрлеге өсөн урындар асыҡ билдәләнгән дә инде. Балалар ойошмаларында, шулай уҡ мәғариф һәм медицина учреждениеларында урынлашҡан туҡланыу урындарында һыра һатыу һәм һыра һәм
       уның нигеҙендә әҙерләнгән башҡа эсемлектәр ҡулланыу тыйыла.
       Бынан тыш физкультура - һауыҡтырыу һәм спорт биналарында, ҡала һәм ҡала - ара йәмәғәт транспортында, мәҙәниәт
       ойошмаларында һәм халыҡтар күмәк йыйылған урындарҙа
       ( туҡланыу ойошмаларынан тыш), дини ойошмаларҙа, хәүефле объекттарҙа ла һыра һатыу һәм эсеү тыйыла.
       Был талаптарҙы боҙоусылар закон буйынса ҡаралған тәртиптә яуапҡа тарттырыласаҡ. Һуңғы йылдарҙа киң йәйелгән һыра йылғаһы үҙ ярҙарына кире ҡайта, күрәһең, ә инде был иҫерткес эсемлекте яратыусыларға үҙе кеүек үк Бахусҡа табыныусылар араһында ғына аралашырға тәҡдим ителә.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал