6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Суверенитет беҙгә баҙар шарттарында лайыҡлы йәшәргә мөмкинселек бирҙе
07.10.05


       Туймазы районын Башҡортостандың "көнбайыштағы ҡапҡаһы" ти п тә йөрөтәләр. Ул Татарстан Республикаһы менән сиктәш. Нефть һәм республиканан ситтә лә билдәле булған "зәңгәр ынйы
       бөртөгө" - Ҡандракүл - райондың визит карточкаһы ролен үтәй .
       Быйыл Туймазы районы ике юбилей билдәләй - райондың үҙенә
       75, Туймазы ҡалаһына 45 йыл тула. Туймазы ҡалаһы һәм районының хакимиәт башлығы Рәшит Хәйруллин "Башинформ" агентлығында үткән һәм Республика көнөнә арналған матбуғат
       конференцияһының төп геройы булды.
       - Республикабыҙҙың дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация беҙгә баҙар шарттарына юғалтыуһыҙ инергә һәм үҙ урыныбыҙҙы табырға мөмкинселек бирҙе, - тине Рәшит Хәйруллин. - Мин сәнәғәт өлкәһендә лә, ауыл хужалығы
       өлкәһендә лә аҡыллы дәүләт сәйәсәтен күҙ уңында тотам. Рәсәйҙең башҡа өлкәләренә хас булған колхоз, совхоздарҙы таратыу кеүек радикаль үҙгәрештәр беҙгә ҡағылманы. Шуға күрә
       беҙҙә ауыл хужалығы һаҡланып ҡалды ла инде.
       Ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеү һәм башҡа йүнәлештәрҙә ҡеүәтле дәүләт яҡлауы Башҡортостанға Рәсәй
       Федерацияһында иген етештереү буйынса икенсе урынды биләргә, малсылыҡ продукцияһы етештереүҙә лә алда барырға
       мөмкинселек бирә.
       Сәнәғәткә килгәндә, беҙҙең ҡала миҫалында республиканың
       етәкселек сәйәсәте һәм баҙарға инеү шарттарында ҡурсалаусы режим булыуы, дәүләт заказы һәм дәүләт бюджетының даими
       ярҙамы арҡаһында беҙ бетон ташыусы автомобилдәр заводы, химик машиналар төҙөү заводы кеүек предприятиеларҙы һаҡлап ҡ ала алдыҡ. Иң ауыр йылдарҙа беҙҙең республика Хөкүмәте бетон ташыусы автомобилдәр заводында яңы продукция - "Полесье" комбайны - етештереүгә заказ урынлаштырҙы, шулай уҡ нефть - химия сәнәғәтенә лә ярҙам итте. Ошоға бәйле бөгөн
       продукция үҙебеҙҙә ҡулланыу өсөн генә түгел, экспортҡа ла етештерелә.
       Туймазыла әлеге ваҡытта 40 ҙур сәнәғәт предприятиеһы эшлә й, улар йылына дүрт миллиард һумдан артығыраҡ суммаға продукция етештерә. Туймазыла машиналар төҙөү, яғыулыҡ, нефть - химия, медицина, целлюлоза - ҡағыҙ, аҙыҡ - түлек тармаҡтары, төҙөлөш материалдары етештереү үҫешкән. Автобетоновоз һәм химик машиналар төҙөү заводынан тыш техник углерод заводы, газ эшкәртеү, ҡағыҙ фабрикаһы һәм башҡалар эшләй.
       Төп капиталға инвестициялар арта. Быйылғы йыл эсендә 260 миллион һум инвестицияланған. Йыл аҙағына тиклем туймазылар миллиард һумға яҡынларға ниәтләй. Район иҡтисадында 54 мең
       кеше мәшғүл, ә сәнәғәттә эшләүселәр һаны быйылғы йылдың туғыҙ айы эсендә 1600 кешегә артҡан.
       - Бәлки, парадокс булып яңғырар, - тине Рәшит Хәйруллин, - әммә квалификациялы иретеп йәбештереүселәр, токарҙәр етмәүе беҙҙе ҡыуандыра. Улар тағы ла һорау менән файҙалана. Һәм беҙ уҡыу йорттарында тағы ла үҙебеҙгә белгестәр
       әҙерләйбеҙ.
       Туймазы ҡалаһының бюджеты үҙен яҡшы тоя һәм хатта ауыл хужалығына аҡса тотонорға ла баҙнат итә. Быйыл, мәҫәлән, алт ы комбайн һатып алынған.
       Ғөмүмән, бюджетҡа 555 миллион һум индереү
       планлаштырылған. Әммә средстволарҙың даими инеүе өҫтәмә аҡсаға дүрт мәҙәниәт йортон ремонтларға ла мөмкинселек биргән. Бөгөн бюджет асыҡлана һәм яҡынса 680 миллион һум
       тәшкил итәсәк.
       - Халыҡтың йәшәйеш кимәле тураһында һаҡлыҡ
       банкыларындағы вкладтар буйынса фекер йөрөтөргә була, - тин е Хәйруллин. - Әгәр үткән йыл туймазылар иҫәбендә 730 миллио н һум булһа, быйыл ул миллиардтан артыҡ.
       Журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла хакимиәт башлығы ҙур теләк менән яуап бирҙе. Мәҫәлән, Туймазы фарфор заводының яҙмышы тураһындағы һорауға яуап итеп ул производствоның шәхси ҡулдарға тапшырылыуын белдерҙе. Бөгөн завод үҙгәртеп ойошторолған, унда 600 кеше эшләй.
       Матбуғат конференцияһы аҙағында Хәйруллинға уның символик
       программа - максимум һәм программа - минимумы нимәнән ғибәрәт булыуы тураһында һорау бирҙеләр. Минимум хаҡында ул барлыҡ теләүселәр эш менән тәьмин ителеүен, ваҡытында эш
       хаҡы алыуын, кисен урамға сығырға ҡурҡмауҙарын һәм ҡаланың таҙа булыуын билдәләне. Ә максимумда ул яңы производство
       барлыҡҡа килеүен күрә һәм Туймазның "вуз ҡалаһына" әүерелеүен теләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал