6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

"Ҡәйнә теле" Бөрйәнгә лә алып барып еткерер
03.10.05


       Бөрйән районына, дөрөҫөрәге, Башҡортостандың дәүләт ҡурсаулығына билдәләнгән ваҡытҡа барып етер өсөн Өфөнән беҙ иртәнге сәғәт алтыла уҡ сыҡтыҡ. Ҡояш сыҡҡансы йоҡомһорап
       барҙыҡ, әлбиттә. Ҡояш сыҡҡас инде йоҡо ҡайғыһы китте, өҫтәүенә беҙгә бына тигән бүләк тә әҙерләнгән - автобус тәҙр әһе аша рәссамдарҙы таң ҡалдырырлыҡ күренеш асылды!
       Күптән бындай матурлыҡты күргәнем юҡ ине! Көҙ үҙ буяуҙары н йәлләмәй: ағас япраҡтары алтын һары, көрән, ҡыҙыл, ут төҫө ндә баҙлап яна. Мөһабәт тау баштарында ағастар ниндәйҙер әки әт һарайҙарын хәтерләтә. Әммә иң ҡыҙығы беҙҙә алда көткән икән.
       Ҡурсаулыҡҡа эләгер өсөн башта "Ҡәйнә телен" иҫән - һау
       үтергә кәрәк - Архангель һәм Белорет райондары араһындағы таулы урындағы хәүефле боролош халыҡ араһында шулай тип атап йөрөтөлә. Уның аша өҫкә күтәрелгәндә ҡаршы килгән автомашиналар хәүеф тыуҙыра, аҫҡа төшкәндә инде үҙ тиҙлегеңде самалау кәрәк.
       Ҡышын ҙур йөк машиналарының шоферҙары был урында туҡтап, "телдең" икенсе яғынан транспорт килеү - килмәүен ҡарағандан һуң ғына бик яй тиҙлек менән был ҡапҡандан сыға. Ҡышын юлға мул итеп ҡом һибәләр, сөнки һаҡһыҙ ҡыланһаң бәрелештән ҡотолоп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Аллаға шөкөр, "Ҡәйнә телен" беҙ иҫән - һау үттек. Боролоштан һуң күҙ алдын да матурлығы буйынса иҫ китмәле күренеш асылды. Туҡтап иҫтәлеккә фотоға төшөргә теләк ҙур булһа ла, Көньяҡ Уралдың ҡурсаулығына тиҙерәк барып етеү теләге көслөрәк булып сыҡты.
       Тағы бер йөҙ саҡрымдан һуң, ниһайәт, ҡурсаулыҡҡа аяҡ
       баҫтыҡ. Уның сигендә беҙҙе Һарғайа ауылында йәшәүселәр йыр - бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Уларҙың хәтерендә ҡурсаулыҡтың
       юбилейын билдәләү оҙаҡ һаҡланасаҡ, сөнки һуңғы арала бында әлегеләй саралар үткәне юҡ икән. Байрамға БР Тәбиғи ресурста р министрлығы вәкилдәре, республиканың милли һәм тәбиғи парк
       директорҙары, ғалимдар, йәмәғәтселек вәкилдәре килгән. Ҡурсаулыҡтың 75 йыллығына арналған был сараның бағымсылары булып Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды, Бөрйән ю л ремонтлау участкаһы, Бөрйән урман хужалығы һәм "Тәңре" экологик берләшмәһе сығыш яһаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөрйән ра йоны хакимиәте тантанала ҡатнашманы.
       Байрам иһә тәбиғәт ҡосағында үтте. Хужалар ялан уртаһында
       сәхнә төҙөгән, эскәмйәләр ултыртҡан, ҡурсаулыҡтың яҡшы эшләүсе хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы бүләкләү ҙә ошонда
       уҙҙы, саф һауала өҫтәл дә әҙерләнгән ине. Тостар яңғырай, йылға ярындағы ун ҡаҙанда итле аш өлгөрә. Һыуҙы иһә ашнаҡсылар тура Ағиҙел йылғаһынан ала, әйтеүҙәренсә, был урында уға йөҙләгән таҙа шишмәләр ҡоя икән. Йылғала иң таҙа һыуҙа ғына йәшәүсе бәрҙе менән бағры ла үрсей тип әйттеләр
       беҙгә.
       Тамаҡ ялғап алғандан һуң, теләүселәр ҡурсаулыҡ буйлап
       экскурсияға юл тотто. Башта Тәбиғәт музейында булдыҡ.
       Һөйләүҙәренсә, ҡурсаулыҡта 57 төр имеҙеүсе хайуан, 19 төр ҡош, алты төр һөйрәлеүсе, өс төр амфибия, 17 төр балыҡ
       һаҡлана. Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгәндәрҙән ҡурсаулыҡ биләмәләрендә бөркөт, таҙғара, өкө, бағры, бәрҙе, бал ҡорто һәм башҡалар бар. Әйткәндәй, таҙғара, тартай һәм зырҡыуыт - донъя киңлектәрендә һирәк осраусы ҡоштар иҫәбенә инә.
       Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә һаҡланыусы уникаль объекттар араһында мышы, марал популяциялары бар. Ҡоштар араһында айырым урын биләүселәрҙән һуйыр һәм ҡорҙо әйтергә була.
       Әлбиттә, ҡурсаулыҡта беҙгә айыу, төлкө, ҡама һәм шәшке
       менән осрашырға тура килмәне, ә бына бызылдауыҡ, һағыҙаҡ,
       иңкештәр көнө буйына "концерт" ойошторҙо. Ҡарағай урманы буйлап үткән экологик һуҡмаҡта беҙгә уларҙың иң ғәжәйеп
       төрҙәренә тап булдыҡ.
       Ҡарағай урманында бәшмәктәр йәйелеп ята. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында уларҙы йыйырға ярамай. Ялҡау бәшмәксе өсөн ожмахтың да ожмахы инде. Минең өсөн асыш булып көрән сатыр б әшмәге торҙо. Баҡһаң, уны сей килеш тә ашарға ярай икән,
       тәмләп тә ҡараным - сей көнбағыш тәмен хәтерләтә.
       Көньяҡ Уралдың ҡарағай урмандары, әйткәндәй, биотөрлөлөкт ө һаҡлап ҡалыу өсөн айырым әһәмиәткә эйә: ҡурсаулыҡ биләмәләендә һигеҙ йөҙҙән ашыу үлән төрҙәре һаҡлана.
       Бына беҙ Көньяҡ Урал түбәләренең береһенә мендек. Алда асылған матурлыҡтан хатта баш әйләнә - ҡуйы ҡара урмандар, ҡылғанлы далалар, йылғалар, шишмәләр... Барыһы ла ус
       төбөндәге кеүек. Һәм был әкиәттәгеләй матурлыҡтың кеше өсөн
       нин тиклем мөһим икәнлеген ошонда ғына аңлай башлайһың.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал