6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Александр Бурзянцев Рәсәйҙе данлаусы рәссам
05.11.03


       М.В. Нестеров исемнедәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортсотандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының ат ҡаҙанған рәссамы , Салауат юлаев исемендәге дәүләт премия һы лауреаты Александр Бурзянцевтың тыуыуына 75 йыл тулыу ға арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылды.
       Сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына рәссамдың 45 йыллыҡ ижа д дәүерендәге хеҙмәт емештәре тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә сы ғарылған картиналар нәзәкәтле, жанр төрлөлөгө менән дә та ң ҡалдыра. Оҫта йылдың һәр бер миҙгелен үҙ итә, тәбиғәтте ң һәр бер мәленән күңеленә илһам ала, ғәҙәти генә күренеш тә фәлсәфәүи уйҙарға һала, сағыу буяуҙар доньяһына әйҙәй уны. Бәлки, тап шуғалыр ҙа рәссам күргәҙмәнең ҙур өлөшөн
       тыуған яҡ тәбиғәтенең илаһи матурлығын , ҡабатланмаҫ гүз әллеген һүрәтләгән пейзаждар алып тора.
       Рәссамдың тап тәбиғәт аша үҙ фекерҙәрен еткереүе, бәлк и, әсәһенән киләлер. Әсәһе, ябай ауыл уҡытыусыһы, әҙәбиәт те бик яратҡан кеше булараҡ, Лермонтов, Некрасов, Пушкин һәм башҡа рус классиктары әҫәрҙәрен яттан белә, улында ма турлыҡҡа һөйөү тәрбиәләй. Александр бала саҡтан рәссам бу лырға хыяллана. 1946 йылда ул Пенза ҡалаһындағы К.А. Сави цкий исемендәге художество мәктәбенә уҡырға инә һәм РСФС Р-ҙың атҡаҙанған рәссамы И. С. Горюшкин - Скоропудов кла сында белем ала. Тыуған яғы Йылайырға ҡайтып, мәктәптә ба лалар уҡыта. 1952 йылда Өфөгә килә һәм ижад мөхитенә сума . Байтаҡ күргәҙмәләр ойоштора, танылыу яулай. "Бианка йылға һы буйында", "Эҫем ҡаласығы", "Иҫке Урал ҡаласығы" тигән картиналары авторҙы Урал төбәгендә иң оҫта рәссам итеп та ныта.
       Бурзянцевтың Сергей Есенин шиғриәтенә арналған картин алары ла сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
       Сәнғәт белегесе Ольга Поленок фекернсә, Александр Бурз янцев Рәсәйҙе заманса итеп түгел, ә мәңгелеккә тәбиғәт ме нән берләшкән итеп һүрәтләргә ярата. Ә инде ҡала пейзажда рына килгәндә, уларҙы рәссам менән бергә автобус тәҙрәһе нән, парктағы эскәмйәнән күҙәтергә була. Бурзнцев үҙе әйт мешләй,"минең өсөн Өфө мәңгелеккә Сергей Тимофеевич Аксак ов, Михаил Васильевич Нестеров исемдәренә бәйле". Ысынла п та, ҡылҡәләм оҫтаһының Өфө пейзаждары серияһы бай һәм
       йөкмәткеле. Айырыуса, ҡышҡы Өфөнө һүрәтләгән эштәр күп.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал