6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Стәрлетамаҡтар - баш ҡалала
20.09.05


       20 октябрҙә Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры үҙе нең ун бишенсе ижад миҙгелен асасаҡ. Юбилей алдынан театр ту лы составы менән Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт фила рмонияһы сәхнәһендә өфөлөләрҙе ҡыуандырмаҡсы. Республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә танылыу яулап ө лгөргән Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артистары 21 -23 сентябрҙә баш ҡала тамашасылары хөкөмөнә Рәлиф Кинйәбаев тың "Ә Торатау һаман тора...", Флорид Бүләковтың "Аптыраҡ..! ", Айҙар Хөсәйеновтың "Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән" һәм Зин нур Сөләймәновтың "Ку-ка-ре-ку, мин киләм!" пьесаларын тәҡди м итмәксе.
       - Рәлиф Кинйәбаев пьесаһы беренсе тапҡыр "Театр яҙы - 2005"
       фестивалендә күрһәтелгән ине, тамашасылар һәм театр тәнҡитс еләре уны бик йылы ҡабул итте. Өфө тамашасыларына ла был спе ктакль оҡшар тигән ышаныстабыҙ, - ти Башҡортостан Республика һының халыҡ артисы Рауил Галин. Стәрлетамаҡ театрының афишаһы ла үҙенсәлекле төҙөлгән: бөгөн
       улар көлдөрһә - иртәгәһен илаталар.
       Коллектив тәҡдим иткән "Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән" спект акле Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә
       ҡатнашып тамашасылар һәм тәнҡитселәр күңеленә хуш килде. С тәрлетамаҡ артистары үҙ гастролдәрен Зиннур Сөләймәновтың ке скәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән "Ку-ка-ре-ку, мин киләм!" спектак ле менән тамамламаҡсы. - Өфөләге гастролдәр - отчет гастролдәре түгел. Беҙҙең сығыш тар баш ҡала тамашасылары өсөн бәләкәй генә бер байрам булһы н, - ти театрҙың художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғ әт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреа ты Гөлдәр Ильясова. Стәрлетамаҡ театры Туймазы татар дәүләт театры, Башҡорт дәүл әт филармонияһы менән яҡшы мөнәсәбәттә эшләй. Улар киләсәктә
       Милли йәштәр театры менән дә хеҙмәттәшлек итеүгә иҫәп тота. Башҡа ижади коллективтар менән аралашып йәшәү, тәжрибә уртаҡ лашыу, коллегалар менән аралашыу, контакттар булдырыу ике яҡ
       өсөн дә файҙалы булыуын коллектив аңлай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал