6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Көйәрмәндәр ярҙамы менән
30.09.05


       Ошо көндәрҙә "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә ҡыҙыҡлы ваҡиғаның шаһиты булыу ғына түгел, унда туранан - тура ҡатнашыу бәхете тейҙе - ул "Салауат Юлаев" командаһы фанаттары менән бергә Өфө клубының Тольятти ҡалаһында үткән матчына барҙы. Көйәрмәндәр төркөмө был ҡалаға күңелле итеп, әммә артыҡ мажараларға осрамай ғына барҙы һәм әйләнеп ҡайтты. Алты кеше ҡунаҡта үткән уйынды тәү тапҡыр күреүен
       белдерҙе, ә бына Өфө фан - клубын ойоштороусы Марат Янтудин өсөн был юбилей көнө - ул илленсе уйын "ойоштора".
       - Беҙ һине тәҙрә янына ултырта алмайбыҙ, сөнки һиңә автоб ус руле артына ултырырға тура килер, моғайын, беҙ барыбыҙ ҙа ,
       шул иҫәптән водитель дә эсеп иҫерәсәкбеҙ!
       Ҡыуанысҡа ҡаршы, Мараттың был һүҙҙәре шаярыу ғына булып с ыҡты. Фанаттар тейешле кимәлдә тәртип һаҡланы, һәр хәлдә мин уларҙың уҫмаҡлашыу йәки яланғасланып бейеүҙәрен
       күрмәнем. "ДДТ" төркөмөнөң йырҙарын күмәкләп башҡарыу юлды байтаҡҡа ҡыҫҡартты.
       Юбилей уңайынан фанаттар үҙҙәренең лидерына дуҫтарса шарж һәм 50 чупа - чупс бүләк итте. Тик бер шарт бар - Өфөгә
       ҡайтып еткәнсе ул тәмлекәстәрҙе һурып бөтөрөргә тейеш. Әммә
       Марат был геройлыҡҡа баҙнат итмәне, кәнфиттәрҙе барыһына ла
       таратып биреүҙе хуп күрҙе.
       Тольяттиға барыу өсөн уңайлы автобусты фанаттарға "Салауа т Юлаев" хоккей клубы етәкселеге биргән. Татарстан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренең бик үк яҡшы булмаған юлдарынан үтеп,
       беҙ "йәйгә" килеп еттек, свитер, курткаларҙы сисергә тура килде.
       Көйәрмәндәрҙең транспорт өсөн бер тин дә түләмәүен билдәләп үтергә кәрәк. Өфө командаһының фанаттары үҙ
       аҡсаһын юлда туҡланыу өсөн генә тотондо, бынан тыш уларға "Лада" - "Салауат Юлаев" матчына билет та алырға тура килде.
       Иң өҫтәге, түбә аҫтындағы урындар өсөн фанаттар 150 - шәр һум сығарып һалды.
       Өфө фанаттарының үҙ командаһына бәхет алып килеүе шик тыуҙырмай. Быйыл етәкселек көйәрмәндәрҙе өс ҡалаға - Түбәнге
       Кама, Ҡазан һәм Тольятти ҡалаларына барыу өсөн автобус менә н тәьмин иткән. "Салауат Юлаев" был осрашыуҙарҙа ике тапҡыр еңде ( "Аҡ Барс" һәм "Ладаға" ҡаршы) һәм "Нефтехимик" менән тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Ә бына Пермгә барыу өсөн көйәрмәндәргә автобус бирмәгәндәр, һөҙөмтәлә "юлаевсылар" "Молот" командаһына ҡаршы уйында тиҙ арала 3: 0 иҫәбенә еңелгән.
       "Лада" менән осрашыуға Рафаил Ишмәтов тағы ла үҙгәртелгән
       состав сығарҙы, унда перспективалы уйынсылар Максим Беляев менән Дмитрий Макаровҡа урын табылманы. Хужалар башта бик тә
       ышаныслы уйын күрһәтте, өфөлөләр иһә нисек тура килә шулай һаҡланырға тырышты. Ҡунаҡтарҙың голкиперы Мезин уйынға һирәк ҡыҫылды, әммә уның оҫта ҡапҡа һаҡсыһы икәнен аңлауы ҡыйын түгел ине. "Юлаевсыларҙың" фан - секторы ла шәп
       эшләне, ҡайһы ваҡыт уларҙың тауышы хатта урындағы
       көйәрмәндәрҙе лә баҫып киткеләне.
       Матчтың судьяһы үҙен яңы ҡағиҙәләр тураһында ишетмәгән кеүек тотто - беренсе период аҙағында ул боҙ өҫтөндә Өфө
       уйынысыларының өсәүһен генә ҡалдырҙы. Бер - бер артлы бирелгән штрафтар арҡаһынад "Лада" ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡыт күпселектә уйнаны. Әммә хужалар барыбер гол индерә алманы. Ә
       бына Өфө командаһының һаҡсыһы Владислав Озолин уңайлы
       мәлде файҙаланыуға өлгәште - 1 : 0. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Семин иҫәпте тигеҙләне, 1 : 1.
       Һуңғы өлөштә уйын голға тиклем барҙы - матчтан һуң үткәрелгән матбуғат конференцияһында ла команда тренерҙары н әҡ ошоно билдәләне. Өфөлөләрҙең гол индерергә йөҙ процент мө мкинселектәре бар ине, әммә улар быны ҡулдан ысҡындырҙы, һәм
       Алан Свобода инде боҙ өҫтөндә ятҡан килеш бер нисә тапҡыр шайбаны кире ҡағыуға иреште.
       "Юлавсылар" бының менән тынысланманы: һәм, ниһайәт, Сидякин "Лада" командаһының ҡапҡа һаҡсыһын алдап, шайбаны ҡа пҡаға индереүгә өлгәште. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был
       гол ағымдағы чемпионатта Андрей Сидякин иҫәбендә бишенсеһе.
       Ә инде осрашыу аҙағында Ярослав Чуприс еңеүсе тураһындағы һ орауҙы тулыһынса хәл итте - ҡунаҡтар файҙаһына 3 : 1. Был
       шайба менән белорус форварды Рәсәй суперлигаһында үҙ
       иҫәбен асты.
       Был хәлдән һуң трибунала ултырыусы Тольятти тамашасылары урындарынан тороп ҡайтыша башланы. Күптән түгел генә Рәсәй чемпионатының көмөш призеры булып танылған командаларының ең елеүенә көйәрмәндәр өйрәнмәгән шул.
       Матчтан һуң Өфө фанаттары "Салауат Юлаев" уйынсыларын
       көслө алҡышлауҙар менән оҙатты. "Юлаевсылар" клубы
       менеджеры Александр Меркулов һәм баш тренер Рафаил Ишмәтов лидер Марат Янтудинды "юбилейы" менән ҡотланы.
       Киләһе матчты өфөлөләр үҙҙәрендә үткәрәсәк - ул йәкшмәбе көнөнә, 2 октябргә, билдәләнгән. Беҙҙең команда "Металлург"
       клубын ҡабул итә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал