6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Федор Шаляпин үҙе тураһында
27.09.05


       1890 йылдың 26 сентябрендә хор труппаһы менән гастролгә килгән ваҡытында Федор Шаляпин беренсе тапҡыр Өфө сәхнәһенә аяҡ баҫа, тамашасылар уны "Палермо йырсыһы" опереттаһында кү рә. Бөйөк артистың сәнғәт юлы Өфөнән башлана.
       Федор Иванович хәтерендә Өфө оҙаҡ һаҡлана. Үҙенең "Тормош биттәре" һәм "Күңел һәм битлек" тип исемләнгән китаптарында өфөлә йәшәгән тормош осорон, беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыуын хәтерләй.
       "Әлбиттә, мин башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ тулҡынландым. Ү ҙ фамилияңды афишаларҙа күреү бик ҡыуаныслы ине...", тип яҙа
       Федор Шаляпин үҙенең китабында.
       "...Испан костюмын кейеп алдым, бәләкәй генә мыйыҡ яһаным,
       ҡашты ла төҙәтеп ҡуйҙым, ирендәремде буяным, битемә аҙыраҡ ҡына ҡыҙыл һөрттөм, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙемде матур ғын а испанға әйләндерҙем... Ә үҙем шатлыҡ һәм ҡурҡыуҙан ҡалтыра й инем. Былар барыһы ла төш кеүек булды... Залда ултырған ха лыҡ геү килеп ҡул сапты, ә мин тулҡынланыуымдан иларға әҙер инем".
       Федор Шаляпинға беренсе тапҡыр "Актер әфәнде, сәхнә артынд а йөрөгәнсе бынауы йөктө өйгә алып ҡайтырға ярҙам итһәгеҙсе" , тип өндәшәләр. Мөләйем ҡатындың "актер" тип өндәшеүе Федор
       Ивановичтың күңеленә ята. Һалҡын көн, бараһы ер йыраҡ ҡына. Ҡатындың һөйләгәндәрен тың лап барған Шаляпин тишек итектәре эсенә ҡар тулыуын, аяҡтары
       өшөүен дә һиҙмәй. Ҡатын, һуң булыу сәбәпле сәй эсергә саҡыр а алмаясағына, ғәфү үтенә. Федор Шаляпин тап ошо ваҡыт һорап
       ҡуя:
       - Һеҙҙең бүлмә айырыммы
       - Эйе.
       - Артҡы ишек бармы
       - Бар, тик ҡапҡалар бикле.
       - Ә мин ҡапҡалар аша.
       - Булдыра алһағыҙ... Федор Иванович ҡапҡалар аша үтеп ҡатындың өйөнә инә һәм йоҡл арға ҡала. Барыһы ла үҙ сираты менән бара, төнгө сәғәт өстә звонок тауышы ғына "артистың" күңелен ҡырып ҡуя...
       Иртән торғас, тышта сисеп ҡалдырған туң итектәрен йылыта-йы лыта аяғына кейеп "башҡа бер ваҡытта ла ҡатындар янына тишек
       итек кейеп бармаҫҡа", тип анттар әйтә-әйтә өйө яғына ҡарай атлай.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал