6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Сәләм! Минең исемем Вадик, йәки Участка милиционерҙары менән танышабыҙ
08.10.05


       - Мин, Суфиянов Әнфис Әнис улы, һеҙ йәшәгән территорияны ң участка милицонеры ...
       Һәм шунда уҡ ҙур планда төшкән фото. Был танышыу бюроһы
       өсөн анкета йәки һайлау алды листовкаһы тип уйлай күрмәгеҙ , Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы "Һаумыһығыҙ, мин
       һеҙҙең участка милицияһы вәкиле" тип аталған акция үткәрә.
       Үҙ участка милиционеры һәм уның эш ваҡыты хаҡында тулы
       мәғлүмәт яҙылған ҡағыҙҙы республикала йәшәүсе һәр кем аласаҡ. Граждандарҙың фатирҙарына килеп һөйләшеү һеҙҙең
       районда хәүефһеҙлек өсөн яуап биреүсе кеше менән танышыу ғына түгел, ул һеҙгә һөжүм итеү осрағы була ҡалһа нисек
       һаҡланырға, талау осрағында нисек итеп мөлкәтеңде һаҡлап ҡалырға икәнлеген аңлата, кәңәштәр бирәсәк. Мәҫәлән, ҡараңғы
       төндә ҡараңғы подьезда һеҙгә бандит һөжүм итте икән ти, ним ә эшләрһегеҙ Бар тауышығыҙға ҡарауыл ҡысҡырырһығыҙмы "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһына
       тиклем мин, бәлә була ҡалһа, (тьфү, тьфү, Хоҙай ҡушмаһын) н әҡ шулай эшләрмен тип уйлай торғайным. Ә бына Эске эштәр министрлығы вәкилдәре менә аралашып, участка милиционерының визиткаһы менән танышҡандан һуң, тауышыңды йә лләмәйенсә "Янғын! Янғын!" тип ҡысҡырырға кәрәклеген белдем. Шул саҡта ғына иң битарафтар ҙа ишеген асып ҡараясаҡ , бәлки ысынлап та уның ҡәҙерле торлағына хәүеф янайҙыр Һөҙөмтәлә һеҙ бер армия күршеләрегеҙҙе саҡырып сығарасаҡһығыҙ.
       Граждандарҙың вайымһыҙлығы һәм битарафлығы
       енәйәтселәргә файҙаға ғына. Эске эштәр министры урынбаҫары,
       БР йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы начальнигы Артур Әхмәтханов хәбәр итеүенсә, һуңғы биш йылда хоҡуҡ боҙоуҙар
       һаны байтаҡҡа артҡан. Йыл башынан Башҡортостанда 62 меңдән ашыу енәйәт теркәлгән, уларҙың 15 меңе - ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр. Ҡабатлап енәйәт ҡылыу, бурлыҡ осраҡтары ла күбәйә төшкән. Был шарттарҙа эске эштәр органдары
       етәкселеге участка милиционерҙарының роле мөһим, тип билдәләй: уларҙан башҡа кем был биләмәлә йәшәүселәрҙе, енәйәт ҡылырға һәләтле элементтарҙы, тотош - хәл торошто яҡшы белә һуң Шуға күрә милиционерҙар халыҡ араһына бара
       ла инде - уларҙың бурысы граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин
       итеү генә түгел, улар менән һөйләшеү, криминаль характерҙағ ы ваҡиғаларҙың шаһиттарын табыу.
       Бөгөнгө көндә республиканың ҡала һәм райондарында 1503
       участка милиционеры эшләй. Уларҙың көсө менән быйылғы йылдың һигеҙ айында 180 мең административ тәртип боҙоу, 7316
       енәйәт асыҡланған. Әммә улар бары тик закон боҙоусыларҙы
       эҙләү һәм зарарһыҙландырыу менән генә шөғөлләнмәй, халыҡ
       участка милиционерҙарына төрлө һорауҙар һәм үтенестәр менән , әйтәйек, ғаилә ыҙғыштарын хәл итеү йәки күршеләренең артыҡ
       шаулауына ялыу менән дә килә. Быйыл ғына участковыйҙар
       тарафынан 400 меңгә яҡын граждандарҙың ялыуҙарын тикшерелгән. Һәм яҡын арала уларҙың эше тағы ла артасаҡ, тип
       уйларға ҡала, үҙ участка милиционерҙарын халыҡ хәҙер инде ү ҙ танышы кеүек күреп мөрәжәғәт итәсәк. Бының өсөн шарттар ҙа
       тыуҙырылған: тәртип һаҡсылары уңайлы ваҡытта, киске етенән туғыҙға тиклем ҡабул итә. Тимәк, эштән һуң милиция пунктына
       инеп, үҙ территорияңда тәртип һаҡлауҙы тәьмин итеүгә үҙ өлөшөңдө индереп сығырға мөмкин.
       "Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милицияһы вәкиле" акцияһы
       , БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Руслан Шәрәфетдиновтың һүҙҙәре буйынса, исем өсөн генә үткәрелмәй, ул системалы рәүештә ойоштороласаҡ, граждандар й ыйылышында участка милиционерҙары үҙҙәренең башҡарған
       эше тураһында отчет бирәсәк. Был йыйылыштарҙа БР эске эштәр министры Рафаил Диваев та булырға ниәтләй, тинеләр беҙгә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә. Халыҡҡа яҡыныраҡ
       булыу - изге эш.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал