6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Иглин районы яулаған бейеклектәр
28.09.05


       Башҡортостан райондары араһында Иглин районы элек иң ар тта ҡалғандар рәтендә һанала ине. Һуңғы биш йыл эсендә был к үренеш ҡырҡа үҙгәрҙе. Райондың бар социаль-иҡтисади үҫеш күр һәткестәре лә - ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме,
       уртаса айлыҡ эш хаҡы, төп капиталға инвестиция күләме үҫте.
       Бәләкәй предприятиелар 322 процентҡа күберәк продукция етеш терә башланы, урындағы бюджет табышы 579 процентҡа үҫте. 200 3 йылда ғына бюджет һәм бюджет-ара фондтарға хужалыҡтарҙан и ке миллион һум аҡса ингән, үткән йылда ингән аҡса биш миллио н һум тәшкил итә.
       "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Республика көнөнә ҡарата
       уҙған матбуғат конференцияһында Иглин районы хакимиәте башл ығы Ришат Исхаҡов бына нимәләр һөйләне.
       - 2000 йылда ауыл хужалығы предприятиеларының 80 проценты т абышһыҙ эшләгән булһа, бөгөнгө көндә улар табышлы хужалыҡтар
       рәтендә. Иглин районы биш йыл инде дәүләт кредиты менән фай ҙаланмай, - тип һүҙен башланы Ришат Сәлмән улы.
       Районда фермер хужалыҡтарына эшләү мөмкинлеге булдырылған,
       шәхси һәм кесе эшҡыуарлыҡ та хуплана. Шәхси капитал яңынан булдырылған ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары нигеҙе нә һалына. Бөгөнгө көндә районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығыны ң бар тармағы ла һаҡланып ҡалынған, производство өлкәһенә ин вестициялар йәлеп ителгән. Былар барыһы ла эшләп килгән прои зводствоны, предприятие мөлкәтен һәм эш урындарын һаҡлап ҡал ыуға булышлыҡ итте.
       Иглин районы эшҡыуарҙарының эштәре яйға һалынған, улар аҡса
       менән эш итә белә. Улар үҙ продукциялары ассортиментын яңыр тып, сифатын күтәреп торалар, һатыу юлдарын табалар. Һуңғы ө с йылда ғына эшҡыуарҙар райондың агросәнәғәт комплексы үҫеү тармағына 60 миллион һум аҡса индергән.
       Районда йылдан-йыл эш урындары булдырыла, халыҡ тормошо яҡ шыра. Район средствоһы иҫәбенә социаль проблема - канализаци я төҙөлөшө хәл ителә.
       - Иглин районында һуңғы биш йылда 1,5 мең фатир төҙөлдө, 26 5 километр оҙонлоғонда газ үтте, 13 километрҙа һыу үткәргес уҙҙы. Райондың 15 ауылында фельдшер-акушер пункты асылды, һә р ауылда мәктәптәр асырға тырышабыҙ. Районда авария хәлендә
       мәктәп юҡ, 150 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы сафҡа баҫт ы, Турбаҫлы һәм Михайловка ауылдарында клуб төҙөлдө. Районда
       булдырылғын урман хужалығында айыу, мышы һәм башҡа йәнлектә р йөрөй. Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына ҡарата райондың алты Сов еттар Союзы Геройына бюст асылды, майҙан һуҡмағында кеше өҙө лмәй, - тип һүҙен тамамланы Иглин районы хакимиәте башлығы Р ишат Исхаҡов.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал