6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Урал оҫталарының хеҙмәте баһаланды
07.10.05


       Урал оҫталары - металлург, машина төҙөүсе, нефтсе, таусы һ әм башҡа һөнәр эйәләренең даны алыҫ таралған. Әммә һәр кеше өсөн уның хеҙмәте, таланты, ҡаҙаныштары "быуттарҙа" түгел, "бөгөн һәм хәҙер" баһа табыуы ҡиммәт. Профессиональ
       эшселәрҙең хеҙмәте ни тиклем мөһим һәм һорау менән файҙаланыуын күрһәтеү маҡсатында Урал төбәгендә "Урал
       оҫтаһы" ( "Уральский мастер") һыраһын етештереүсе "Вена" асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөнсө йыл эшсе һөнәр эйәләре араһында професиональ оҫталыҡҡа конкурс үткәрә.
       Күптән түгел республика предприятиеларында үткән өсөнсө төбәк - ара конкурс тамамланды. Унда 35 меңдән ашыу кеше
       ҡатнашты. Сара һөҙөмтәләре буйынса Өфө сәнәғәт предприятиеларының иң яҡшы эшселәре наградланды. Байрам уңайы менән еңеүселәр һәм предприятие вәкилдәре
       ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
       Ришат Латипов, "Гидравлика"предприятиеһының кадрҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары:
       - Еңеүсе исеменә ярышта ҡатнашыусылар әүҙемлеге артҡандан
       арта. Номинациялар быйыл өлкәндәргә лә, йәштәргә лә ҡатнашыу мөмкинселеге бирҙе. Ярыш процесы уларға ла, эштәренә лә файҙаға ғына булды.
       Гөлнара Чванова, "СТЕКЛОНиТ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар бүлеге начальнигы:
       - Әйтергә кәрәк, бындай профессиональ оҫталыҡҡа ярыштарҙы
       беҙ үҙебеҙҙә, предприятие эсендә лә үткәрәбеҙ. Эшселәр ҙур теләк менән ҡатнаша. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшылары "Урал
       оҫтаһы" исемен алыу өсөн көрәшә. Әйткәндәй, беҙ унда икенсе
       йыл ҡатнашабыҙ. Конкурс беҙҙең эшселәрҙе берләштерә, күптәрҙең киләсәктә был сарала ҡатнашып ҡарау теләге тыуа.
       - Үҙеңде еңеүсе итеп тойоуы күңелле, тағы ла яҡшыраҡ эшлә ү теләге тыуа, - тип өҫтәй "СТЕКЛОНиТ" эшсеһе Любовь Авдеева.
       Конкурс өсөнсө йыл ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, ул
       ваҡыт һынауын үтте тип әйтергә була. Башта сара коммерция маҡсаттарын күҙ уңында тотһа, бөгөн, "Урал оҫтаһы" конкурсының башҡарма дирекцияһы вәкиле Екатерина Калужникованың һүҙҙәренә ҡарағанда, уның маҡсаты - эшсе һөнәренең абруйын күтәреү һәм был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеү.
       "Перспектива һәм йәшлек" номинацияһында еңеүсе Алексей Федоров үтән йыл Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған һәм Өфө моторҙар төҙөү берекмәһенә эшкә килгәненә бер ҙә үкенмәй. Эш урыны ла, эш хаҡы ла
       ҡәнәғәтләнерлек ти ул.
       - Беҙ йәштәрҙе теләп эшкә алабыҙ, - ти был предприятиеның кадрҙар бүлеге начальнигы Нина Аристова, - әммә был һәр килеүсене ҡабул итәбеҙ, тигәнде аңлатмай: һайлап алабыҙ, әлбиттә. Шулай ҙа йәш кеше авиация техникумы йәки университеты тамамлаһа, беҙгә килә. Дипломы булмағандар ҙа бар, беҙ студенттар менән өсөнсө курстан башлап эшләйбеҙ.
       Быйыл Өфө авиация техник университеты менән килешеү төҙөнөк - туғандары беҙҙә эшләгән 80 йәш кеше университетҡа льгота нигеҙендә уҡырға инә ала. Уҡыуын тамамлағандан һуң
       эшкә улар беҙгә киләсәк. Ситтән килгәндәргә дөйөм ятаҡтан
       бүлмә бирәбеҙ.
       "Урал оҫтаһына" килгәндә, Нина Дмитриевна әйтеүенсә, ул завод эшсәндәренең күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Сөнки конкурста еңеүселәрҙе наградлау берекмәнең 80 йыллыҡ
       юбилейын билдәләгән көндәрҙә ойошторолдо.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал