6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Еникеевты еңеү мөмкин түгел!
05.10.05


       Ҡазанда билбау менән көрәш буйынса дүртенсе дон ъя чемпионаты үтте. Баш ҡаланың 1000 йыллығына арналған был сарала 43 илдән килгән батырҙар көс һынашты. Республика ҡунаҡтарын ҡабул итеүсе спортсмендар айырым бер команда булып сығыш яһаны һәм бик күптәрҙең танауына сиртте - миҙал зачетында улар бары тик илебеҙҙең йыйылма командаһын ғына артта ҡалдыра алманы, ә был команда составында өс миҙалды
       Башҡортостан вәкилдәре яуланы. Команда зачетында беренсе
       урынды Рәсәй йыйылма командаһы, икенсе урынды - Татарстан Р еспубликаһы спортсылары, өсөнсө урынды Үзбәкстан
       батырҙары алды.
       Донъя форумында Сергей Потанин менән Юрий Сабанов та үҙ к өсөн күрһәтте. Тәүгеһе 81 килограмға тиклем, икенсеһе - 90- дан ашыу ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны. Улар көрәштең классик төрө буйынса ярышҡа сыҡты. Потанин көмөш призер исеменә лайыҡ булды - ул финалда Татарстандың бик көслө егете Евгений Алиповҡа биреште. Сабанов, көрәш шаһиттары
       әйтеүенсә, алтын миҙалға ла дәғүә итә ала ине, тик судьялар һәм Фортуна ғәли йәнәптәре был юлы шул уҡ Татарстан егете
       Айрат Гилаевты яҡыныраҡ күрҙе. Өҫтәүенә ул абсолют чемпион
       исеменә турнирҙа ла еңеү яуланы.
       Ә бына Октябрьский ҡалаһынан килгән Ринат Еникеевҡа донъя
       чемпионы исемен яуларға бер нимә лә ҡамасаулай алманы. Ул финалда ( ирекле стиль, 66 килограмға тиклем) тағы бер Татарстан вәкиле Федор Тимофеевты арҡаһына һалды.
       Бөгөн беҙ донъя чемпионын әҙерләүсе тренер Венер Ғәйнуллин менән элемтәгә индек. Уның һөйләгәндәренән:
       - Ринат башта тренер Фәррәховта грек - рим көрәше менән шөғөлләнде, йәштәр араһында Рәсәй беренселегендә призер ҙа б улды. Өлкән йәштә ул бер аҙ биреште, әммә үҙен милли көрәштә яңынан тапты тип әйтергә була. Хәҙер, күрәһегеҙ, дон ъя чемпионы исемен дә яуланы. Донъя чемпионатында призер исеме алған Башҡортостан егеттәренең өсәүһе лә - Сабанов та, Потанин да, Еникеев та грек - рим көрәшенән сыҡты.
       Еникеевтың тәүге тренеры Фазыл Фәррәхов маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне:
       - Был чемпионатта Ринат яҡшы техника күрһәтте. Финалда ул
       Өфөлә үткән Рәсәй чемпионатында өс сифатлы алым менән еңгән оппонентына ҡаршы көрәште. Был юлы Татарстан спортсыһы бар көсөнә был алымдарға ҡаршы тороп ҡараны, әммә һөҙөмтәлә барыбер эләкте. Бер алым - һәм таҙа еңеү!
       Башҡа еңеүселәр кеүек үк Ринат 50 мең һум алды. Мин уның өсөн бик шатмын. Ул беҙҙең секцияға ете йәшлек малай булып
       килгәйне. Хәҙер инде иң юғары баҫҡысҡа күтәрелде - донъя чемпионы!
       Ринат Еникеев, донъя чемпионы - 2005:
       - Мин грек - рим көрәшен ташламаным әле. Әммә милли көрәш
       менән шөғөлләнә башлап, исемемде был спорт тарихына индереүемә сикһеҙ бәхетлемен. Еңеүҙе ҡулдан ысҡындырмаҫыма ы шана инем. Ярыш бик яҡшы ойошторолдо, ул Ҡазандың
       "Баскет - Холл" аренаһында үтте. Минең еңеүемде алҡышлап ҡаршы алдылар. Октябрьскийҙан мине дәртләндерергә килеүсе төркөм айырыуса шатланды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал