6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өфө командаһы үҙ көсө менән еңергә теләй
07.10.05


       Бына Өфөгә ҙур волейбол да килеп етте. Ул Рәсәйҙең супер лига командалары уйнаған өсөн генә түгел, ә "Нефтяник Башҡортостана" өсөн сығыш яһаусы уйынсыларҙың оҫталығы менән дә ҙур. Республиканың иң көслө клубында бындай берҙәм коллектив булғаны юҡ әле. Мәскәүҙең "Луч" командаһы - билдәл е Павел Борщтың тәрбиәләнеүселәре волейбол "гурмандарын"
       лайыҡлы уйын күрһәтеп ҡыуандырҙы, әммә "нефтселәр" барыбер көслөрәк булып сыҡты һәм хәл иткес бишенсе партияла еңеү яуланы.
       Осрашыуҙың башы ҡыуаныслы булды. Өфөлөләр үҙҙәренә ҡаршы уйнаусыларҙан көслөрәк булыуы һиҙелә, 25 : 14.
       "Динамонан" килгән яңы уйынсылар - Максим Трешин һәм Тарас Хтей үҙҙәрен бик яҡшы яҡтан күрһәтте. Улар үҙ эштәренең ысын
       оҫтаһы һәм хатта ҡаршы яҡ мәрәй алдым тип ҡыуанған мәлдә лә
       гол индерергә һәләтле.
       "Нефтяник Башҡортостана" командаһындағы берҙән - бер өфөлө Дмитрий Бакулин "Лучҡа" ҡаршы уйнағанда үҙенең көслө волейболсы икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Хтей менән Терешиндың килеүе Бакулиндың оҫталығы үҫеүе өсөн этәргес
       көс булған, ахыры.
       Үҙәк блок ҡуйыусы Алексей Рыжовта ла оҫталыҡ йәһәтенән алға китеш һиҙелә. Салауатта үткән турнирҙа ул үҙ командаһын да иң насар уйнаусыларҙың береһе булһа, һуңғы матчтарҙа блок та ғына түгел, һөжүмдә лә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Леонид Кузнецов та унан ҡалышмай. Өҫкә һикергән арала был бейек еге т ҡаршы яҡтың оборонаһында көсһөҙ урын табып өлгөрә һәм тупты нәҡ шунда оҙата.
       "Нефтяник Башкортостана" командаһының туп тапшырыу элементын бик яҡшы үҙләштереүен билдәләп үтергә кәрәк. Өфөлөләрҙең әлегә тиклем бындай оҫталыҡ күрһәткәндәре юҡ
       ине әле буғай. Хтей һәм Заковоротный берәр тапҡыр бер ырғытыуҙа гол индерҙе - был ғәжәпләндермәй. Был элементты Терешин һәм Бакулин өсәр тапҡыр ҡабатланы. Тәүгеһенән
       бындай аҙым көтөргә мөмкин булһа, икенсеһе иһә көйәрмәндәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Ә Иванов менән Рыжовтың да ошоно уҡ ҡабатлауы тураһында нимә әйтерһегеҙ Һуңғылары
       элегерәк бындай оҫталыҡ менән айырылып тормайҙар ине. Әгәр тупты уйынға индереү йәһәтенән эш артабан да шулай барһа, "Нефтяник Башҡортостана" командаһына ҡаршы уйнаусыларҙы йәлләргә генә ҡаласаҡ.
       Юрий Маричев командаһын бары тик ике проблема ғына
       борсой. Әлегә Куба легионеры, тамашасыларҙың яратҡан
       уйынсыһы Османи Гуанторена килмәгән ( Кубала спорт министры алмашынған тигән хәбәрҙәр йөрөй). Иң борсоғаны - Өфө командаһының "мейеһе" Николай Ивановтың яңы уйынсылар Хт ей һәм Терешин менән тулыһынса уртаҡ тел таба алмауы. Болгар легионеры ырғытҡан барлыҡ туптар ҙа Рәсәй һөжүм
       итеүселәре өсөн уңайлы булды тип әйтеүе ҡыйын.
       Матчтан һуң беҙ тренерҙарҙан үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
       Юрий Маричев, "Нефтяник Башҡортостана" волейбол клубы тренеры (Өфө):
       - Бик ҡатмарлы уйын. Мин тыштан ғына тыныс күрендем, эстә
       иһә барыһы ла ҡайнай. Одинцовола "Искраға" ҡаршы уйын тураһында нимә әйтә алам. Бер партияны еңдек. Ҙурыраҡ еңеүгә
       ул кис хәл етмәне.
       Павел Борщ, "Луч" (Мәскәү) командаһы тренеры:
       - Өфөлөләрҙең составы беҙҙекенә ҡарағанда көслөрәк.
       "Нефтяник Башҡортостана" Европа клубтары кимәленә күтәрелде тип әйтергә була. Беҙҙең команда йәш, бер уйынсыбыҙҙың ғына етерлек тәжрибәһе бар - әммә мин егеттәрҙең уйынынан ҡәнәғәт.
       - Һеҙҙең судьяға дәғүәләрегеҙ бар ине шикелле, тик һуңына н һыуындығыҙ...
       - Дәғүә берәү генә ине - әммә судья үҙ ғәйебен төҙәтте. Ғәҙәттә Мәскәүҙән алыҫлашҡан һайын судьялар насарыраҡ була
       бара. Әммә бөгөн мин арбитрҙарҙан тулыһынса ҡәнәғәт, Өфө судьялар ярҙамында түгел, үҙ көсө менән еңергә теләй.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал