6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Тәүге "дәрестәр" үтте
03.10.05


       Рәсәйҙәге сәйәси система үҫеше Башҡортостанда асылған Халыҡ сәйәсәте мәктәбенең иғтибар үҙәгендәге һорауҙарҙың береһе булып тора. Сәйәсәт, эшҡыуарлыҡтан алып йәмәғәт
       эшмәкәрлеге һәм мәғарифҡа тиклем - төрлө өлкәләргә ҡараған
       утыҙҙан ашыу тыңлаусы "парта артына ултырҙы".
       Был гражданлыҡ - ағартыу программаһы "Асыҡ Рәсәй" тарафынан илдең төрлө мөйөштәрендә тормошҡа ашырыла - Башҡортостан иһә Халыҡ сәйәсәте мәктәбе асылған 40 - сы төбә к. Был тыңлаусылар өсөн үҙҙәренең фирҡә, сәйәси һәм һөнәри бурыстарынан бушанып, үҙ - ара дискуссия ҡорорға мөмкин
       булған берҙән - бер "мәктәп майҙанылыр", моғайын. Мәктәп тыңлаусылары алдында ике көн дауамында Рәсәйҙең алдынғы эксперттары һәр кем үҙ йүнәлеше юуйынса сығыш яһаны.
       1993 - 96 йылдарҙа РФ Президенты Хакимиәтенә етәкселек иткән Сергей Филатов илдең Төп законын булдырыуға ҡағылған тарихи үҙенсәлектәр менән уртаҡлашты. Рәсәй Конституцияһының дәүләт һәм йәмәғәтселек, шул иҫәптән демократик институттар араһындағы билдәле килешеүҙәр
       һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе аңлашыла. Әгәр Конституцияла ҡайһы ваҡыт ҡапма - ҡаршылыҡлы федераль закондар барлыҡҡа ки леүен талап итмәгән тура эш нормалары күберәк булған хәлдә у ның авторитеты ҡаҡшамаҫ ине, бәлки, тип фекер йөрөтә бөгөн С ергей Александрович. Шул уҡ ваҡытта яңы Рәсәй Конституцияһының, йәмәғәтселек килешеүе продукты булараҡ,
       төп дәрәжәһе кәмемәй. Төп Закон проектын төҙөү өсөн Конституцион кәңәшмә эргәһендә булдырылған, һуңынан РФ Президенты ҡарамағындағы Йәмғиәт палатаһы тип үҙгәртелгән Йәмғиәт палатаһын ғына ла иҫкә төшөрөү етә.
       РФ Дәүләт Думаһының бойондороҡһоҙ депутаты Виктор Похмелкин республиканың тәүге мәктәбе тыңлаусыларында үҙенең системалы сығышы менән ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сәйәсмән үҙе тулыһынса кризистың сәбәптәрен һәм уның хәүеф д әрәжәһен "диагнозларға" һәләтле булғанда ғына сәйәси
       эшмәкәрлек һөҙөмтә бирәсәк, тип белдерҙе сығыш яһаусы. Уны хәл итеү алымдарын аныҡ күҙ алдына килтереү, уларҙы йәмәғәтселеккә тәҡдим итеүҙән ҡурҡмау һәм даими рәүештә уларҙың реаллеге һәм һөҙөмтәлелеген тикшереү ҙә мөһим.
       Виктор Похмелкиндың һүҙҙәре буйынса, әлеге ваҡытта сәйәси
       фирҡәләрҙең береһе лә унда ышаныс уятмай. Уның закондар сығарыу эшмәкәрлегенә ҡарап көнләшергә генә була: был депутат дүрт саҡырылыш дауамында федераль парламент депутаты итеп һайланды һәм йөҙҙән артыҡ закон проекттарын
       булдырыуҙа ҡатнашты, улар иҫәбендә Һалым кодексы, Ер кодексы, Гражданлыҡ процессуаль кодексы.
       Рәсәй Журналистар союзының генераль секретаре, "Йәмәғәт
       экспертизаһы" институты директоры Игорь Яковенко власть өҫтөнән граждандарҙың контроле системаһын һүрәтләп сығыш яһаны. Үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда Рәсәйҙә йәшәү кимәленең түбәнлеген ул нәҡ ошондай механизм булмауы менән а ңлата. "Беҙ 15 йылға кәмерәк һәм ун тапҡыр ғәҙелһеҙерәк йәшәйбеҙ", - тип билдәләй проблеманы Игорь Александрович.
       Сессияның үҙәк һорауы - " Эреләтеү Рәсәй төбәктәренең
       үҫешенә ярҙам итерме" темаһы менән МДУ профессоры Наталья Зубаревич сығыш яһаны. 1990 йылдан Рәсәй төбәктәрендә инерция үҫешенең төп ресурстары файҙаланып бөтөүе аңлашыла. Глобалләштереү процестарының йоғонтоһо көслөрәк һиҙелә бара. Перспективалы үҫеш өсөн төп факторҙар йыйылмаһы РФ субъекттарының барыһы өсөн дә бер төрлө
       булып ҡала: совет мираҫы потенциалы, дәүләт һәм төбәк
       иҡтисади сәйәсәтенең тигеҙлеге һәм барлыҡҡа килгән
       бизнестың эшкә яраҡлылыҡ дәрәжәһе.
       Бөтә ил күргән системалы иҡтисади кризисты үткәреү өсөн
       Башҡоротстанда объектив шарттар яҡшыраҡ ине. Был
       мөмкинселектәр һөҙөмтәле итеп файҙаланылдымы Польша менән сағыштырғанда, 15 йыл дауамында беҙҙең иҡтисадҡа һалынған көнбайыш капиталы бер нисә тапҡыр кәмерәк булыуын и ҫәпкә алғанда, Рәсәй сит ил инвестициялары өсөн тулыһынса асыла алдымы Барлыҡ билдәләр илдә иҡтисади үҫеште дәртләндереү өсөн төрлө алымдар эҙләүҙең артыҡ һөҙөмтә бирмәүен күрһәтә. "Барыһынан тыш, яҡындағы сит илдәрҙән квалификациялы эшсе көстәр килеүенә өмөтләнергә һуң - был ресурс бөттө", - тип билдәләй Наталья Зубаревич. Төбәктәр буйынса алдынғы белгес булараҡ, ул төбәктәрҙе эреләтеү идеяһын да иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа тап килмәй, тип
       белдерә. Ябай ғына иллюстрация: крайға өс йыл дауамында туғыҙ миллиардҡа федераль дотация вәғәҙә итмәйенсә тороп, губернатор Хлопонин һәм уның командаһы берләшеүҙән баш тартты. "Реаль иҡтисади киңлек "ҡушып тегеүгә" мохтаж түгел,
       бының менән бизнес шөғөлләнә", - ти Наталья Зубаревич.
       Башҡортостан Республикаһының Халыҡ сәйәсәте мәктәбе тәүге
       дәрестәрен алды. Ситкә бер аҙым яһау ҙа башҡа фекер йөрөтөүҙәрҙең офоҡто тарайтмауын, ә уға өҫтәлмә киңлек
       биреүен күрһәтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал