6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ивановтың фатирында Невский һыбайлылары "йәшәй"
30.09.05


       Игорь Ивановтың фатирында дүрт меңдән ашыу яугир - Кулико во һәм Бородино һуғышында ҡатнашыусылар "йәшәй". Уларҙан тыш
       меңдән артыҡ аттар ҙа бар.
       Аттар өҫтәлдә, шкафта, һыбайлылар ҙур йәшниктәрҙә "ял итә ". Ике йәшниктә Чуд күлендәге һуғышта ҡатнашыусылар һаҡлана. Боҙ һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар барыһы бергә ята - Тевтон рыцарҙәре һәм Александр Невский яугирҙары... Уларҙың барыһын да - аттарҙы ла, кешеләрен дә Игорь Иванов үҙе эшләгән. Балауыҙҙан. Хәрби кейем - ҡоралдар авторы ла үҙе.
       Улар әлегә үҙ сәғәтен көтә - тиҙҙән Ҡунаҡтар һарайында Ивановтың күргәҙмәһе үтәсәк.
       Игорҙең ижад емештәре хайран ҡалдыра. Нәҙек тояҡлы матур
       аттар - ҡаралары, алмасыбарҙары, ҡолалары сабып бара, хатта ҡолаҡҡа уларҙың кешнәгән тауышы ла ишетелгәндәй булып ҡала. Һөңгө, ҡылыс менән ҡоралланған яугирҙар ҙа хәрәкәттә ҡатып
       ҡалған. Үтә лә нескә эш. Шул уҡ ваҡытта кешеләренең буйы 8, аттарҙың оҙонлоғо 15 сантиметрҙан артмай.
       Игорь бер ҡасан да художество мәктәбендә белем алмаған. Әммә бала сағынан һындар әүәләргә ярата. Ул Димдә тыуып үҫкән. Ғаиләлә алты бала тәрбиәләнә, атаһы тимер юлсы булып эшләй, әсә кеше балалар тәрбиәләү менән мәшғүл була. Үҙенән 11 йәшкә өлкән ағаһы Анатолийҙың үҙе әүәләп яһалған һындар ҡатнашлығында тамашалар ҡуйыуын бик теләп ҡарай бәләкәй малай. Һуңынан үҙе лә был шөғөл менән мауыға башлай. Артабан
       музыка мәктәбендә фортепиано класында уҡый, спорт мәктәбендә айкидо менән шөғөлләнә, Өфө авиация институтында белем ала, унан робототехника буйынса белгес булып сыға. Институтта уҡыған ваҡытта һындар әүәләү ҡайғыһы булмай, әлбиттә.
       Артабан инде уның кесе туғандары үҫеп етә, һәм бер көнө Игорь уларға үҙе эшләгән фигуралар менән уйнарға өйрәтә. Һәм
       үҙе лә мауығып китә. Улар бергәләп Бородино яланындағы
       һуғышты һынландыра.
       Әммә бөгөнгө шөғөлөнә Игорь оҙаҡ килә. Санкт - Петербургт ан килгән ҡурғаш һалдаттар музейына барыу этәргес көс булып торғандыр, моғайын, ти ул. Был музейға Игорь мөғжизә күрергә теләп бара, әммә күргәндәре уның күңеленә ятмай.
       - Мин яҡшыраҡ итеп эшләйәсәкмен! - тип ҡарар итә ул. Һәм эшләй ҙә. Ҡустылары менән бергәләп эшләгән Бородино яланы тәүге һынау ғына була уның өсөн. Артабан ул Боҙ һуғышын
       һынландырыуға тотона. Үҙенең эше өсөн Игорь төрлө материалдар ҡуллана. Ат һәм кешеләрҙе балауыҙҙан яһай. Нигеҙ
       итеп тимер сым алына. Сәс, һаҡал, мыйыҡтар йөн йәки фетрҙан
       ҡуйыла. Әйткәндәй, бик матур килеп сыға - яугирҙар ерән, ҡа ра, һары сәсле, бөҙрәләре лә бар. Уларҙың ҙурлығы тураһында ла онотмағыҙ, ювелир эше тип тә әйтергә булыр ине был Игорҙең
       эшен. Аттарҙың ҡойроҡ һәм ялын эшләү өсөн йорт ҡуянының
       йөнө алына. Көмөш буяу менән буялған ябай капрондан бына
       тигән һаймандар (тимер күлдәк) сыға. Туҡыма ла, бәҙрәф ҡағыҙы ла эшкә бара. Чуд күленең боҙо пенопластан яһалған.
       Әлеге ваҡытта Ҡунаҡтар һарайында үтәсәк күргәҙмәһе өсөн
       Игорь өс квадрат метр майҙанда витрина эшләгән.
       Мин ҡулыма балауыҙ алып, уны йомшартырға тырышып ҡараным. Бәләкәй генә киҫәк менән дә оҙаҡ булышырға тура килде. Өҫтәүенә ул тиҙ генә ҡатып бара.
       - Башта ябай һындар эшләнә, - тип һөйләй Игорь. - Был мәшәҡәтле эш - кисен телевизор алдында ултыраһың да
       әбейҙәр бәйләм бәйләгән кеүек эшкә тотонаһың. Бармаҡтар үҙ
       эшен белә. Бер кистә 20 - 50 һын яһап өлгөртәм. Әлеге ваҡыт та Куликово һуғышын һынландырам - унда 300 фигура ҡатнаша. У л әлегә әҙер түгел, эш бер ике ай самаһы һуҙылыр әле.
       Яңылышыуҙар ҙа булғылай - мәҫәлән, мин барлыҡ ҡалҡандарҙы ла эшләп бөттөм, ә уларҙың диаметры бәләкәй булып сыҡты. Баш кейемдәрен дә эшләгәйнем, тик материалы артыҡ йомшаҡ, ба рыһын да яңынан эшләргә тура киләсәк.
       Артабан да Ивановтың пландары ҙур - тағы ла Бородино һуғышы. Тик был юлы ҡустылары менән уйнатҡаны һымаҡ түгел, ә
       ҙурырағын эшләргә ниәтләй оҫта. Яугирҙар һаны ғына ла өс ме ң самаһы буласаҡ, уларҙың мең тирәһе - һыбайлылар. Майҙаны буйынса һуғыш тотош бер бүлмәне биләйәсәк.
       - Һәм бына әле миңә урын етмәйәсәген аңлап ҡотом осто, - тип борсола Игорь. - Әлегә улар эшләнеп бөтмәгән һәм аҙ урын
       ала, ә инде кейендергәс, уларҙы ҡайҙалыр урынлаштырырға кәр әк буласаҡ. Миңә мотлаҡ оҫтахана кәрәк. Был үтенес менән
       Рәссамдар союзына мөрәжәғәт итергә тура килер, моғайын.
       Бөгөн Ивановтың төп эш урыны - Дим районының Балалар - үҫмерҙәр ижады һарайы. Ул айкидо һәм һындар әүәләү буйынса т үңәрәктәр алып бара. Һәм бик аҙ эш хаҡы ала.
       - Ни өсөн бының менән шөғөлләнергә булдығыҙ- тип һорайым
       һындар яғына ишаралап.
       - Был эш менән башҡа бер кем дә етди шөғөлләнмәй, - тип яуапланы ул. - Күргәҙмәлә мин фигураларға түгел, ғөмүмән, тотош картинаға ҡарауҙарын теләр инем. Унда даими рәүештә музыка яңғырап торасаҡ. Диораманың артҡы фонында болоттар араһында Христостың йөҙө күренә, Чуд күлендә һуғышыусыларҙың барыһы ла христиандар бит.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал