6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Байрам иң юғары кимәлдә үтәсәк
05.10.05


       - Республика Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация иғлан ителеүгә ун биш йыл тулыуы уңайы менән ойоштороласаҡ тантаналарҙы үткәреүгә әҙер, - тип йомғаҡ яһаны парламент спикеры Константин Толкачев
       Республика көнөн үткәреү буйынса ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында.
       Башҡортостандың ҡала һәм райондарында үткән һәм үткәреләсәк саралар планы теүәл үтәлә. Был осраҡлы түгел, быйыл беҙ юбилей байрам итәбеҙ: 15 йыл элек 11 октябрҙә республика суверенитетҡа эйә булды, үҙенең үҫеш юлын билдәләне, кризис ваҡытын юғалтыуһыҙ үткәрә алды һәм әле лә аяғында ныҡ баҫып тора.
       - Республика көнө дәүләттең төп байрамы, - тип ҡабатлай ойоштороу комитеты ултырышында уның башлығы Константин Толкачев. - Уны әҙерләүгә яуаплы һәм был ваҡиғаның әһәмиәтен
       аңлап ҡарау һиҙелә. Парламент һәм республика Хөкүмәтенең
       уртаҡ ҡарарына ярашлы, ойоштороу комитетына властың төрлө тармаҡ һәм төрлө кимәл вәкилдәре инде. Ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫарҙары булып республика Хөкүмәтенең Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм БР Президент Хакимиәте
       башлығы Радий Хәбиров сығыш яһай.
       Бөгөнгө ултырышта мәҙәниәт һәм мәғариф ведомстволары етәкселәре байрам саралары планын үтәү барышы менән таныштырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев алдан билдәләнгән сараларҙың үткәрелеүе хаҡында хәбәр итте. Йолаға ингән Аксаков байрамы спорттың милли төрҙәре фестивале кеүек үк юғары кимәлдә үтте, һуңғыһында Башҡортостандың 43 ҡала һәм районынан 400 спортсы ҡатнашты, тине ул. Байрамдың үҙәк өлөшө булып республика власының барлыҡ тармаҡтары, мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында ойоштороласаҡ тантаналы йыйылыш торасаҡ. Йыйылыш һигеҙенсе октябргә тәғәйенләнгән, ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 15. 00 - дә башланасаҡ. Сара аҙағында сәнғәт оҫталарының байрам концерты ҡаралған.
       Концерт программаһы раҫланды һәм әлеге ваҡытта даими рәүештә репетициялар үткәрелә, генераль репетиция алтынсы октябргә билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта театрҙың вернисаж
       майҙандарында Нестеров исемендәге музей фондтарынан һынлы сәнғәт күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. "Юбилей датаһы икәнен дә иҫәпкә алғанда, концерт бик шәп булмаҡсы", - тип ышандыра Илдус Илешев.
       Гуманитар блокка ингән башҡа саралар ҙа тейешле ритмда әҙерләнә. Уларҙың исемлеге ярайһы уҡ ҙур - "Рәсәй Федерацияһы субъектының илдең сәйәси, иҡтисади һәм социаль я ңырыуында тотҡан роле һәм урыны" ижтимағи - сәйәси уҡыуҙарҙан алып "Йырым минең - Башҡортостан" әҙәби - музыкаль кисәгә тиклем. Ҡала һәм райондарҙа әле үк тантаналы
       йыйылыштар, мәктәптәрҙә - тематик класс сәғәттәре һәм асыҡ
       дәрестәр үткәрелә. Кинотеатрҙар һәм Өфөнөң Актерҙар
       йортонда башҡорт фильмдары күрһәтеләсәк, музей һәм художество галереяларында сәнғәт оҫталарының күргәҙмәләре асыла, китапханаларҙа уҡыусы конференциялары үтә. "Оҙон -
       оҙаҡ баласаҡ" фильмын тәү башлап күрһәтеүгә лә күп ҡалманы,
       был бер юлы гениаль яҙыусы иҫтәлегенә ихтирам өлгөһө лә булыуы аңлашыла.
       Байрамда күмәк спорт сараларына айырым урын бүленәсәк. Был юлы физик культура, спорт һәм туризм буйынса министр Владимир Самородов БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт
       комитеты рәйесе Юлай Ильясов кеүек үк ойоштороу комитеты алдында сығыш яһаманы. Әммә күп һандағы спорт коллективтары стартҡа әҙер һәм спорт саралары әүҙем рәүештә үтә, йәштәр сәйәсәте сиктәрендә саралар ҙа уңышлы бара.
       8 - 11 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы ваҡиғалар үҙәгенә әйләнәсәге билдәле. Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ойоштороу комитеты ағзаларына әҙерлек эштәре аҙағына яҡынлаша тип белдерҙе. Ҡала байрамса "кейенергә" әҙер, территорияны таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр,
       Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарындағы кеүек үк,
       йылдам бара. Баш ҡалала йәшәүсе йөҙ меңдән ашыу кеше
       өмәләрҙә ҡатнашты, өс меңдән ашыу ағас үҫентеләре ултыртылды. Павел Рюрикович тағы бер ҡыуаныслы хәбәр менән у ртаҡлашты: торлаҡ йорттарға етенсе октябрҙә йылы биреләсәк, сөнки синоптиктар хәбәр итеүенсә, туғыҙынсы октябрҙә көндәр һыуыныуы ихтимал.
       Ауыл халҡы ла Өфөләге байрам кәйефенә ҡушыла - ауыл хужалығы йәрминкәләре декабргә тиклем дауам итәсәк. Үткән ял
       көндәре баш ҡалаға 43 райондан аҙыҡ - түлек "десанты төштө" , Өфө баҙарҙарына дүрт меңгә яҡын аҙыҡ - түлек төйәлгән маши на килде. Әйткәндәй, Башҡортостан башлығы Мортаза Рәхимов шәмбе көнө йәрминкәләрҙә ҡала халҡы, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр менән дә аралашырға өлгөрҙө. Йәкшәмбе Республика көнөн байрам итеү сиктәрендә һәр ерҙә
       Өлкәндәр көнө уҙғарылды.
       Тантана саралары планы буйынса Өфөлә бынан тыш 8 - 10 октябрҙә йәштәргә арналған, мәҙәни, театрлаштырылған һәм социаль акциялар үтеүе көтөлә, 11 октябрҙә "Аҡбуҙат" ипподромында ат сабышы, ҡаланың төп майҙанында бик сағыу байрам фейерверкы планлаштырыла.
       БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина Республика көнөн байрам итеү буйынса гуманитар өлкәлә лә саралар уҙыуы тураһында хәбәр итте. Республикала йәшәүсе халыҡтарҙың туған
       теле - алты телдә "Минең республикам - Башҡортостан" тип аталған иншалар конкурсы дауам итә, иң яҡшы әҫәрҙәр баҫылып сығасаҡ. Мәктәптәрҙә спартакиадалар ҡыҙа, уҡытыусылар корпусы патриотик характерҙағы махсус саралар әҙерләй һәм үткәрә.
       Хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһы ла байрамға әҙерлек көндәрендә тик ятмай, тулы хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса бер нисә тапҡыр ентекле тикшереү эштәре үткәрелде лә инде. БР эске
       эштәр министры Рафаил Диваев әйтеүенсә, оператив штабтың
       эшмәкәрлеген ул үҙ контролендә тота. Саралар үтәсәк
       майҙандарҙа тәртип һаҡлау өсөн өҫтәмә көстәр йәлеп ителәсәк , резерв булдырылған, барлыҡ хеҙмәттәр үҙ - ара килешеп эшлә й.
       Йәғни, бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан
       Республикаһының 2005 йылда билдәләнәсәк төп байрамы иң юғары кимәлдә үтеренә шикләнергә тура килмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал