6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һайлауҙа сифатлы кадрҙар составын булдырайыҡ!
19.09.05


       Муниципаль берәмек органдарына депутаттар һайлау ваҡыты ла яҡынлашып килә. 30 октябрҙә яңы булдырылған 54 муниципаль
       берәмектә һайлауҙар үтәсәк.
       Башҡортостанда муниципаль реформа һөҙөмтәһендә һигеҙ ҡала о кругы - Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел, Сибай, Октябрьски й, Нефтекама, Күмертау (Межгорьела элегерәк барлыҡҡа килде) булдырылды. Ун ике ҡаланың, район хакимиәттәре булғандарында
       - Белорет, Бөрө һәм Дүртөйлөлә һайлауҙар ике йыл элек үтте,
       шуға ла бында власть органдарына һайлауҙар ике йылдан һуң ғ ына үтәсәк. Республикала муниципаль берәмек һандары буйынса 104 һайлау округы булдырылды.
       13 сентябрҙә кандидаттарҙы күрһәтеү тамамланды. Һайлауҙар 4 0 районда, шулай уҡ Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, И шембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы һәм Яңауылда - дөйөм алғанда
       965 бер мандатлы һайлау округтарында уҙасаҡ.
       Кандидаттарҙы теркәү ун көн эсендә тамамланды, 23 сентябрҙә н агитация осоро башлана. Уның нисек үтеүен алдан күҙаллауы ауыр.
       Закон буйынса урындағы һайлауға сәйәси партиялар үҙ кандида ттарын күрһәтә ала. "Берҙәм Рәсәй", КПРФ һәм ЛДПР фирҡәләрен ең һайлау залогын индермәйенсә һәм ҡултамғаһыҙ үҙ кандидатта рын тәҡдим итеү мөмкинлеге бар. Был хоҡуҡ менән улар 26 июнд ә уҙған беренсе этапта файҙаланды ла инде.
       Муниципаль һайлауҙар менән бергә уҙасаҡ БР Дәүләт Йыйылышы
       - Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙарға кандидаттар күрһәтеү ҙә там амланды. Үҙәк һайлау комитеты мәғлүмәттәре буйынса, дүрт де путатлыҡ мандатына 13 кеше дәғүә итә, уларҙың иң күбеһе (алт ы кеше) 3-сө Гастелло округында теркәлгән.
       26 июндә уҙған һайлау йомғаҡтары буйынса 11 округ һайлауы яраҡһыҙ тип танылған, унда һайлаусыларҙың ни бары 20 процент ы ғына ҡатнашҡан. 30 октябрҙәге һайлауҙың төп проблемаһы бу лып һайлаусыларҙың әүҙем ҡатнашыуы тора.
       Беҙҙә, партия системаһы менән бер рәттән урындағы үҙидарал ыҡты үҫтереү өсөн, закон һәм норматив база булдырылған. Урын дарға ҡараған бар мәсьәләләр ҙә урындағы үҙидаралыҡ, муницип аль органдарға тапшырыласаҡ.
       Урындағы үҙидаралыҡ институты һөҙөмтәһе, граждандар мәнфәғә тенең ни тиклем бойомға ашыуы һайлауҙа булдырыласаҡ сифатлы кадрҙар составынан тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал