6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Генераль консуллыҡ менән республика мөнәсәбәттәренең киләсәг е ҡаралды
26.09.05


       Башҡортостанға танышыу сәфәре менән килгән Германия Федер атив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Тило Клиннер Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа ми нистры Борис Колбин, РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфө ҡал аһындағы вәкиле Зиннур Мәрҙәнов, БР Хөкүмәте Премьер-министр
       урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илеше в һәм Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Качкаев менән о срашты. Яҡтар хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен ҡараны.
       Тило Клиннер әфәнде "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында уҙған
       матбуғат конференцияһында журналистар менән дә осрашты.
       - ГФР-ҙың Екатеринбургтағы Генераль консуллығы ағымдағы йы лдың июнь айында ғына асылды, - тип һүҙен башланы Клиннер әф әнде. - Башҡортостан Республикаһы һәм Свердловск өлкәһенән т ыш хеҙмәтләндереү зонаһына Ҡурған, Төмән, Пермь, Силәбе өлкә ләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономия округы ла инә. Т ило Клиннер Төмән һәм Ҡурған яҡтарында булған да инде.
       Клиннер әфәнде 12 йыл элек Башҡортостан ерендә булған, беҙ ҙең республикала Генераль консул сифатында беренсе тапҡыр, 1 989 йылдан дипломатия хеҙмәтендә.
       Өс көн сәфәр барышында баш ҡаланың тарихи урындарында, пре дприятиеларында булып, бер нисә эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнашы п "ошо йылдар эсендә Өфө танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Күрәм, т орлаҡ төҙөлөшө лә йылдам үҫешә", - тип билдәләне Генераль ко нсул. - Беҙ Башҡортостан менән химия, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы , туризм, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф өлкәһендә берлектәге про ектта артабан хеҙмәттәшлек үҫтереү яҡлы, - тине Клиннер әфән де.

Әлфиә Шәрәфетдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал