6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тәбиғәт биләмәләре кешеләр өсөн һаҡлана
15.09.05


       "Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт биләмәләрен һаҡла у системаһы" проекты хөкүмәт кимәлендә раҫланды. Был проектт ың үҙенсәлеге нимәлә һуң "Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәлә ренә кеше аяғы инә алырмы һуң", тигән һорау тыуа.
       Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре - кеше һәм тәбиғәттең аралашыу, дуҫлашыу урыны буласаҡ. Проект киләсәк быуын өсөн тәбиғәтте һаҡлаясаҡ һәм үҙ халҡына эшләү мөмкинлеген бирәсәк . Был биләмәләрҙә кешеләр ауыл һәм урман хужалығы, балыҡсылы ҡ менән шөғөлләнә, дарыу үләндәрен һәм бәшмәк йыя аласаҡ.
       БР тәбиғи ресурстар министры Альфред Фәүхетдинов белдереүе нсә, был проектты тормошҡа ашырыу республика ҡеүәтен файҙала ныуҙа юғары иҡтисади йоғонтололоҡто һәм туризмды үҫтереүҙе т әьмин итергә тейеш. Туризмды үҫтереү мөмкинлеге булған урынд арҙа йәшәгән халыҡтың мәҙәниәт кимәле етди ҡаршылыҡ булып то роуы бар. Был проект айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре майҙанын артт ырыуҙы ла ҡарай. Шуға күрә Баймаҡ, Әбйәлил, Баҡалы, Көйөргәҙ е, Стәрлебаш, Мишкә һәм башҡа райондарҙа һаҡлау кимәле артас аҡ. Проект сиктәрендә "Шайтан-Тау" ҡурсаулығы, "Ағиҙел", "Ин йәр", "Ирәндек", "Ҡырҡты", "Йүрүҙән" парктары һәм 50-нән ашы у заказниктар айырым һаҡланған биләмәләр булып һаналасаҡ.
       Хәҙерге ваҡытта был йүнәлештә Ғафури районында тәбиғәт пар кы ойошторолдо, уның майҙаны 38 мең гектар тәшкил итә. Әбйәл ил районында урынлашҡан "Ҡырҡты" паркы, Учалы һәм Белорет ра йондары биләмәләрендәге "Ирәмәл" паркын булдырыу ҙа тамамлан ыу өҫтөндә.
       Үкенескә ҡаршы, "Асылыкүл", "Ҡандракүл" һәм "Мораҙым тарла уығы"н тергеҙеүҙе, тәбиғәт ресурстарын урынлы файҙаланыу һәм
       һаҡлауҙы ойоштороу тормошҡа ашмаған. Был парктарҙа туризм эшләнелмәгән системала үҫешә. Бар проблемаларҙы ла хәл итеү өсөн тәбиғәт парктары эшмәкәрлеген законлаштырырға, ә уның с иктәрен тәртипкә килтерергә кәрәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал