6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Ока" автомобилдәрендә сәйәхәт итеүсе инвалидтар
22.09.05


       Башҡортостандан биш инвалид (коляскала ултырғандар) Еңеү ҙең 60 йыллығына арналған автомобиль ярышында ҡатнашты. Улар
       ун ете көн буйына үҙҙәренең "Ока" автомобилдәрендә ете мең километрҙан ашыу - Өфө - Волгоград - Ставрополь - Новороссий ск - Краснодар - Воронеж - Курск - Орел - Пенза - Һамар марш руты буйынса юл уҙҙы.
       Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Башҡортостан ойошмаһы ағз алары өсөн был беренсе уҙыш түгел. Үҙаллы йөрөү мөмкинлектәр е булмаған инвалидтар 2002 йылда Башҡортостан ҡалалары буйла п уҙған ине. 2003 йылда ойошторолған "Волга менән Урал араһы нда" тип аталған уҙыш Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең 15 й ыллығына арналды. Ул ваҡытта яҡташтарыбыҙ Волга буйы ҡалалар ы буйлап дүрт мең километр юл үтте.
       Ағымдағы йылда уҙған автомобиль ярышы маҡсаты - Герой-ҡала ларҙа булыу ине. Республиканың төрлө ҡалаларынан төркөм йыйы лды, һәр машинала водитель-инвалид һәм уның ярҙамсыһы булдыр ылды. Өфөнән беренсе төркөм инвалиды Владимир Марганов етәкс е булып барҙы. Экипаж составында Күмертауҙан Хөсәйен Ҡылсынб аев һәм уның ҡустыһы Руслан, Мәләүездән Юрий Корогодов ҡыҙы Ксения менән, Салауат районынан Инвалидтар йәмғиәте рәйесе М инислам Вахитов менән Дамир Ғафаров, Күмертауҙан Григорий Ца рьков һәм ҡатыны Татьяна бар ине.
       Автомобиль сәйәхәтен өлөшләтә буһа ла БР Физик культура, с порт һәм туризм министрлығы финансланы. Министрлыҡ бүлгән аҡ са экипаждар араһында бүленде һәм бензин һатып алыуға тотоно лдо.
       Бер ҡарағанда йөрөү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тыуғ ан ҡалаһын ташлап, оло юлға сығыуы сәйер тойолғандай була. У йлап ҡараһаң, улар бит, тик үҙ көстәренә ышанып юлға сыға. Т өндәрен палаткаларҙа йоҡлап, таң беленеү менән яңы юлға сығы у, газ плитәһендә аш бешереү - көндәлек режимға әүерелә. Алдан уҡ сәйәхәт графигы төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, маршрут буйын са уҙасаҡ ҡалалар инвалидтарҙы төрлөсә ҡаршыланы. Ҡала буйын са экскурсия ойоштороусылар ҙа булды. Орел ҡалаһы пенсионерҙ ары Башҡортостан инвалидтары менән шашка уйынын да ойошторҙо , Һамар ҡалаһы инвалидтарҙы йылы аш менән ҡаршыланы. Ә бына Краснодар, инвалидтарҙы бөтөнләй ҡаршыламаны: "Беҙ һеҙҙән ту йҙыҡ!" тигән һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә инвалидтарға.
       Ставрополь крайында осраған кешеләр автомобиль водителдәре н тоҡ-тоҡ алма менән һыйлай, хатта юлға картуф, помидор, ҡыя р һәм йомортҡаһын да йәлләмәй һала.
       Әлбиттә, сәйәхәт мажараһыҙ булмай. Воронеж өлкәһендә булған
       хәл дә инвалидтар күңелен ҡырып ҡуя. Йылға буйында урынлашҡ ас, ашап алғандан һуң, улар йоҡларға ята. Тап ошо ваҡыт кемд ер килеп сыға ла "бында туҡтарға ярамай, бынан китегеҙ" тип әйтеп һала һәм документын күрһәтә (имеш, үҙенең кем булыуын раҫлай). Инвалид коляскаларын күргәндән һуң, ул бер аҙ йомша ра төшә, штраф түләйәсәктәрен белдереп анкета тултырырға ҡуш а. Аҙаҡтан асыҡланыуынса был анкеталар ялған булып сыға.
       Уҙыш барышында булған ваҡиғалар инвалидтар күңелен бер генә
       лә төшөрмәй: кешеләр менән аралашыуҙан алған тәьҫораттар ул ар күңелендә һаҡлана.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал