6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Милләтебеҙ ғорурлығы, бәхил бул
27.09.05


       Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайына меңәрләгән кеше донъя
       әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәрим менән хушлашырға ағылды. Ула р араһында әҙиптең туғандары, яҡындары, таныштары, уның ижад ына табыныусылар бар.
       Шағир менән хушлашырға Башҡортостан Республикаһы Президенты
       Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Конст антин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүл әтов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон, Татарстан Респ убликаһы етәкселеге, РФ Яҙыусылар берлеге вәкилдәре, Рәсәйҙе ң сәйәсәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай
       депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомствол ар, ҡала һәм райондар хакимиәте башлыҡтары, төрлө предприяти е һәм ойошмалар етәкселәре килгән ине.
       Башҡортостан етәкселеге Мостай Кәримдең балалары һәм яҡынд ары исеменә килгән ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаларын уҡып ише ттерҙе.
       Шағир иҫтәлегенә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, уның шиғырҙа ры яңғыраны.
       - Башҡортостанда миңә бик күп булырға тура килде, һәр килг әнемдә лә ҡыуаныс кисерә инем. Әммә был юлы мин ҡайғылымын. Миңә ҡасандыр был кешене ҡосаҡлау, уның аҡыллы һәм фәһемле һ үҙҙәрен тыңлау, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыу б әхете тейгән ине, - тине Иосиф Кобзон Мостай Кәрим менән бәх илләшеү минуттарында.
       Шағирҙың улы Илгиз Кәримов атаһының көндәлегенән бәхет төш өнсәһе тураһында өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.
       "...Баҡтиһәң, минең бәхет запасым ҙур булған икән, бөгөнгө көнгә тиклем мин уның менән йәшәйем. Минең ижадым оҙаҡ йылда р бәхет туплаған, һәр яңы ижад юлы барлыҡҡа килеүгә мин һөйө ндөм. Минең нәшер ителгән китаптарым бәхет башланғысы булған . 1945 йылдың Еңеү бәхетен тоймаған көнөм юҡ. Мин яраттым, мин е яраттылар, бәлки, был бәхет түбәһелер... Һәм тағы ла, Яңы йыл менән ҡотлағанда, миңә яңы бәхет теләйҙәр. Ә мин, һыналғ ан бәхетем менән ҡәнәғәт. Ул мине һәр ваҡыт йылыта. Ҡарт һал дат үҙенең парад формаһын һаҡлағандай мин уны һаҡлайым...
       Ата-әсәйем һәм ағайҙарым мине бала саҡта ҡыйырһытманы. Әле аңлайым: был оло бәхет. Минең балаларым да ҡыйынлыҡтар килте рмәне. Был бәхет түгелме.." - Атайым быларҙы барыһын да үҙе өсөн яҙған. Ә беҙгә - һабаҡ өсөн, - тип һүҙен тамамланы Илгиз Кәримов.

Лилиә Сәхәбүтдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал