6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙло портал

Тото Кутуньо: илһамды ҡатын - ҡыҙҙар матурлығынан ала
30.09.05


       - Беләһеңме, әле мин үҙ тәьҫоратарым менән уртаҡлашыр өсө н артыҡ бәхетлемен! Үҙ тойғоларымды ябай һүҙҙәр менән әйтеп бирәалмаҫмын тип ҡурҡам! - тине миңә дуҫ ҡыҙым Лилиә "Өфө
       уттары" күңел асыу комплексынан сығып килгәндә: уның күҙҙәр е балҡып яна, ирендәренән йылмайыу китмәй, үҙе итальян телен дә шым ғына ниндәйҙер йырҙы көйләй...
       - Беләһеңме, Катя, мин һәр ваҡыт артистар тип "аҡылдан яҙғандарҙан" көлә инем. Ҡайһы берәүҙәрҙең концертта билдәле кеше эргәһенә яҡыныраҡ барыу өсөн генә лә сәстәрен йолҡорға әҙер булыуҙарын әлегә тиклем аптырап күҙәттем. Бер
       гөлләмә бүләк итер, бер автограф алыу өсөн генә! Әммә Тото
       Кутуньоны күргәндән һуң ҡараңғы төн япмаһы аҫтында ни тиклем оҙаҡ ҡалыуымды аңланым... Бындай хәл ғүмергә бер булалыр, моғайын, әммә мәңгегә хәтерҙә ҡала.
       Лилиә ваҡыт һуң булыуына ҡарамаҫтан, бөтөнләй йоҡоһо килмәүен, бары тик йырлау һәм "Soli" тип ҡабатлау теләге мен ән генә яныуын белдерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Колизео" мегазалында булғандан һуң уның өсөн донъя ысын яҙ булып балҡыны - төн уртаһында ҡояш балҡый, ҡоштар һайрай... Әйткәндәй, матбуғат конференцияһында ул йырсыға сәскәләр гөлләмәһе тапшырыусы берҙән - бер журналистка булды, иң мөһиме, был сәскәләр ысын күңелдән ине.
       - Ҙур рәхмәт һеҙгә, мин тәүге тапҡыр үҙемдең журналист икәнемде онотоп ял иттем, һеҙҙең был донъяла булыуығыҙ менән
       мин бәхетле! - тине Лилиә итальян йондоҙона. Тото уның менә н
       килешеп башын ҡаҡты. - Әйтегеҙсе, ҡатын - ҡыҙҙарға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек
       - Ҡатын - ҡыҙ минең өсөн тормош үҙәге. Уларһыҙ йәшәй алмайым.
       - Афишала "80 - се йылдар дискотекаһы" тип яҙылған. Ул саҡтарҙы ниндәй тойғо менән иҫкә алаһығыҙ
       - Энергия ташып торған ваҡыт булды ул, мине таныуҙарын теләй инем. Мөхәббәт ваҡыты ла булды тип әйтә алам, мин яратырға һәм яратылырға теләй инем. Был тойғолар әле лә тере , әммә тәүге тәжрибә йөрәгемдә мәңгелеккә ҡаласаҡ.
       - Рәсәйҙә тәүге концертығыҙ нисәнсе йылда булды
       - 1986 - сы йылда.
       - Ул ваҡыттан алып ниндәй үҙгәрештәр һиҙелә
       - Үҙгәрештәр бик күп. Был хатта транспорт һанынан да күре нә. Хәҙер Мәскәүҙә хәрәкәт Римдағы, йәки Париждағы кеүек үк. Машиналар аҙ булған ваҡыттарҙы хәтерләйем... Бөгөн һеҙҙә байҙар бик күп. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярлылар ҙа етерлек.
       - Тото әфәнде, һеҙҙең мөләйем һәм йәш булыуығыҙҙың сере
       нимәлә
       -Бер ниндәй ҙә сер юҡ. Мин спорт менән шөғөлләнәм, йөҙөрг ә яратам. Әммә көс һәм энергияны музыкаға булған һөйөүемдән
       алам. Эйе, нәҡ музыканан.
       Музыка менән Тото бәләкәй саҡтан мауыға, бының өсөн ул
       атаһына рәхмәтле. Атаһы, сығышы буйынса Сицилия кешеһе, хәрби флотта хеҙмәт итә, буш ваҡытында торбала уйнарға ярата . Нәҡ ул улына тәүге музыка дәрестәрен бирә лә инде. Кутуньо ның музыкаль белеме юҡ, ул - үҙешмәкәр йырсы. 16 йәшендә йыр ҙар яҙа башлай. 1975 йылда яҙған йырҙары суперхитҡа әйләнә һ әм авторға билдәлелек алып килә.
       Кутуньоның моңло, бер аҙ моңһоуыраҡ йырҙары күп йылдар дауамында билдәле йырсыларҙың репертуарын биҙәй, улар араһында итальяндар Доменико Модуньо, Адриано Челентано, Кристиан, француздар Джо Дассан, Далида һәм башҡалар бар. Тото үҙ йырҙарын башҡарып та бик күп тамашасылар йыя. Бер нисә тапҡыр Сан - Ремола үткән фестиваль сәхнәһенгә сыға. 19 83 йылда был абруйлы конкурста "Итальян" йырын башҡарып беренсе урынға лайыҡ була.
       - Уның йырҙары күңелде арбай, - тип һоҡланыуын дауам итә Лилиә. - Һауала романтика тулҡыны һиҙелә. Ә сәхнәлә нисек ит еп үҙен тота белә! Ул сәхнә өсөн генә тыуған. Уға ҡарайым да хайран ҡалам - был кеше шул тиклем матур!
       - Ә һин уға нисә йәш икәнен беләһеңме
       - Нисә
       - Алтмыштан артыҡ! Уйлап ҡына ҡара!
       - !!!
       Ә концерт башланғанда барыһы ла ябай ғына һымаҡ ине: сәхн ә тирәләй майҙан тиҙ арала халыҡҡа тулды, балкон һәм өҫтәлдә р артында ла тамашасылар етерлек. Был кисәлә бер генә нимәне ғәҙәттән тыш тип әйтер инем, ул да булһа урта йәштәрҙәге һәм илленән уҙған тамашасыларҙың күп булыуы. Ә инде Тото Кутуньо
       сәхнәгә сыҡҡас, улар урындарынан һикереп торҙо һәм тиҙ арал а ҡул сабыуҙар күмәкләп бейеүҙәргә әйләнеп китте. Кутуньоның һүҙҙәре буйынса "матур рус ҡатындары" һәм "ысын рус мачоһы" нәҡ шулай бейергә тейеш тә инде.
       "Бамбино" тураһындағы йыр ижади йүнәлеш талап итә ине, шуға күрә йырсы сәхнәгә өлкән синыф уҡыусыһы "белла Настазья" - Настя Карпованы саҡырып сығарҙы. Ә концерт аҙағында Тото өфөлөләр араһында үҙенә дуҫтар табырға теләүен
       белдерҙе һәм залға төштө. Кем белә, бәлки унда артист булас аҡ композицияһы өсөн яңы музаһын да осратҡандыр. Тото Кутунь о үҙе таныуынса, ҡатын - ҡыҙҙар матурлығы һәм тормош уның ижады өсөн илһам булып тора.

Екатерина Спиридонова, Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал