6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Илдус Илешев: "суверенитет" терминын "үҙаллылыҡ" һүҙе менә а лмаштырырға мөмкин
06.10.05


       - Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты иғла н
       ителеүе йәһәтенән төрлө фекерҙәр йөрөй - ғалимдар,
       сәйәсмәндәр, йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкә вәкилдәре төрлө
       фекер йөрөтә. Документты ҡабул итеүгә инде 15 йыл - был ваҡ ыт эсендә билдәле һығымталар яһарға мөмкин, - тине "Башинфор м" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында сығыш яһап БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм м илли сәйәсәт министры Илдус Илешев. - 1991 йылды хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ, көтмәгәндә, һанаулы ваҡыт эсендә
       Советтар Союзы тип исемләнгән ҙур ил тарҡалды. Хоҡуҡи бушлыҡ, дәүләткә идара итеү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, Үҙәктә сәйәси көрәш, төбәктәрҙә бер кемдең дә эше юҡ... Ошо ваҡытта Башҡортостанда дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде, һөҙөмтәлә беҙ үҫеш буйынса башҡа төбәктәрҙе ун йылға артта ҡалдырҙыҡ.
       Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация нигеҙендә Башҡортостанда яңы Конституция ҡабул ителде, ул республика
       граждандарының хоҡуҡ тигеҙлеген, шулай уҡ республиканың
       үҙәк һәм башҡа төбәктәр менән элек - электән килгән килешеү
       мөнәсәбәттәренә хоҡуғын билдәләй.
       Илешевтың һүҙҙәре буйынса, Декларация Башҡортостандың төрлө өлкәлә йылдам үҫешенә башланғыс һалды.
       - Беҙ мәктәптәр, музейҙар, китапханалар ... һаны һәм улар ҙы йыһазландырыу буйынса алда барабыҙ. Төбәктә милли мәктәптәр арта, сөнки туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнеү патриотик рухты нығыта. Проблема үҙәктең был проблеманы хәл итмәүендә - ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Рәсәйҙә төбәктәрҙе берләштерерлек системалы дәүләт милли сәйәсәте юҡ. Тимәк был мәсьәләне Рәсәй Федерацияһы субъекттарына үҙҙәренсә хәл итергә ҡала.
       - Ҡайһы бер ғалимдар милли суверенитет идеяһы тураһында милли аспектта фекер йөрөтә. Әммә мин был турала һүҙ ҙә
       булырға тейеш түгел тип иҫәпләйем, сөнки күпселектә РФ төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан да күп милләтле республика.
       Илдус Ғөбәйҙулла улы республикала "уның аяҡҡа баҫыуына кө с һалыусы" күп кенә фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен тейешенсә баһаламауҙарына үкенес белдерҙе:
       - Мәҫәлән, Башҡортостанда һаман да Әхмәт - Зәки Вәлидигә һәйкәл юҡ, ә уның мираҫы тәрән хөрмәткә лайыҡ. Бөгөн ғалимдар Вәлидиҙең шәхесен "республикала федерализмға нигеҙ һалыусы" тип атай. Аҡмулла - рус һәм башҡорт халҡы
       араһындағы дуҫлыҡҡа өндәүсе шағир. Минеңсә, республика
       граждандарын берләштереү өсөн унан да яҡшыраҡ символ булыуы мөмкин түгел.
       Дәүләт суверенитетын иғлан итеү тураһындағы Декларацияның
       ун биш йыллығын Илдус Илешев мөһим дата тип атаны. Был документһыҙ беҙ үҫешебеҙҙә был тиклем алға китә алмаҫ инек,
       тине ул.
       - "Суверенитет" термины әле бер нисә йыл элек кенә насар
       ҡабул ителә ине. Әммә уны бит "үҙаллылыҡ" тигән һүҙ менән алмаштырып була. Төрлө халыҡтар йәшәүсе илдә берҙәм ҡеүәтле сәйәси үҙәкһеҙ тотороҡло тормош булмағанын барыбыҙ ҙа
       аңлайбыҙ. Үҙәккә буйһоноп, тәбәктәр үҙҙәрен үҙ ерҙәрендә ху жа итеп тойорға тейеш. Үҙәк һәм төбәктәр араһында мөмкин бул ған берҙән - бер мөнәсәбәт - килешеп йәшәү.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал