6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Степанов ҡытайҙарҙың күҙен асты
03.10.05


       Ҡаяға үрмәләүсе Александр Степановтың донъя буйынса йәш тәр беренселегендә тиҙлеккә ярыштарҙа көтмәгәндә алтын миҙал яулауы тураһында "БАШвестЪ" гәзите хәбәр иткәйне инде. Был ярыштар Пекинда үтте. Сашаның ғәҙәттә был спорттың башҡа төрҙәре - ҡыйынлыҡ һәм боулдеринг ярыштарында теләп ҡатнаша. Был да һөҙөмтәнең көтөлмәгәнлегенә ишара булды. Ҡыйынлыҡ буйынса Өфө егете еңеүгә ирешә алманы - ул ни бары ун бишенсе урында. Ә бына тиҙлек йәһәтенән Степановҡа етеүсе булманы. Һеҙҙең иғтибарға уның менән булған әңгәмәне
       тәҡдим итәбеҙ.
       - Үҙеңдең көтөлмәгән еңеүең тураһында һөйләп үтһәңсе. Ҡытайға осҡанда һин, ғөмүмән, миҙалдар тураһында уйланыңмы
       - Уйланым, әлбиттә. Минең бит әле Пекинға тиклем үк тиҙле к буйынса күрһәткән һөҙөмтәләрем ярайһы уҡ яҡшы булды - Рәсәй беренселегендә һәм илебеҙ кубогының бер этабында еңеү
       яуланым. Башҡортостан чемпионатының тәбиғи рельефында беренсе урын алдым. Ҡыйынлыҡ буйынса ла яҡшы ғына сығыш яһаным - Рәсәй кубогы этабында беренсе урын, Красноярҙа үткә н өлкәндәр ярыштарында туғыҙынсы урын. Ошо уҡ ҡалала боулдеринг буйынса етенсе урын биләнем - ә беҙҙең спорт төрөндә бөтә Рәсәй өлкәндәр ярыштарында алдағы һигеҙ
       иҫәбенә эләгеү спорт мастеры исемен бирә. Тимәк ниндәйҙер урынға дәғүә итә ала инем тип уйлайым.
       - Ә үҙең яратҡан ҡыйынлыҡ буйынса ярыштарҙа еңеүгә өлгәше п булманы...
       - Конкуренция бик юғары ине. Сыҙамлығым да етеңкерәмәне -
       унда 25 метрлыҡ бейек стена, мин дүрт - биш метр тирәһе бар ып етә алманым. Үҙемдең былтырғы Бөйөк Британиялағы ярыштарҙағы һөҙөмтәне ҡабатланым - бары тик ун бишенсе.
       - Уның ҡарауы, тиҙлек буйынса беренселекте алдың!
       - Шулай килеп сыҡты - ярыш алдынан үҙемде ҡулға алырға тырыштым. 15 - се урындан һуң яҡшы сығыш яһарға теләгем артты.
       - Тулҡынландыңмы
       - Юҡ, үҙемде бары тик дистанцияны сифатлы һәм ышаныслы
       итеп үтеүгә көйләнем. Юғары урын һәм миҙалдар тураһында бөтөнләй уйламаным, юҡһа бер нисә минут эсендә барыһын да юғалтырға мөмкин. Бала саҡта ҡайһылай рәхәт булған - ун йәшк ә тиклем мин ярыштарҙа бөтөнләй борсолмай торғайным, уларҙың
       мөһимлеген аңламағанмындыр, моғайын. Финалда Йерней Крудер исемле словакты дүрт секундҡа артта ҡалдырҙым. Финалдың икенсе стартында финиш төймәһенә баҫҡас ҡына йәштәрҙең донъя беренселегендә беренсе урын алыуымды аңланым! Аҫҡа инде еңеүсе булып төштөм, әсәйем, ватандаштар килеп ҡосаҡлап алды.
       - Еңеүҙән башҡа был ҡала нимәһе менән хәтереңдә ҡалды
       - Унда барыһы ла башҡаса, кешеләр ҙә икенсерәк - бик эшһөйәрҙәр. Магазиндарҙағы хаҡтар хайран ҡалдырҙы - барыһы л а арзан. Минең дуҫым үҙенә өс меңгә велосипед һатып алды, беҙҙә уға ошондай уҡ модель өсөн ун бер мең тирәһе сығарып һалырға тура килер ине. Ярыштар асыҡ һауала, Пекиндың уртаһындағы бер паркта барҙы. Бик күп спортсылар ҡатнашты, тамашасылар ҙа күп йыйылды. Ҡытайҙар үҙҙәренең спортсылары ө сөн бик ныҡ "ауырый". Беҙҙе лә йылы ҡаршыланылар, еңеүҙән һу ң бергәләп фотоға төштөк, автограф алдылар. Ғөмүмән, рәсәйлеләр үҙҙәренең тиҙлектә оҫталығын күрһәткәндә, барыһы ла ғәжәпләнә, бынан ҡытайҙар ҙа ситтә ҡалманы.
       - Һин ун биш йәшеңдә ҡайҙарҙа ғына булып өлгөрмәнең, иң иҫтә ҡалған ил һәм ҡалаларҙы атап үтһәңсе
       - Мин Словения, Ҡытай, Австрия, Чехия, Италияла булдым. И ҫтә ҡалғандарҙан Бөйөк Британия, дөрөҫөрәге - Шотландияны
       әйтергә була. Эдинбургта бик матур һарай бар. Һәм тағы ла Швейцария, Женева күле бик оҡшаны. Беҙ сит ил менән
       танышыр өсөн форсат табырға тырышабыҙ. Ватандаштар йыш ҡына форма буйынса таный, килеп күрешәләр, һорауҙар бирәләр.
       - Һин тренер Любовь Степанованың улы. Бының ыңғай яҡтары күберәкме, әллә киреһенсәме
       - Ыңғай яҡтарылыр, моғайын. Әммә тренировкаларҙа әсәйем миңә артыҡ иғтибар бирмәй, башҡалар менән нисек, минең менән дә шулай уҡ шөғөлләнә. Әсәйемдең тренер булыуы яҡшы, ю ҡһа мин ҡаяға үрмәләү секцияһы барлығы тураһында белмәҫ тә и нем, бәлки.
       - Ә һине был спортҡа нисә йәштән ылыҡтыра башланылар
       - Өс йәштән. Бәләкәй саҡта мин бик тиктормаҫ бала булғанм ын, фатирыбыҙҙа швед стенкаһына үрмәләргә ярата торғайным - бына ата - әсәйем мине ысын спортҡа ылыҡтырырға уйлаған да
       инде.
       - Һәм һөйләшеү аҙағында пландарың тураһында бер нисә һүҙ.
       - Аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйыныраҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә - еңергә һәм камиллашырға.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал