6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Эш, яҡшы ҡатын, хеҙмәт хаҡы... - барыһы ла үҙ ҡулыңда
30.09.05


       Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу - бөгөнгө көнгә иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе, тик, дөйөм алғанда, төп ғәйеп йәштәрҙе ң үҙендә - тип иҫәпләй БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов.
       Был ғәҙел түгел, тигән ҡарарға килдем мин. Ауылда йәшәүсе йәштәрҙең күптәре эшләргә теләһә лә улар өсөн вакансия
       табылмай. Хәйер, ҡалала ла улар етерлек тип әйтеп булмай.
       Хеҙмәт баҙарында тәҡдимдәрҙең күбеһе перспективаһыҙ, эш хаҡы ла түбән. Кем үҙе теләп ундай эшкә барһын
       "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Юлай Талха улы был һорауға ентекле итеп яуап бирҙе. Баҡһаң, ниндәй осраҡта ла хеҙмәт баҙарын яҡшылап өйрәнергә, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк икән. Һәр кем яҡшы тәҡдимдәргә тап булыуы мөмкин, тик уны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк.
       - Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү төп һорауҙарҙың береһе булып ҡала килә, айырыуса райондарҙа, - тип билдәләне Юлай Ильясов. - Республикала йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәге һәм уның филиалдары эшләүенә ҡарамаҫтан, йәштәр һаман да "эштән ситтә ҡала". Балиғ булыусыларҙың күптәре был үҙәктә
       тәҡдим ителеүсе юридик консультациялар, психологик ярҙам
       һәм "башҡа ваҡ - төйәккә" мохтаж булмауын белдерә. Улар оҙа ҡ көтөргә һәм "тиндәр алып эшләргә" риза түгел. Нимә теләйҙә р
       һуң һуң Барыһы ла һәм тиҙ арала булһын. Тик улай килеп
       сыҡмай шул.
       Юлай Ильясовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡалала һәм ауылда
       йәштәрҙең эшкә урынлашыу проблемаһын тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, башлыса был проблема райондарға ҡағыла. Ҡала
       йәштәре, ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр ғәҙәттә тормошта еңелерәк
       урынлаша.
       - Ниңә Сөнки, дөрөҫөн генә әйткәндә, алдарында ишек ябылһа, ҡала йәштәре тәҙрәнән инергә ынтыла, йәғни эш табыу өмөтөн ҡалдырмай, тырыша, һөҙөмтәлә нисек тә күңеленә ятҡан эшкә урынлаша. Ә төпкөлдә - ауылдарҙа әлегә тиклем пассивлыҡ
       һаҡланып килә. Унда йәштәр үҙҙәрен берәй ваҡыт күреп ҡалырҙар, баһаларҙар, эш тәҡдим итерҙәр тип көтөп, бушҡа өмөтләнеп йәшәүҙе хуп күрә.
       Киләһе йылдан башлап беҙ ауыл йәштәренең тәртибен коррекциялауға арналған психологик программа булдырасаҡбыҙ. Уның нисек булырын әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым. Бәлки
       күсмә семинарҙар, йәки йәштәрҙең кәйефенә йоғонто яһай алырлыҡ башҡа берәй сара. Әммә был проблеманы йәштәрҙең бары тик үҙҙәре генә хәл итә аласағын һыҙыҡ өҫтөнә алып
       китергә теләйем, беҙ бары тик иғтибар һәм йүнәлеш бирәбеҙ. Акциялар һәм йәштәр йәрминкәләре ойошторабыҙ ( улар
       республиканың 48 район һәм ҡалаһында үтте), студент һәм
       хеҙмәт отряды штабтарының эшмәкәрлеген яйға һалабыҙ.
       Быға бәйле иғтибарҙы Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү үҙәгенә йүнәлтергә теләйем - ағымдағы йылдың һигеҙ
       айында һигеҙ меңдән ашыу кеше эш эҙләп мөрәжәғәт итте, уларҙың өс меңдән ашыуы эш менән тәьмин ителде. 3800 балиғ
       булмағандар араһынан 1500 кеше эшкә урынлаштырылды. Күрһәткестәр юғарыраҡ та була алыр ине, әммә эшкә
       урынлашыусының үҙ теләге мөһим роль уйнай.
       Бөгөнгө йәштәрҙең инициатива күрһәтә белмәүен, идеяһыҙлығын, ысынбарлыҡтан ҡасырға тырышыуын еңергә ине. Ул арҙы үҙҙәрен баһаларға, маҡсат ҡуйырға, үҙ
       мөмкинселектәрен билдәләргә өйрәтергә кәрәк. Быны йәштәр
       бары тик үҙҙәре генә булдыра ала, тимәк, эш табырға, яҡшы ҡыҙға өйләнергә һәм эш хаҡы алырға - уларҙың ҡулынан килә, бары тик быны бик ныҡ теләргә һәм көс һалырға ғына кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал