6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Халыҡтарҙы берләштергән байрам уҙҙы
28.09.05


       Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата р еспубликала ун бишенсе тапҡыр Аксаков байрамы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт һәм милли сәйәс әт министрлығы, Аксаков фонды, Милли музей, Өфө, Бәләбәй ҡал аһы һәм районы хакимиәте ярҙамында ойошторолған байрам юғары
       кимәлдә үтте.
       Байрам маршруты, ғәҙәттәгесә - Бәләбәй районында фольклор б айрамы, Надеждино ауылында Дмитрий ҡорамына экскурсия ойошто роу, Бәләбәйҙә киске байрам концерты, Өфө районы Зубово ауыл ында фольклор байрамы һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет теа трында тантаналы кисә уҙғарыу ине.
       Юбилей байрамына Сергей Тимофеевич Аксаковтың туғандары һәм
       башҡа ҡунаҡтар килгән ине. Улар араһында яҙыусының бүләсәрҙ әре - Ирина Сергеевна Аксакова (ул Башҡортостанға икенсе тап ҡыр килә) һәм Наталья Валерьевна Зайцева - Аксакова ун дүрт йәшлек ҡыҙы Ольга Сташевская менән бар ине. Улар икеһе лә бе ренсе тапҡыр Башҡортостан еренә аяҡ баҫты.
       "Башҡортостанда мин 1991 йылда булған инем,әле лә хәтеремдә , республика шул ваҡытта уҡ Аксаков байрамын юғары кимәлдә ү ткәрҙе. Бер тапҡыр үткәрерҙәр ҙә оноторҙар, тип уйлаған инем . Ун биш йылдан һуң мин тағы ла ҡунаҡсыл башҡорт ерендәмен, матур байрамда ҡатнашамын", - ти Ирина Сергеевна. Сергей Тимофеевичтың өс туған бүләсәре Татьяна Николаевна Ку знецова Силәбе ҡалаһынан килгән. Башҡортостанға өсөнсө тапҡы р килеүенә ҡарамаҫтан, ул республика менән һоҡланыуын йәшерә
       алманы.
       Халыҡ-ара Аксаков байрамы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, си т илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы ла үҙенә йәлеп итте. Улар араһы нда - "Наш современнник" журналы мөхәррире Станислав Куняев,
       "Литературная газета"һының проза бүлеге мөхәррире Александр
       Яковлев, журналист Павел Басинский, "Родина" журналы хеҙмәт кәре Айшат Темирова, шағирә Людмила Шикина һәм Болгария ҡуна ғы Иван Харлампиев бар ине.
       Сергей Тимофеевич, миндә урыҫ ҡаны ғына түгел, боронғо төр ки ҡаны ла бар, тип ғорурлана торған булған. Бәлки, шуғалыр ҙа Аксаков байрамы рус, башҡорт, татар һәм сыуаш халыҡтарыны ң тарихи туғандашлығын данлаған сара булараҡ та уҙҙы.

Надежда Фартыгина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал