6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Короленко Өфөгә хаттарында нимә тураһында яҙған
04.10.05


       Был йомаҡ әлегә тиклем асыҡланмаған. Бик элек Өфөлә яҙыу сы - демократ Петр Иванович Добротворский йәшәй ( ул 1839 йы лдың 3 октябрендә донъяға килә). Баш ҡала гәзиттәрендә баҫыл ған публицистик мәҡәләләре, очерк һәм хикәйәләрендә ул йыш ҡына
       башҡорттарҙың ерҙәрен урлаусыларҙы фашлап сығыш яһай.
       Добротворскийҙың ижады менән күптәр, шул иҫәптән яҙыусы Владимир Галактионович Короленко ла таныш була.
       1891 йылдың июнь айында ул үҙенең 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы яңы романы өсөн материал
       йыйыу маҡсаты менән Өфөгә килә. Ошонда Добротворский менән осраша ла инде. Яҙыусылар яҡын дуҫтарға әйләнә.
       Хаттарының береһендә Добротворский "Һеҙҙе туғанымдан да яҡыныраҡ күрәм", - тип яҙа.
       Тәүге осрашыуҙан һуң Короленко Өфө яҙыусыһы менән ун биш йыл дауамында хат алыша.
       Билдәле ғалим - әҙәбиәтсе Морат Ғәлим улы Рәхимғолов Владимир Короленконың Мәскәүҙәге фондында уға Өфөнән
       Добротворский тарафынан яҙылған 13 хатҡа тап була. Хаттар 1891, 1893, 1900 һәм 1903 - 1905 йылдарҙа яҙылған. Хат юлдарында уның Короленконан да яуаптар алыуы аңлашыла ( ... "Һеҙҙең миндә тиҫтәләп хатығыҙ бар"). Владимир Галактионович тың уға яуап яҙыуы хаҡында хат ситтәрендәге билдәләмәләр ҙә һөйләй: "Яуап 1903 йылдың октябрендә бирелде" һ. б.
       Шулай итеп, Добротворскийҙың Короленкоға яҙған хаттарын
       өфөлө Марат Рәхимғолов таба. Әммә Короленконың Добротворскийға яҙған хаттары әлегә тиклем табылғаны юҡ. Уларҙың яҙмышы әлегә сер булып һаҡлана. Петр Иванович Өфөнән бер ҡайҙа ла китмәй һәм 1908 йылда бында вафат була. Бәлки ҡайҙалыр ғаилә архивтарында ҡағыҙҙар араһында Короленконың хаттары ла һаҡланалыр. Уларҙың яҙмышы кемгә мәғлүм
       Ҡыҫҡаса ғына Петр Добротворскийҙың биографияһына
       ҡағылып үтәйек.
       Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә Петр Иванович Добротворский 1839 йылдың 3 октябрендә Симбирск ҡалаһында врач ғаиләһендә донъяға килә тип әйтелә. 1860 йылд а Петербургта артиллерия училищеһын тамамлағандан һуң,
       Михайловск хәрби академияһында ҡалырға хоҡуҡҡа эйә була.
       Әммә хәрби карьера мауыҡтырмай уны. Әле йәш сағында уҡ ул демократик әҙәбиәт менән мауыға. Шуға күрә, отпуск ваҡытында
       Добротворский Симбирск ҡалаһына, һуңынан Өфө губернаһына юл
       тота. Бында өйләнә һәм мәңгелеккә Башҡортостанда ҡала. Өфө өйәҙендә мировой судья булып эшләй, отставкаға сыҡҡандан һуң Өфөлә төпләнә. Эше буйынса ул башҡорттар менән тығыҙ аралаша, уларҙың тормошон яҡындан белә. "Эх, хәҙрәт, хәҙрәт. Һин беҙҙең күңелебеҙҙе беләһең, - тип әйтә
       торғайны миңә башҡорттар", - тип хәтерләй Добротворский.
       Ул ябай халыҡ, уларҙың проблемалары тураһында күп яҙа. Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә уның мәҡәләләре сыҡҡан баҫмалар ҙа әйтелә: "Санкт - Петербургские
       ведомости", "Русская правда", "Молва", "Порядок", "Голос", "Неделя"... Уның фашлаусы мәҡәләләренән һуң тикшереүҙәр тәғәйенләнә, ҙур ғына чиновниктар биләгән урындарынан осоп
       төшә.
       Добротворскийҙың Короленко менән хатлашыуы нимә тураһында һөйләй
       Владимир Галактионовичты Крәҫтиәндәр һуғышы, Пугачев, уның көрәштәштәре тураһындағы материалдар ҡыҙыҡһындыра. Әммә Добротворский был йәһәттән уға ярҙам күрһәтә алмай. Короленконың үтенесе буйынса архивта булғандан һуң ул
       былай тип хәбәр итә: "Ҡәҙерле Владимир Галактионович, һеҙҙе ң үтенесегеҙҙе үтәүем тураһында докукменталь иҫбатлау ебәрәм , әммә мин бында йүнле бер нимә лә тапманым..." "Пугачевщина " йәһәтенән Өфөлә "белгес" - статистик Н. А. Гурвич булыуы тураһында ла хәбәр итә ул. Короленко бының менән файҙалана. Шунда уҡ Өфөгә хат ебәрә: "Ҡәҙерле Николай Александрович. Петр Иванович Добротворскийҙан мин һеҙҙең пугачевсылар тураһындағы эш менән мәшғүл булыуығыҙҙы белдем. Тимәк, һеҙгә Өфө архивында һаҡланырға тейешле ике эштең йөкмәткеһе мәғлүм булырға тейеш. Был эштәрҙең нимәнән ғибәрәт булыуы хаҡында хәбәр итергә мөмкинселек тапһағыҙ, мин бик рәхмәтле
       булыр инем. Былар барыһы ла миңә беллетристик эш өсөн кәрәк ...
       Вл. Короленко".
       1904 йылда Добротворский тағы ла Короленкоға яҙа: " Яҙын Өфөгә килһәгеҙсе. Өфө эргәһендә Чика торған урынды күрер
       инегеҙ. Бында ниндәйҙер ике пугачевсыны язалағандар, тип һөйләйҙәр..."
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Короленконың романы баҫылмай ҡала, әммә уға материал йыйыуҙа өфөлөләр, шул иҫәптән Добротворский ҙа, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә.
       Өфөгә хаттарында Владимир Короленко тағы нимә тураһында
       яҙғандыр, билдәһеҙ. Әммә, бәлки уның хаттары табылыр

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал