6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Баш ҡала төҙөкләндерелә
22.09.05


       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуын ың 450 йыллыҡ байрамын әҙерләү сиктәрендә баш ҡала объекттар ы нисек төҙөкләндереләсәк Өфө хакимиәтендә уҙған матбуғат к онференцияһы ошо теманы яҡтыртты ла инде. Баш ҡала хакимиәт е урынбаҫары Рәмил Хәлимов белдереүенсә, 2005 йылда Өфөлә 45 0 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
       Ағымдағы йылдың һигеҙ айында сафҡа баҫҡан торлаҡ майҙаны 22 3 мең квадрат метр тәшкил иткән. Затон, Дим, Глумилино һәм Ш акша микрорайондарында дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙө ү өсөн майҙандар бар.
       Салауат Юлаев проспекты ла әүҙем төҙөкләндерелә, уның дауам ында торлаҡ һәм юл үткәргес төҙөлөшө өсөн майҙандар таҙартыл а. Иҫке йорттарҙа йәшәгән был район халҡы икенсе урынға күсе релә. Тәүге ярты йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иҫке йорттарҙ а йәшәгән 51 ғаилә икенсе фатирға күскән. Һуңғы өс йылда ғын а 1898 ғаилә 94 мең квадрат метр майҙанға күсерелгән.
       Ағымдағы йылда бер нисә социаль объекттар ҙа файҙаланыуға т апшырылды. Улар араһында Хәрби дан музейы филиалы, Һупайлы м икрорайонында урынлашҡан физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 8-се балалар баҡсаһы, өс урта мәктәп: Инорс-7 микрорайонында , 26-сы мәктәптең һәм Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназ ияһы уҡыу корпустары бар.
       Йыл аҙағына тиклем "Трамплин" спорт-һауыҡтырыу комплексы к анат юлын, Совет һәм Дим райондарында теннис буйынса өҫтәмә корт урынлашасаҡ физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын сафҡа индереү ҡаралған.
       Баш ҡала төҙөлөшө һәм реконструкцияһы тураһында программа төҙөлгән, әммә ул хәҙергә раҫланмаған. - Дуҫлыҡ монументы, аэровокзал, "Аҡбуҙат" ипподромы, ун ете кварталды хеҙмәтләндергән 10-сы канализация станцияһы реконс трукцияланасаҡ. Программаны финанслау күләме федераль ҡаҙнан ан 13 миллиард, республиканан - 9 миллиард һум тәшкил итәсәк , - тине Рәмил Хәлимов.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал