6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Илья Лагутенко Өфөлә: һуңлап килде, иртә китте
04.10.05


       Ул Земфира кеүек MTV наградаһынан баш тартмаҫ ине, хәйер һуңғы тауыш биреүҙәргә килгәндә, ул яҡташыбыҙҙың байтаҡ фекерҙәре менән килешә. Ул спорт менән шөғөлләнмәй, әммә энергияһы ташып тора. Диңгеҙҙе ул урманға ҡарағанда яҡшыраҡ белә, шуға күрә йырҙарында һыуға ҡағылышлы темалар йышыраҡ я ңғырай. Илья Лагутенко. Уның популярлыҡ яулаған ваҡыты алыҫта тороп ҡалды, ә үткән уңышты тергеҙергә маташыуы килеп
       сыҡманы, тигән хәбәрҙәр ишетергә мөмкин. Илья Лагутенконың ижадын яратыусы ҡайһы берәүҙәрҙең "Әлеге ваҡытта йырламаһа у л ғүмергә минең кумирым булып ҡалыр ине" тип әйткәндәрен дә ишеткәнем бар, һәм, дөрөҫөн әйткәндә, улар менән килешеп тә ҡуйғыланым. Әммә хәҙер мин үҙ һүҙҙәремде кире алам: йома көн
       Өфөлә үткән "Мумия" концертынан һуң минең был йырсыға булған мөхәббәтем ҡайтанан уянды.
       Минең өсөн Лагутенко 1998 йылда башланды, тирә - яғымдағылар күптән инде уның "Девочки", "Дельфины" һәм "Владивостогын" тыңлай ине инде. Ике йылдан һуң, "Мумий Тролль" популярлыҡтың сигенә сыҡҡанда, мин Өфөнөң Спорт
       һарайында уның концертында булдым. Тамашасылар трибуналағы ҡиммәтле урындарын ташлап сәхнәгә яҡынлашты, кумирҙарын яҡынданыраҡ күреп ҡалырға тырышты. Ул ваҡытҡа мин уның бар йырҙарын да тип әйтерлек яттан белә инем, сөнки
       Лагутенконың альбомын тыңламаған көнөм булманы тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Бынан һуң Илья өфөлөләр алдында тағы ике тапҡыр сығыш яһаны, һәм бына "Колизео" залында уның һуңғы (әлеге мәлгә, әлбиттә) концерты. Билеттар ярайһы уҡ ҡыйбат
       булыуына ҡарамаҫтан ( 450 һумдан 2 меңгә тиклем) мегазал шығырым тулы. Лагутенконы тыңларға килеүселәр Илья сәхнәгә сыҡмаҫ элек үк бейеү залында урын алып ҡалырға тырыша.
       "Мумий һәм Троллдәрҙең" лидеры сәхнәгә тәғәйенләнгән
       ваҡыттан ярты сәғәт тирәһенә һуңлап сыҡты, "бер аҙ тотҡарланыуы" өсөн тыныс ҡына ғәфү үтенде - был һөйкөмлө кешене ғәфү итмәү мөмкин түгел - һәм башланды. Бер - бер артлы Лагутенко үҙенең унлаған йырын башҡарҙы, ыңғайында һикергеләп, бейеп тә алды. Эйе, 37 йәшкә яҡынлашыусы
       Лагутенко бөгөн дә үҫмерҙәреңә биргеһеҙ.
       Тик Илья тамашасыларҙы оҙаҡ ҡыуандырманы: бер сәғәттән ашыу йырлағандан һуң сәхнә артындағы ишеккә инеп юҡҡа сыҡты. Ишек янына шунда уҡ журналистар йүгерешеп килде. Матбуғат конференцияһында Илья менән аралашыу ҡыҫҡа, әммә йы лы тойғоларға бай, иҫтә ҡалырлыҡ булды. Бәғзе артистарға
       хас ҡылансыҡлыҡ, эреләнеү, минут һайын сәғәткә ҡарауҙар булманы. Күңелсәк, аҡыллы һәм шул тиклем һөйкөмлө Лагутенко.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, Илья, мин тағы ла һинең альбомдарыңды һатып ала башлаясаҡмын!

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал