6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Юлаусылар хаҡында хәстәрләп
03.10.05


       Был аҙнала бер көн эсендә Башҡортолстандың Урал аръяғы
       буйлап дүрт йөҙ саҡрым юл үтергә тура килде. Көн иҫ киткес
       йылы һәм ҡояшлы тора - быйылғы әбейҙәр сыуағы оҙайлы булыуы менән иҫтә ҡалыр, моғайын. Аҙым һайын шул тиклем матур урындар осрай - туҡтап фотоға төшөрөргә лә бит... Тик бурыс үҙенекен итә, тейешле урынға ваҡытында барып етергә кәрәк. Көҙҙөң көнө лә ҡыҫҡа - ашығырға мәжбүрбеҙ. Тик шулай ҙа бер урында түҙмәнек, машинаны туҡтатып тышҡа сыҡтыҡ.
       Әле генә Магнитогорск - Ира трассаһында бәләкәй генә Сосновка ауылы артта ҡалды. Ҙур булмаған түбә башына күтәрелгәс, водитель менән бер - беребеҙгә аптыраулы ҡараш ташлайбыҙ. Бейек тал ағасының уң яғында юлаусылар өсөн ял урыны эшләнгән. Ағастан эшләнгән япма, "ауыл" ситәне артында
       өҫтәл, ошонда уҡ сылтырап шишмә ағып ята. Нисек туҡталмайһың инде Бында тәртиптең ҡаты һаҡланыуы шунда уҡ к үҙгә ташлана. Бер ниндәй ҡағыҙ киҫәге, пластик шешәләр күрмәҫһең. Әйткәндәй, юлдарҙа ошоноң кеүек ял итеү урындары һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп арта бара. Һәм уларҙың һәр
       береһенең үҙенә генә хас йөҙө бар. Хәйер, Сосновка
       эргәһендәге, беҙ туҡталған урынға әйләнеп ҡайтайыҡ.
       Япма аҫтында алтын көҙҙөң хозурлығына һоҡланып, термостан
       эҫе сәй һемереп ултырғанда, "КамАЗ" машинаһы килеп туҡтаны.
       Алыҫ юлдан киләләр икән. Яҡындағы заправканың ҡайҙалығын
       һорайҙар. Аңлатабыҙ. Йөк машинаһы ҡуҙғалырға уйлай ҙа шунда
       уҡ ҡабаттан һүнә. Водителдәр ҙә беҙҙең кеүек үк ял итеп, та маҡ ялғап алырға булдылар, ахыры. Дүртәүләшеп тал аҫтында әң гәмә ҡороп ебәрәбеҙ. Ожмахтың ожмахы бында, хатта урындан ҡуҙғалғы ла килмәй.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал