6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Театр күгендәге йондоҙ
19.09.05


       1994 йылдың июнендә Ҡала көнөнә ҡарата Гөлли Мөбәрәковағ а "Өфөнөң почетлы гражданины" тигән исем бирелә. Бындай маҡт аулы исемгә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы сағыу ҡатын-ҡыҙ образы тыуҙыр ғаны һәм ҡала халҡын эстетик тәрбиәләүҙә тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.
       СССР, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙ анған артисткаһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәү ләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 1936 йылдың 19 сент ябрендә Өфө ҡалаһында донъяға килә. Уның атаһы - СССР-ҙың ха лыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, әсәһе - Рәғиҙә Янбулатова, акт риса, шағирә, драматург. Шуға ла тамашасылар менән осрашҡан ваҡытында үҙенең ата-әсәһен әйтеүе менән зал уны алҡыштарға күмә.
       А.В.Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтын тамамла ғас, актриса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә сума. Хәҙерге ваҡытта ул башҡорт сәхнәһендә иң
       күренекле вәкилдәрҙең береһе. Гөлли Мөбәрәкова театр сәхнәһ ендә бихисап ролдәрҙә уйнай. Мостай Кәримдең "Ай тотолған тө ндө" трагедияһында - Шәфәҡ, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс" траг едияһында - Нәркәс, Сыңғыҙ Айытматовтың"Әсә - Ер-әсә" повесы
       буйынса ҡуйылған спектаклдә Алиман роле - былар барыһы ла а ктрисаның ижад үҙенсәлеген билдәләгән образдар.
       Драматург Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" пье саһында Хафаса инәй образын тыуҙырыу - актриса өсөн үтә лә м өһим ваҡиға булып тора. Ябай ауыл ҡатыны, һуғыштан ҡайтмаған
       улын әле булһа ла көтөүен сағылдырған әсә- образы өсөн Гөлл и Мөбәрәкова Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.
       "Хафаса образы өҫтөндә эшләгән ваҡытта оло йәштәге ауыл ҡат ындарына мин һәр ваҡыт күҙ һалдым. Атайым тыуған ауылға барҙ ым, ауыл көнкүреше менән яҡынданыраҡ таныштым, башҡорт ҡатын -ҡыҙҙары тураһында проза әҫәрҙәре күп уҡыным. Күренекле рәсс ам Әхмәт Лотфуллин күргәҙмәһендә лә булдым. Ул ижад иткән "Ө с ҡатын" портретын күргәс, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сере асы лғандай булды. Рәссамдың ошо картинаһы миңә аҙ һүҙле, түҙемл е, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән башҡорт ҡатыны образын ты уҙырыуға ярҙам итте. Үҙ геройымды мин тап ошолай кәүҙәләндер ергә тырышҡан инем. Тамашасылар мине аңланы һәм үҙ баһаһын б ирҙе", тип һөйләй сәхнә оҫтаһы.
       Тамашасылар мөхәббәтенә күмелгән театр күгендәге сағыу йон доҙҙоң үҙ популярлығына ҡарата мөнәсәбәте ниндәй икән - Беләһегеҙме, мин үҙемде йондоҙ тип хис итмәйем. Ата-әсәйем
       дә бик талапсан булдылар. Үҙемә ҡарата артыҡ иғтибар булыуы н да һөйһөнөп бөтмәйем, мөмкинлек булһа, мин күләгә лә генә ҡалыр инем, тамашасыларға мауыҡтырғыс булыу - минең өсөн иң мөһиме", - ти театр күгендәге йондоҙ.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал