6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ҡара төндә "ҡара алтын" аға
07.10.05


       Нефть продукттарының законһыҙ әйләнешен асыҡлау һәм тыйы у буйынса әлеге ваҡытта республикала барған махсус операция
       ҡыҫҡа ғына итеп "Яғыулыҡ - майлау материалдары" ( "ГСМ") ти п атала. "БАШвестЪ" гәзитенә Башҡортостандың төп хоҡуҡ һаҡла у ведомствоһында хәбәр итеүҙәренсә, эске эштәр органдары ике
       енәйәт төркөмөн асыҡлаған да инде. Енәйәтселәр Өфө һәм
       Октябрьский ҡалаларының магистраль нефть үткәреүсе торбаларын законһыҙ рәүештә "ҡырҡып" нефть урлау менән шөғөлләнгән.
       Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр, мәҫәлән, 600 тоннаға яҡын "ҡара алтын" урлап, дәүләтте ике миллион һумға бөлдөргә н. Тиҫтәләгән тимер юл цистернаһы - ысынлап та стахановсылар күрһәткесенә тарта. Урындағы ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы
       көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынмаһалар, зыян килтереүселәр нефть продукттарын һатып тағы ла күпме байырҙар ине, билдәһеҙ.
       "КамАЗ" машинаһын бер ниндәй документһыҙ 30 тонна урланған нефть менән тултырып, был төркөм табыштарын төбәктән ситкә алып сығырға маташа. Татарстанға бер километр
       ҡалғас, уларҙы беҙҙең юл - патруль хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Х әҙер инде транспортты кем арендаға алыуын ғына асыҡларға ҡал а,
       әммә органдарға был йәһәттән баш ватырға тура килмәй, ҡулға
       алынған йөктөң яҙмышын асыҡлау маҡсатында "хужа" үҙе
       милицияға килә.
       Асыҡланыуынса, быйыл март айында был енәйәтселәргә ҡарата
       енәйәт эше асылған булған инде: ике миллион һум - "нефть табыу алдынғыларының" йыллыҡ табышы. Уларҙың береһе "Башнефть" операторы булып эшләй һәм бурлыҡ өсөн иң хәүефһеҙ урындарҙы һайлай. Белгес хәйләкәр эш итә - бары тик
       янғын һүндереүселәр шлангын һәм нефть үткәргестәрҙең асыҡ
       урындарын ғына файҙалана. Бурлыҡ асыҡланғас, уны шунда уҡ
       эшенән бушаталар, әммә уның ярҙамсыһы, "һатыу буйынса
       менеджер", тағы ла бай һатып алыусы таба.
       - Моғайын улар был юл менән байыу ғына түгел, адвокат хеҙмәтенә түләү өсөн дә аҡса әҙерләргә уйлағандарҙыр, - тип фекер йөрөтә Октябрьский ҡалаһы эске эштәр бүлегенең тикшереү бүлеге начальнигы Илдар Фәйзуллин.
       Төнгө быраулау алдынғыларына ҡарата енәйәт эше асылды ( ҙур күләмдә урлау). Уларға унар йылға иркенән мәхрүм ител еү һәм бер миллионға тиклем күләмдә штраф янай, тип хәбәр иттеләр беҙгә БР Эске эштәр министрлығында. Әлеге ваҡытта енәйәтселәр ваҡытлыса изоляторҙа - нефть магистралдәренән
       алыҫ урында тотола. Эске эштәр министрлығы һәм Өфө районы эске эштәр бүлегенең иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы оперативниктары ҡулына бынан тыш яғыулыҡ - майлау материалдары һатып еңел аҡса эшләргә яратыусы тағы бер төркөм эләккән. Бурҙар ҡырын эш менән төндә шөғөлләнә, улар магистралдең контроль подстанцияларын бөлдөргән. Уларҙың етештереү темптары тураһында күп һанлы йөк машиналары эҙе буйынса фекер йөрөтөп була. Енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса бүлек начальнигы Әнфис Моғаттаров
       әйтеүенсә, был предприятие урланған газ конденсатын һатып алыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ә Башҡортостандан ситтә
       продукцияны һатыу эшен шундай уҡ легаль булмаған икенсе
       ойошма үҙ өҫтөнә ала.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал