6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Республика көнөнә әҙерлек бара
16.09.05


       Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһы нда декларация иғлан итеүҙең ун биш йыллығына арналған сарал арҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының берен се ултырышы уҙҙы.
       - Был - төп дәүләт байрамы. Декларация республикаға үҫеш юл ын табыу мөмкинлеген бирҙе, - тине Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролта й рәйесе Константин Толкачев ойоштороу комитеты ултырышын ас ып. Республика Хөкүмәте һәм парламенты ҡарарына ярашлы ойоштороу
       комитетына бар тармаҡ һәм төрлө власть кимәлендә вәкилдәр и нде.
       Байрам саралары планы ла бай булмаҡсы, тәҡдим ителгән бере нсе вариант 44 пункттан тора. Байрамдың үҙәк өлөшө - 8 октяб рҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙасаҡ тантанал ы йыйылыш һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында байрам концерты. Республика көнөн байрам итеү саралары юғары кимәлдә уҙасаҡ, тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары, мәҙәниә т һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. Ойоштороу комитет ы ултырышында шулай уҡ төп саралар - ижтимағи-сәйәси уҡыуҙар ҙан алып әҙәби-музыкаль кисәләр исемлегенә тиклем бәйән ител де.
       Ҡала һәм райондарҙа тантаналы йыйылыш, мәктәптәрҙә асыҡ дәр естәр, китапханаларҙа уҡыу конференциялары уҙасаҡ, музейҙарҙ а һәм художество галереяһында сәнғәт оҫталары әҫәрҙәре күргә ҙмәһе асыласаҡ, кинотеатрҙарҙа Башҡортостанға арналған фильм дар күрһәтеләсәк. Журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин и семендәге дәүләт премияһын тапшырыу 5 октябрҙә Күгәрсен райо нында уҙасаҡ.
       Байрам программаһында БР Президенты призына дзюдо буйынса халыҡ-ара турнир, спорт бейеүе буйынса Башҡортостан Асыҡ куб огын уҙғарыу ҡаралған.
       Башҡортостан йәштәре лә изге эштән ситтә ҡалмай, йәштәр ой ошмалары хәйриә һәм экология акцияларында, йәштәр байрамында
       ҡатнаша, тине БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рә йесе Юлай Ильясов.
       24 сентябрҙән ноябрь аҙағына тиклем баш ҡаланың 11 майҙаны һәм 44 баҙарында ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләп торасаҡ, республиканың 48 районы йәрминкәлә ҡатнашыу теләген белдерҙе
       лә инде, тине Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал