6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Был заводтың Европала тиңе юҡ
03.10.05


       Өфөлә яңы трансформаторҙар заводы төҙөләсәк, 28 сентябрь
       көнө БР Президенты Мортаза Рәхимов завод нигеҙенә беренсе ташты һалды. Һуңғы 25 йылда элекке СССР территорияһында
       бындай завод тәүге тапҡыр һалына. "Башметаллоптторг" асыҡ
       акционерҙар йәмғиәте корпусы алдында, "Өфө" аэропортынан алыҫ түгел, "бер ҡыйыҡ аҫтындағы" ике заводтан торған, дөйөм
       майҙаны 60 мең квадрат метр тәшкил иткән завод барлыҡҡа киләсәк. Проектты Мәскәүҙең "Электрозавод" холдинг компанияһы тормошҡа ашыра. Уның дөйөм хаҡы ике миллиард
       һумдан ашыу тәшкил итә.
       "Бшинформ" агентлығында ошо ваҡиғаға арналған матбуғат
       конференцияһы булып уҙҙы. Сарала "Элктрозавод" Холдинг
       компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Леонид Макаревич, корпоратив бәйләнештәр буйынса д иректоры Владимир Мельников, коммерция директоры
       Владимир Синев, төп дизайнеры Айдынбек Рамазанов ҡатнашты. Леонид Макаревич һөйләүенсә, был предприятие Рәсәйҙә трансформаторҙар етештереүсе иң ҙур заводтар исемлегенә
       инәсәк, етештереү ҡеүәте - йылына 27 кВА. Бында электр станциялары, электр селтәрҙәре өсөн ҡорамалдар етештереү планлаштырыла.
       Предприятиела Германия, Швейцария, Австрия, Италия һәм башҡа илдәрҙә етештерелгән алдынғы, экологик яҡтан таҙа технологиялар файҙаланыласаҡ.
       Етештереүгә идара итеүҙә өр - яңы компьютер системаһын файҙаланыу планлаштырыла.
       "Электрозавод" ХК" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең, шул иҫәптән төҙөләсәк трансформаторҙар заводының продукцияһы ла, Рәсәй һәм БДБ халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла һорау менән файҙалана һәм файҙаланасаҡ. Беренсенән, ул Мәскәү, Санкт - Петербург, Свердлов, Силәбе, Новосибирск, Красноярск, Кемерово, Иркутск һ. б. ҙур ҡалаларҙа, икенсенән , яңы ҡеүәттәр электр селтәрҙәренең реформалашыуын талап иткән ҡара һәм төҫлө металлургияла, өсөнсөнән, ҡала хужалығында, транспорт, метро, төҙөлөштә, дүртенсенән, хәрби
       төҙөлөш, һыу аҫты һәм һыу өҫтө флотилияларын төҙөүҙә ҡулланыла.
       Көн темаһына кире ҡайтып, Макаревич Өфөлә юғары технологиялы трансформатор производствоһы, шулай уҡ башҡорт предприятиелары менән булдырылған тығыҙ бәйләнештәр
       республикала ике меңдән ашыу эш урыны асыуға мөмкинселек
       бирәсәк, тип белдерҙе. Фәнни база Мәскәүҙә булғанлыҡтан, урындағы халыҡҡа башлыса эшсе һөнәрҙәре һәм урта звено вазифалары тәҡдим ителәсәк.
       "Электрозавод" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәҡдимен
       Башҡортостанда нисек ҡабул итеүҙәре тураһында ла Макаревич ahj йылы һүҙҙәр әйтте. Етенсе майҙа төҙөлөш тураһында ҡарар ҡабул ителһә, инде 10 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса төҙөлөш майҙаны йәйелдереләсәк. Әҙер заводты 2006 йыл аҙағына тапшырырға йөкләмә алдыҡ, тине компанияның генераль директоры. Ваҡыт бик аҙ! Әммә артта күперҙәр яндырылды - республика Президентына вәғәҙә биргәс, уны үтәмәҫкә ярамай. Төҙөлөштө башҡорт белгестәре проектланы. Улар бик оператив эшләне, проект барлыҡ талаптарға ла яуап бирә. Төҙөлөш барышында беҙ беренсе сиратта республиканың төҙөлөш ҡеүәтенә йүнәлеш тотасаҡбыҙ. Металл конструкциялар, кабель
       продукцияһы, транспорт предприятиелары һәм башҡалар
       барыһы ла йәлеп ителәсәк.
       "Электрозавод" предприятиеһын Башҡортостанда яҡшы беләләр. Тиҫтә йылдар дауамында ул "Башкирэнерго" менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Күптән түгел генә компания Өфөнөң " Электроаппарат" заводының 97 проценттан ашыу акцияларын һатып алды. Заводҡа ун миллион доллар һалынған да инде. Һалынған сумманың өстән бер өлөшө һуңғы йылдарҙа йыйылған бу рыстарҙы түләүгә, өстән ике өлөшө - заманса немец ҡорамалдары һатып алыуға тотонолдо. Цехтар ремонтлана,
       биләмәләр төҙөкләндерелә, 700 кеше эш урыны алды, эш хаҡы ваҡытында түләнә, хәҙер ул айына уртаса ете мең тәшкил итә.
       Һәм һөҙөмтәләр ҙә үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Әгәр үткән йылға т иклем "Электроаппарат" килемһеҙ эшләп, 2004 йылда етештереү күләме өс миллион доллар булһа, ағымдағы, 2005 йылда ул дүр т тапҡыр артып, 12 миллион доллар тәшкил итте.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал