6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Әҙәбиәт, кешелек, беҙ йәшәгән дәүер етемһерәп ҡалды
22.09.05


       Күңел өсөн әҙерәк кенә уҡып алаһы килеп китте... Минең ҡ улдар үҙенән-үҙе китапҡа үрелә. Бармаҡтарым Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрен һайлай. Һуғыш яланында яраланған батыр үлем тураһында уйлай, әйтерһе ң дә, ул унан ҡурҡа... Үлем менән тормош йәнәш атлай, шуға л а автор уға иғтибарҙы күберәк бүлгәненә үҙ уҡыусыһынан ғәфү үтенгәндәй өндәшә. Әле кисен генә "үлемдән ҡурҡыу кәрәкмәй", тигәндәй булды авт ор миңә. Ә иртәгәһен мин оло ҡайғы ишетәм. Быға ышанаһы килм әй... Октябрь айында халыҡ шағирына 86 йәш тулған булыр ине... Кем
       белә, ул тағы ла дуҫтарын-ҡәләмдәштәрен йыйып тыуған яғына - Шишмә районы Келәш ауылына юл алған булыр ине, һәр ваҡытта ғыса Ҡыҙҙар тауына күтәрелер ине. Минең дә шағир тыуған яҡтарҙа булғаным бар, ул йөрөгән юл бу йлап Ҡыҙҙар тауына ла күтәрелгәнем бар. Мостай Кәримдең юбил ейына килгән ҡунаҡтар Ҡыҙҙар тауында үҙ эҙҙәрен ҡалдырыуына шат ине. "Һеҙ булмаған ваҡытта ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәрегеҙг ә ҡарап, мин юбилейҙы хәтерләйәсәкмен", тигән ине Мостай Кәр им.
       Халҡыбыҙ шағиры, дәүләтебеҙ эшмәкәре менән хушлашабыҙ, ә м ине "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"ҡа тағы ла сәйәхәт көтә...

Лилиә Сәхәбүтдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал