6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Башҡортостан халыҡ шағирының юбилейын билдәләне
04.10.05


       Халыҡ хәтерендә Мәжит Ғафуриҙың исеме юйылмай. Халыҡ шағиры тыуыуына 125 йыл тулыу уңайы менән үткәрелгән
       тантаналар ҙа быға дәлил булып тора.
       Үткән аҙна тулыһынса ошо ваҡиғаға арналды тип әйтергә бул а. Ул башҡорт һәм татар теле уҡытыусыларының ғилми - практик конференцияһынан башланды һәм шағирҙың тыуған ауылы Еҙем - Ҡ аранда ҙур байрам менән тамамланды. Әйткәндәй, Мәжит Ғафуриҙың юбилейына әҙерлек шағир исемен йөрөткән райондың артабанғы үҫешенә этәргес көс булып торҙо.
       Баш ҡалала иһә Мәжит Ғафури исемендәге музей ремонттан һуң ҡайтанан асылды, "Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит
       Ғафуриҙың тормошо һәм ижады" фотоальбомы һәм шиғырҙар йыйынтығының презентациялары ойошторолдо.
       Шағирҙың юбилей кисәһе шулай уҡ уның исемен йөрөткән
       Башҡорт академия драма театрында уҙҙы. Өфөгә Мәскәү һәм Ҡазандан ҡунаҡтар - Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре Йәмил Мостафин һәм Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөҙәрис Вәлиев килгән ине.
       Тантана кисәһендә республика Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.
       - Башҡорт халҡының данлы улының юбилейы - милли ғорурлыҡ рухы һәм интернациональ әһәмиәт менән һуғарылған тарихи ваҡиға, - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Ваҡыт алға атлаған һайын йәмғиәтебеҙҙең рухи донъяһы байыраҡ була бара, Мәжит Ғ афуриҙың бөйөклөгө лә арта. Ул өс революцияның замандашы, де мократик идеяларҙы ялҡынлы пропагандалаусы, халыҡ ихтыяжын сағылдырыусы. Үҙенең уй һәм идеялары менән
       ваҡыттан алда атлап, ул йөҙ йылдан һуң да беҙҙең арала.
       Мәжит Ғафуриҙың ижади эшмәкәрлеге утыҙ йылдан ашыу дауам итә. Нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ, ул үҙенең күп яҡлы талантын әҙәбиәттең барлыҡ жанрҙарында ла сағылдыра. Уның шиғырҙары, поэмалары, повесть - хикәйәләре буйынса тыуған яғыбыҙҙың үткән быуат башындағы социаль һәм әхләҡи йылъяҙмаһын төҙөргә булыр ине. Ул заманда илдә булып үткән бер ваҡиға ла уның ижадынан ситтә ҡалмай.
       Тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге - шағирҙың халыҡ менән бергә булыуының сағыу өлгөһө. Ҡәләмгә тотонор алдынан ул тотош Көньяҡ Уралды йәйәүләп үтә, ҡаҙаҡ далаларына тиклем барып етә. Мәжит Ғафури завод эшсеһе лә, мәҙрәсәлә уҡытыусы булып та эшләй, хатта алтын йыуыусы ла була. Һуңыра ҡ типографияла корректор вазифаһын башҡара. Ул үҙ халҡының тормошон үҙ тәжрибәһе аша аңлай.
       Мәжит Ғафури әҙәбиәтебеҙҙе бай һәм күп яҡлы итеүгә көсөн
       йәлләмәй. Ул тарихта лайыҡлы рәүештә егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып
       иҫәпләнә.
       - Мәжит Ғафуриҙың ижады барлыҡ төрки халыҡтары өсөн дә баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә, - тип билдәләне Татарстан
       Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөҙәрис Вәлиев. - Асылда ул
       интернациональ һәм башҡорт әҙәбиәте генә түгел, рус әҙәбиәт е өсөн дә бик ҙур мәғәнәгә эйә.
       Мөҙәрис Харис улы Мортаза Ғөбәйҙулла улына Татарстан Президенты Минтимер Шәймиевтың ҡултамғаһы һәм ҡотлау
       һүҙҙәре яҙылған татар яҙыусыларының шиғырҙар йыйынтығын
       бүләк итте.
       Йәмил Мостафин үҙенең сығышында республикала шағирҙы
       онотмауҙарына һоҡланып ҡарауын белдерҙе.
       - Үҙ тарихын онотҡан кеше айһыҙ төндө хәтерләтә...Бөгөн
       Башҡортостанда үткән был байрам - милләттең һәм уның
       етәксеһенең юғары культуралы булыуын, әҙәбиәтте яратыуын һәм яҙыусыларға хөрмәт менән ҡарауын күрһәтә. Был йәштәрҙе тәрбиәләүгә лә йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Мәжит Ғафури ижады менән таныш булмаусыларҙы бөгөнгө сара мотлаҡ рәүештә уның к итабын асып ҡарарға мәжбүр итәсәк.
       Байрам кисәһе театрҙың режиссеры Рөстәм Хәкимов һәм сценарий авторҙары - Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ
       артисткаһы Зинира Атнабаева һәм театрҙың әҙәби бүлек мөдире
       Рәмилә Йәһүҙина әҙерләгән концерт тамашаһы менән тамамланды.
       Тамашасы иғтибарына Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр"
       повесы буйынса ҡуйылған спектакль һәм балеттан өҙөктәр тәҡдим ителде. Концертта шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, "Нур" татар театры, Дәүләт академия хор капеллаһы һә м башҡалар ҡатнашты.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал