6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Мәжит Ғафури тураһында фильм төшөрөлдө
07.10.05


       "Башҡортостан" киностудияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тураһында фильм төшөрөлдө. "Шағир һүҙе һәм даны" таҫмаһын Ғафуриҙың шиғри мираҫын уның биографияһы менән тоташтырырға тырышыу, тип аңларға була. Картина шағирҙың тыуған яғы - Ғафури районы, Еҙем - Ҡаран
       ауылына барыуҙан башланып китә. Тамашасыға ашыҡмай ғына
       иҫ киткес таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйынан үтергә, шаршылар моңон тыңларға, Мәғәш тауы йәки Аҡ ҡаяларға ҡарап һ оҡланырға тәҡдим ителә. Артабан тамашасы Ғафури паркында була, бына тигән кеше, урмансы Хәтмулла Рәхимовтың эше менән таныша. 25 йыл эсендә ул йөҙҙән ашыу ағас үҫтергән . Уларҙың күбеһендә билдәле шағир, яҙыусы, сәйәси эшмәкәрҙәрҙең исеме яҙылған табличкалар ҡуйылған. Һәм һәр
       береһе билдәле дата, дөрөҫөрөгә юбилей менән бәйле.
       Тарих - был фильмдың мәжбүри өлөшө. Таҫма авторы Владимир Жереховҡа эҙемтәләре фажиғәле булған
       революцияның бөгөнгө трактовкаһынан баш тартырға тура килә.
       Әлбиттә, фильмда Мәжит Ғафуриҙың драмаһы бар: ҡағыҙ б иттәре утта янып юҡҡа сыға: шағирҙың ҡатыны Зөһрә Ғафуриҙың исемен һаҡлап ҡалыр өсөн Сталин репрессиялары ваҡытында иренең дуҫтары - сәйәси золом ҡорбандарының хаттарын яндыра.
       "Эшсе" операһынан Ниғмәт арияһы ла яңғырай, уны Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡара. Арияны ул атып үлтерелер алынан йырлай,
       йыр уға ғүмеренең һуңғы сәғәттәрен үткәрергә ярҙам итә.
       Әммә хыял поэтикаһы күпкә мөһимерәк: таҫмала Мәжит Ғафуриҙың революция шиғырҙары марш ритмында яңғырай. Уларҙы ялған пафосһыҙ уҡыуы бик ҡатмарлы, һәм Башҡорт
       дәүләт филармония артисы Александр Донгузав быны бик шәп башҡара. Тамашасыға иһә башта фотолар, тормошто үҙгәртергә с аҡырған юлдарҙың типографияла баҫылыуы аша революция
       алды ваҡиғаларына инергә тәҡдим ителә.
       Композитор Илшат Хәлилов һәм тауыш режиссеры Нәркәс
       Сиражетдинова алдында ҡатмарлы бурыс - илаһи, күңелгә үтеп
       инеүсе көй менән дауыллы революция алды шау - шыуын берләштереү тора. Һәм уларҙың оҫталығына көнләшергә була: революция демонстрацияһы шау - шыуҙары яңынан
       барлыҡҡа килтерелә, ә музыка һәм мосолман доғаһы көтмәгәндә
       орган менән ҡушыла. Фильмдың операторы Рафаэль Сарвае в һәр фотографияның тормошон күрһәтә. Уларҙа тарихтың
       үҙенсәлекле сағылышына ғәжәпләнергә генә мөмкин. Бына беренсе донъя һуғышы окоптарында һалдаттар йылмая. Ошо һәм ҡ айһы бер башҡа фотоларҙы режиссер Ғафури ғаилә фондынан
       плғпн. Люциә Камаева һәм уның ире - Хәлит Ғафури бик күп
       материалдар йыйған, юбилейға яңы китап сығарған һәм фильмды төшөргәндә уларҙың күрһәткән ярҙамы баһалап
       бөткөһөҙ.
       Һәм шулай ҙа ижадта иң ҙур шатлыҡ Ғафури шиғырҙарының үҙенсәлекле визуаль образ тыуҙырыуын аңлағанда. Шулай итеп фильмда түңәрәк ай, Зөһрәнең фотографияһы артынан уттар
       балҡытҡан төнгө ҡала барлыҡҡа килә.
       Әйткәндәй, фильм авторҙарының ижади эҙләнеүҙәрен дауам итеү мөмкинселеге бар: Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды режиссер Владимир Жереховҡа беренсе халыҡ шағиры тураһында метражы буйынса ҙурыраҡ видеофильм төшөрөргә тәҡдим итә. "Мин - Ҙур Урал улы" таҫмаһының премьераһы октябрь аҙағына планлаштырыла.

Владимир Волошин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал