6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Енәйәтсегә беҙҙең ҡулдар барып етә
22.09.05


       Үҙәк урамдарҙың береһендә ябай ғына биш ҡатлы йорт тора.
       Ойошма тураһында күрһәтмә булыуы, инеү ишеге лә күҙгә салын ып бармай. Тап ошо йорттоң бер нисә кабинетында Интерпол хеҙ мәткәрҙәре урынлашҡан. Башҡортостанда Интерполдың милли үҙәк
       бюро филиалы 1999 йылдың август айында барлыҡҡа килә, ә Рәс әй (дөрөҫөрәге ул ваҡытта СССР) 1990 йылдың 27 сентябрендә И нтерпол ағзаһы була. Рәсәй Интерполының 15 йыллығы алдынан Башҡортостан филиалы начальнигы Рим Кәримов журналистар менә н әңгәмәләште.
       - Махсус операцияларҙа, енәйәтселәрҙе ҡулға алыуҙа беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һирәк ҡатнаша. Беҙҙең төп маҡсат - илдәрҙең хоҡ уҡ һаҡлау структуралары, халыҡ-ара енәйәтселек менән көрәш э шендә Интерпол ағзалары араһында эш итеүҙәрен тәьмин итеү, -
       тине начальник.
       Хәҙерге ваҡытта донъяның 182 илендә Интерпол эшләй. 1905 й ылда Гамбургта халыҡ-ара енәйәтселек менән көрәшеү өсөн бар
       илдәрҙең дә полиция ведомстволарында айырым хеҙмәт булдырыу
       ҡарар ителә. 1914 йылда Монакола уҙған беренсе халыҡ-ара ко нгреста енәйәт мәғлүмәттәрен иҫәпкә алыу буйынса бүлек булды рыу мәсьәләһе ҡарала. 1923 йылда Венала уҙған икенсе конгрес та Енәйәт полицияһы халыҡ-ара комиссия булдырыла, штаб-кварт ира Парижға күсерелә һәм телеграф адресы сифатында шартлы би лдәләр менән Интерпол ( халыҡ-ара полиция ойошмаһы) ҡабул ит елә. 1956 йылда Интерпол Уставы үҙ көсөнә инә, 1966 йылда шт аб-квартира Сент-Клуға күсерелә. 1989 йылдан алып хәҙерге ва ҡытҡа тиклем Генераль секретариат Лионда урынлашҡан.
       - Енәйәтселәрҙе эҙләү, наркобизнес һәм тышҡы иҡтисади енәй әтселек менән көрәш һәм урланған автомобилдәрҙе табыу - көнү ҙәк проблема булып тора, - тип белдерҙе Рим Кәримов. Үткән й ылда ғына сит илгә ҡыуылған 42 машина хужаларына ҡайтарылған . Урланған бар машиналар,енәйәт ҡылған һәм хәбәрһеҙ юғалған кешеләр тураһында Интерпол базаһында мәғлүмәттәр туплана, бө тә бүлексәләрҙең дә уға инеү мөмкинлеге бар.
       Башҡортостан филиалы штатында ун кеше эшләй. Уларға төп та лап - сит телде (инглиз һәм француз) белеү һәм хоҡуҡ һаҡлау структураһында эш тәжрибәһе.
       - Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Интерпол үҙен эшлекле структура итеп күрһәтте. Енәйәтсе ниндәй генә алыҫлыҡта булһа ла беҙҙе ң ҡулдар уға барып етә, - ти Рим Кәримов.

Әлфиә Шәрәфетдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал