6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Ауыр хәлгә тарыһағыҙ, "01" буйынса шылтыратығыҙ
05.11.03


       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беребеҙ ҙә үҙен тулыһынса яҡлау лы итеп тоя алмайҙыр, моғайын. Һәр кемдең көтөлмәгән хәл - в аҡиғаларға дусар булыуы ихтимал. Айырыуса ҡала ерендә тормош
       хәүефле бөгөн.
       Республикабыҙ башҡалаһында Ҡотҡарыу хеҙмәте 1999 йылдан б ирле эшләп килә. Уның айырылғыһыҙ өлөшө булып мәғлүмәт - ди спетчер үҙәге иҫәпләнә. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән үҙәккә төр лө бәләгә тарығын меңдән ашыу кеше шылтырата. ағымдағы йылды ң 9 айында диспетчерҙар 73 671 кешегә консультатив ярҙам кү рһәткән, ә ҡотҡарыусылар иһә 2 666 тапҡыр ярҙамға ашыҡҡан. 112-се тиҙ ярҙам номерын индергәндән һуң сит ҡалаларҙан шыл тыратыуҙар һаны һиҙелерлек артты. Бындай осраҡта инде диспе тчерҙар ярҙамға мохтаждарға урындарҙа кемгә мөрәжәғәт итер гә икәнлеген аңлатып бирә.
       Октябрҙән башлап республикала бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш б улған "01" һанын телефонда йыйып, һәр кем ярҙам һорай ала. Элек янғын һүндереүселәрҙе генә саҡыртҡан номер хәҙер Ҡотҡар ыу хеҙмәтенеке тип үҙгәртелде. Ул ойошма үҙе Берҙәм дежур
       -диспетчер хеҙмәте тип аталасаҡ. Әгәр һеҙ аварияға осраған йәки зыян күргән кешеләрҙе күреп ҡалаһығыҙ икән, Берҙәм дежу р -диспетчер хеҙмәтенә шылтыратһағыҙ, улар "Тиҙ ярҙамға", м илицияға, ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Йәғни, бөтә кәрәкле яр ҙамсы хеҙмәттәр ҙә эшкә егелә. Берҙәм дежур - диспетчер х еҙмәте системаһына шулай уҡ эре һәм үҙенсәлекле янғын сығыу сы ҡала предприятиелары, торлаҡ -коммуналь хеҙмәте, авария -ҡотҡарыу ойошмалары, тимер юл диспетчерҙары ла ҡарай.
       "01" номерын үҙ эсенә алған Берҙәм дежур - диспетчер, йәғн и экстрен ярҙам хеҙмәте Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ойошто рола. Башҡортостанда ул үҙ эшен башланы ла инде. Хәҙер, кемд ән ярҙам һорарға белмәй ултырырға түгел, тик "01" номерын ғы на йыйып, ярҙам һорарға мөмкин буласаҡ.

Рәфисә Шәйхисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал