6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Аҡылы - техникала, күңеле - балаларҙа!
06.10.05


       5 октябрь көнө Рәсәй педагогтары үҙәренең һөнәри байрамы - Уҡытыусылар көнөн билдәләй. Был көндө уҡыусылар элекке һә м бөгөнгө остаздарын тәбрикләй һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерә. Ә көндәлек тормошта нисек һуң Көндәлек тормошта балалар менән эшләү - ауыр хеҙмәт. Педагогикала эшләп балаларҙан көн
       дә рәхмәт һүҙҙәре ишетергә өмөтләнергә тура килмәй. Ә бына
       уларҙан бер нимә лә көтмәйенсә, үҙ күңелеңде, көсөңдө һәм ваҡытыңды балаларға бирһәң, үҙ ваҡыты килеп еткәс тырышлығың үҙен аҡлаясаҡ. Бындай уҡытыусыны уҡыусылары һәр ваҡыт ярата һәм күңелендә йөрөтә.
       Бөгөнгө хикәйәләүем үҙ эшенең фанаты - физкультура
       уҡытыусыһы Владимир Федорович Баранов хаҡында. Август айында уға 66 йәш тулды. Баранов - "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре" (1988 йыл), "СССР - ҙың физик культура һәм спорт отличнигы" (1989 йыл), "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик
       культура хеҙмәткәре" ( 1999 йыл), уҡытыусы - новатор.
       Физкультура дәрестәре алып барыуҙан тыш, Владимир
       Федорович үҙ ҡулдары менән спорт залдарын йыһазландыра.
       Был залдарға килеп ингәс, мотлаҡ хайран ҡалаһың. Уның
       ҡулдары менән эшләнгән ғәҙәти булмаған снарядтар, ҡатмарлы электроника, иң мөһиме, был әйберҙәргә күңел йылыһы һалып эшләнгәне һиҙелә.
       Миҫал өсөн Баранов тарафынан йыһазландырылған залдарҙың береһе - Өфөнөң 3 - сө гимназияһының спорт залына инәйек. Нимә теләһәгеҙ шул турала мәғлүмәт алып була торған спорт
       залдары һәр мәктәптә лә юҡ шул. Бында ярыш барышында ваҡытты минутлап һанау, ике команданың иҫәбен алып барыу, период йәки уйынсыға бирелгән шелтә күрһәткесе һәм башҡалар. .. Заводта әҙерләнгән бындай таблолар меңәрләгән
       һум тора, һәм бик һирәк мәктәптең уны һатып алыу мөмкинселеге бар. Зал уртаһындағы волейбол селтәре автоматик
       рәүештә күтәрелеп төшөрөлә. Стена буйҙарында урынлашҡан
       спорт снарядтарын шөғөлләнеүсенең йәшен, буйын һәм ауырлығын иҫәпкә алып көйләргә мөмкин. Гимнастика ҡоролмалары барыһы ла уҡыусыларҙың көс һәм таһыллығын үҫтереүгә ҡоролған. Көс әҙерлеге һәм гимнастика нигеҙҙәре - үҙ дәрестәрендә Владимир Федорович ошо төшөнсәләргә айырыуса
       баҫым яһай. Барановтың ғорурлығы - күтәрелеүсегә үҙе үк ярҙ ам итеүсе турник. Унда бөтөнләй әҙерлекһеҙ кеше лә шөғөлләнә
       ала. Барыһы ла ябай ғына - ҡаршы ауырлыҡ ( противовес) системаһы ҡулланып эшләнгән. Мин был снарядта үҙем дә күтәрелеп ҡараным һәм тейешенсә баһаланым. Көс һалырға тура килә, әлбиттә, әммә ул шунда уҡ ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә.
       Файҙаһыҙ маташыуҙарҙан һуң турник эргәһенә бөтөнләй яҡын килмәҫлек булып йонсоу юҡ бында. Бер нисә күнекмәнән һуң шөғөлләнеүсенең ҡулдары нығый, һәм ҡаршы ауырлыҡты бер аҙ кәметергә лә була. Даими күнекмәләр үткәргәндә, уҡыу йылы аҙағына бер ниндәй ярҙамһыҙ егерме тапҡыр күтәрелергә
       мөмкин, ти уҡытыусы.
       Ябай мәктәптең спорт залында Барановтың уҡыусылары һөңгө
       ырғыта. Һәм бында бер ниндәй ҙә хәүефһеҙлек техникаһын боҙо у юҡ, күнекмәләр өсөн махсус урын буларға тейешлеге тураһынд а һорауҙар ҙа бирелмәй. Тағын да бик ябай схема файҙаланыла - һөңгөләр тарттырып ҡуйылған сымға кейҙерелгән, шуға күрә
       ырғытҡандан һуң улар бер траектория буйынса ғына хәрәкәт ит ә, һуңынан үҙ урынына әйләнеп ҡайта.
       Баранов йыһазландырған киләһе залда ( 144 - се башҡорт гимназияһы) стеналарҙа тишектәр уйылған, уларҙан билдәле бер
       ваҡытта туптар килеп сыға һәм "Беҙ килдек, әйҙәгеҙ уйнайыҡ! ", - тип хәбәр итә. Ҙурыраҡ уйымдарҙан маттар шыуып сыға һәм
       шулай уҡ күнекмәләргә әҙер булыуҙарын белдерә.
       Ә уҡытыусылар бүлмәһендәге техника һәм электроника! Был айырым йыр! Әйткәндәй, тура мәғәнәһендә. Унда дүрт музыкаль
       үҙәк урынлашҡан, һәр береһе идара итеү пультына тоташҡан һә м барыһы ла эшләй. Кәрәкле ваҡытта залда музыка уйнай, ҡош тауыштары йәки уҡытыусының күрһәтмәләре яңғырай. Улар алдан пленкаға яҙҙырылған, әлбиттә. Дәрестең бер минуты ла бушҡа үтмәй, һәм кәрәк саҡта уны хатта уҡытыусыһыҙ ҙа үткәрергә мөмкин.
       Тағын бер тапҡыр әйтеп үтәм - быларҙың барыһын да
       Владимир Федорович үҙе уйлап сығарған һәм тормошҡа
       атҡарған.
       Мәҡәләмдең геройына бер нисә һорау бирмәйенсә түҙә алманым.
       - Техникаға бындай ынтылыш ҡайҙан килә һеҙҙә
       - Мин бала саҡтан алып техника янында булдым. Ғаиләлә беҙ алты бала үҫтек, атайым ҙур тракторҙарҙа механизатор булып эшләне. Велосипедымды ла үҙем теләгәнсә эшләп алдым. Мәктәп күрше ауылда ине, мин уға саңғылар ҡуйҙым да ҡышын да велосипедта елдерҙем.
       Мәктәп йылдарында машинаны өйрәнеү түңәрәгенә йөрөнөм.
       Һәм бер юлы дүрт танытма алдым - шофер, комбайнер, тракторсы һәм электрик. Төнъяҡ флоттың диңгеҙ авиацияһында,
       радиотехника отрядында хеҙмәт иттем. Радиотехникала башым шәп эшләй ине минең, яңы тәҡдим менән сығыш яһаным - минең п роект буйынса ике радиолокатор урынына берәүҙе файҙалана
       башланыҡ. Бик экономиялы килеп сыҡты - бер нисә миллион һум һаҡлап ҡалғанбыҙҙыр.
       - Ә физкультура менән һеҙ шулай уҡ бала саҡтан
       шөғөлләндегеҙме
       - Эйе. Мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла саңғыла йәки велосипедта йөрөнөм. Армияла һәр кемдең саңғыһы бар ине. Көн
       дә унар километр йүгерҙек. Әле лә йүгерәм, гимнастика менән шөғөлләнәм, канат буйлап үрмәләйем, балалар менән бергәләп
       гандбол, футбол, волейбол уйнайбыҙ.
       Армиянан һуң мин приборҙар төҙөү заводында эшләнем. Параллель рәүештә спорт менән дә шөғөлләндем - велоуҙыштарҙа ҡатнаштым.
       Һуңынан П. Лесгафт исемендәге Ленинград физкультура
       институтының Өфө филиалын тамамланым һәм мәктәптә физкультура уҡыта башланым. Ҡыҫҡаһы, 400 һум эш хаҡынан 65 һ умға күстем.
       - Һәм инде мәктәптә физкультура менән техник тәжрибәгеҙҙе бергә ҡуштығыҙ
       - Техник кеше булараҡ, мин шунда уҡ үҙ белемемде практика ла ҡуллана башланым. Спорт ҡаласыҡтары төҙөнөм, иретеп йәбештереү станогы һатып алдым. Спорт залдарын йыһазландырыуға тотондом. Күп кенә мәктәптәрҙә эшләп өлгөрҙөм - Өфөлә 93 - сө, 40 - сы, 97 - се, Өфө янында - Рус
       Юрмышы, Дмитриевка, Подымалово мәктәптәре. Һәм һәр мәктәпте спорт йәһәтенән иң юғары кимәлгә күтәрҙем.
       - Ә 3 - сө гимназияға нисек килдегеҙ
       - Эргәһенән үтеп бара инем. Ҡарайым - ҡыҙыл кирбестән яңы спорт залы төҙөлә. Гимназияға эшкә урынлаштым. Көндөҙ иҫке
       залда эшләйем, кисен кейемде алмаштырам да яңыһын йыһазландырырға тотонам. Был залды республика Президенты Мортаза Рәхимов үҙе ҡабул итте, эшемде оҡшатты. Спортзалды Ө фө мэры һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары килеп ҡарағандан һу ң, заказдар килә башланы. Орджоникидзе районында мин дүрт зал эшләнем - 82 - се, 54 - се, 61 - се, 129 - сы мәктә птәрҙә. Үткән йыл Калинин районынан заказдар килде. Киров ра йоны хакимиәте саҡырыуы буйынса 144 - се башҡорт гимназияһын
       йыһазландырҙым. Был залда хатта экран да бар, спорт төрҙәре
       буйынса фильмдар күрһәтергә мөмкин.
       - Үҙегеҙ йыһазландырған залдарҙы нисек контролдә тотоп өлгөрәһегеҙ
       - 3 - сө гимназияла мин үҙемә бер нисә сәғәт ҡалдырҙым, килеп ҡорамалдарҙың нисек эшләүен тикшерәм. Ә ҡалған
       мәктәптәрҙә семинарҙар үткәрәм, уҡытыусыларҙы техника һәм электроника менән файҙаланырға өйрәтәм.
       - Уңыштар һеҙгә, Владимир Федорович! Һеҙҙе һәм барлыҡ уҡытыусыларҙы байрам менән!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал