6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Эш күрһәткестәре юғары
29.09.05


       Республиканың Милли банкыһына үҙенең лайыҡлы рәүештә финанстар системаһында тотҡан урынын иҫбатлау кәрәкмәй. Банкылар өлкәһендә ул, ғөмүмән, "Алла, батша һәм герой" урынын биләй тип әйтергә була. 140 йыл элек император Александр икенсе Дәүләт банкыһының Өфө бүлексәһен төҙөргә әмер бирә. 2005 - се йылда республиканың Милли банкыһы Рәсәй Банкыһының иң алдынғы төбәк үҙәктәренең береһе булараҡ, арымай - талмай финанс һәм кредиттарға хеҙмәт итә.
       БР Милли банкыһы рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтың "Башинформ" аг ентлығындағы сығышы ғәҙәти сараларҙан айырылып торҙо. Журналистар ун биш минут дауамында презентация телефильмы ҡ араны. Артабан инде һорауҙар бирергә лә ваҡыт етте. Аҡса һәр
       ваҡыт ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы сер түгел.
       Бөгөн Башҡортостанда 23 кредит ойошмаһы бар, уларҙың 13 -
       ө - урындағы банкылар. Урындағы банкыларҙың теркәлгән уста в капиталдары үҙ ауырлығын арттыра бара - 9,1 миллиард һумдан артыҡ, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 3,2,
       йыл башындағынан 2,7 процентҡа күберәк.
       Республика биләмәһендә эшләүсе банкылар иҡтисадтың реаль секторына 92 миллиард һумға яҡын кредит биргән, был йыл
       башы менән сағыштырғанда 18 процентҡа күберәк. Банкыларға а йырым кешеләр һалған аҡса быйыл 48,8 миллиард һумға еткән. К үрһәткестәр республикала банкылар системаһының тотороҡло
       булыуы һәм Рәсәйҙә иң уңышлы эшләүселәр иҫәбендә тороуы тураһында һөйләй.
       Башҡортостан Милли банкыһы банк системаһының юғары
       звеноһы булараҡ, тотош системалағы үҙгәрештәргә битараф ҡала алмай. Дөйөм маҡсат сиктәрендә - тулайым төбәк продуктын икеләтә арттырыуҙы тәьмин итер өсөн - республиканың банк системаһы үҫеше стратегияһы, Рөстәм Мәрҙәнов аңлатыуынса, Башҡортостандың 2010 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫеше Программаһының бер өлөшө булып инәсәк. Ул ваҡытҡа тиклем беҙ банк хеҙмәтләндереүе кимәле буйынса ҡайһы бер үҫешкән Европа илдәрен ҡыуып етәсәкбеҙ, тип иҫәпләй Рөстәм Мәрҙәнов. Улар иҫәбендә, мәҫәлән, әлеге
       ваҡытта йылдам үҫеш алған ҡулланыусыларға кредит биреүҙе әйтергә була. Бөгөн Башҡортостанда Республика кредит тарихтары бюроһы булдырылды, тип яңылыҡ менән уртаҡлашты Мил ли банк башлығы, был тәүге ҡарлуғас, уның артынан башҡалары ла буласаҡ, әлбиттә. Банкыларҙың теге йәки был кредит бюроһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөй башлауы көтөлә. Милли банк граждандарҙың намыҫлы
       заем алыусы булыуҙарына һәм яҡшы кредит тарихтары төҙөү
       өсөн үҙҙәре тураһында теләп мәғлүмәт биреренә ышана.
       Башҡортостанда ипотека кредитлауы ла ярайһы уҡ тиҙ үҫеш ала, сөнки ул фатир мәсьәләһен хәл итергә мөмкинселек биреүс е иң ҡыҫҡа юлдарҙың береһе. Башэкономбанк, "Уралсиб" һәм
       Сбербанк был йүнәлештә пионерҙар булып һанала, әммә буласаҡ фатир эйәләренә үҙ "финанс ярҙам" программаларын булдырыусы кредит ойошмалары көндән - көн арта бара.
       - Башҡортостан Республикаһы Рәсәй төбәктәре араһында ипотека үҫешкән тәүге төбәктәренең береһе, бөгөн ете банк федераль ипотека программаһында ҡатнаша, - тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.
       Бәләкәй эшҡыуарлыҡты кредитлау, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡрыныраҡ үҫешә. Был өлкәлә банк хеҙмәтләндереүе төрҙәре арта бара, әммә һөҙөмтәлә эшҡыуарҙарҙың ни бары ун проценты ғына кәрәкле кредит һәм ссуда алыуға өлгәшә. Сәбәбе ябай - әлегә тиклем бәләкәй эшҡыуарлыҡ тейешенсә кредит менән тәьмин ителмәй. Банкирҙарҙың баһалауы буйынса эшҡыуарҙар тауар әйләнешенең 90 процент тирәһен "күләгәлә" ҡалдыра.
       Икенсе яҡтан, банкылар берләшмәһе ерҙең үҙ эйәләрен табыуы һәм баҙар баһаһы ҡуйылыу мәлен көтөп йәшәй. Шунан һуң ер залогына кредитлауға бәйле шау - шыу башланасаҡ та
       инде.
       Рөстәм Мәрҙәнов һөйләүенсә, Башҡортостандың күпселек кредит ойошмалары вкладтарҙы страховкалау системаһына ҡушылды. Республикала проблемалы банкылар ҡалманы. БР Милли банкының контролләү эшмәкәрлеге үткән ун биш йыл эсендә барлыҡ ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ваҡытында күрергә һәм хәлде төҙәтергә ярҙам итте.
       Осрашыу аҙағында беҙҙең барыбыҙҙы ла күргәҙмәгә саҡырҙылар. Башҡортостандың Милли банкыһы хоҡуҡлы рәүештә үҙ
       музейы менән ғорурлана. Бөгөн унда банкының 140 йыллыҡ тарихына шаһит булған аҡса билдәләре һәм тәңкәләр коллекцияһы менән танышырға мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал